Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОРРОЗИЯ

КОРРОЗИЯ, металл изделиеларҙың һәм конструкция материалдарының өҫкө йөҙҙәрендә тирә‑яҡ мөхиттең компоненттары м‑н барған химик реакциялар арҡаһында үҙенән‑үҙе тарҡалыуы. Металдарҙың һәм иретмәләрҙең К. сәбәбе — уларҙың төрлө әүҙем коррозиялаусы мөхиттәрҙә термодинамик яҡтан тотороҡһоҙ булыуында. Процестың...

КОРРОЗИЯ ИНГИБИТОРҘАРЫ

КОРРОЗИЯ ИНГИБИТОРҘАРЫ, төрлө окисландырыусылар тәьҫиренән металл атомдарының ион хәленә күсеүенең (был металдарҙың кристаллик рәшәткәһенең емерелеүенә килтерә) тиҙлеген кәметеүсе матдәләр. Шартлы рәүештә К.и. адсорбцияланыусыларға (металдарҙы коррозия ваҡытындағы электрод процестарының кинетикаһына...

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР, коррозиялаусы мөхит м‑н химик йәки электрохимик тәьҫир итешеү ваҡытында тарҡалыуға тотороҡло материалдар. К.с.м. сәнәғәттең бөтә тармаҡтарында һауала, окисланған һәм нейтраль мөхиттәрҙә сыҙамлы деталдәр, быуындар, аппараттар һәм конструкциялар яһау өсөн, футеровкалаусы...

КОРСУНСКИЙ Владимир Борисович

КОРСУНСКИЙ Владимир Борисович (1911 й. июне, Елисаветград ҡ. — ?), инженер‑технолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1937). 1928 й. алып Үҙәк район металлургия тресында, 1930—31 йй. Бөтә Рәсәй металлургия сәнәғәте берекмәһендә (икеһе лә — Мәскәү) эшләй. 1938—40 йй. И.В.Сталин ис. Батуми...

КОРТУЗА

КОРТУЗА (Cortusa), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм тауҙарҙың Альп бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда Маттиоли К. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 15—30 см. Сәскә һабы япраҡһыҙ, уҡ рәүешендә. Япраҡтары...

КОРТУНОВ Алексей Кириллович

КОРТУНОВ Алексей Кириллович (28.3.1907, Дон ғәскәре өлк. Новочеркасск ҡ. — 18.11.1973, Мәскәү), полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төньяҡ Кавказ һыу хужалығы һәм мелиорация ин‑тын (Новочеркасск, 1931), Борисово хәрби инженерҙар уч‑щеһы эргәһендәге командирҙар...

КОРУНД, минерал

КОРУНД (немецса Korund), оксидтар класы минералы, Al2O3. Кристалдары мискә, бағана һ.б. формала. Төрҙәре: ҡыҙыл үтә күренмәле — ҡыҙыл яҡут (составында 2%‑ҡа тиклем Cr2O3 бар), зәңгәр — зәңгәр яҡут (составында титан һәм тимер ҡушылдыҡтары бар) һ.б.; яҡшы айырымлашҡан К. — алмас шпаты. Агрегаттары бөртөклө....

КОРШАК Алексей Анатольевич

КОРШАК Алексей Анатольевич (17.12.1953, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире, бер үк ваҡытта...

КОРШИКОВ ДИНОБРИОНЫ

КОРШИКОВ ДИНОБРИОНЫ (Dinobryon korschikovii), колониаль алтынһыу ылымыҡтарҙың төрө. Күҙәнәктәренең оҙонлоғо 50 мкм тиклем, киңлеге 9—10 мкм булған ҡаты тышлығы (“өй”) бар. Тышлығының алғы осо киңәйгән, асыҡ, эсенән сығып торған 2 ҡамсылы; артҡыһы — һуҙылған, осло. Күҙәнәк “өй”ҙөң бәләкәй өлөшөн биләй....

КОРШУНОВА Зоя Павловна

КОРШУНОВА Зоя Павловна (24.10.1932, Иваново сәнәғәт өлкәһе Яковлевское а. — 12.7.2018, БР‑ҙың Өфө районы Булгаково а.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). БАССР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1971). 1953 й. алып Өфө районының А.Д.Цюрупа исемендәге совхозының йәшелсә бригадаһы агрономы, 1960—89 йй. бригадиры....

КОСАЧЁВ Василий Семёнович

КОСАЧЁВ Василий Семёнович (15.1.1936, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Троицкий а. — 24.10.2017, Ишембай ҡ.), нефтсе. 1958 й. алып “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығының нефть сығарыу б‑са оператор ярҙамсыһы, операторы, 1965 й. алып “Уралгазстрой” тресының (Силәбе өлк.) Өфө махсус төҙөлөш‑монтаж идаралығы...

КОСИЛОВ Николай Иванович

КОСИЛОВ Николай Иванович (7.1.1937, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Чайковка а. — 18.7.2009, Силәбе ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тын...

КОСМОГОНИЯ

КОСМОГОНИЯ (гр. kosmogonia — донъяның барлыҡҡа килеүе), астрономия бүлеге, Ғаләмдең — галактикаларҙың, йондоҙҙарҙың, Ҡояш системаһының (Ҡояш, планеталар, уларҙың юлдаштары, астероидтар, кометалар, метеориттар) һ.б. барлыҡҡа килеүен һәм эволюцияһын өйрәнә. К., космология кеүек үк, философия м‑н тығыҙ...

КОСМОЛОГИЯ

КОСМОЛОГИЯ (космос һәм ...логия), астрономия бүлеге, Ғаләмдең дөйөм үҙенсәлектәрен өйрәнә. Боронғо космологик тәғлимәттәр башлыса һүрәтле моделдәр һәм мифтар була. Хәҙ. К. бөтә Ғаләмдең үҙенсәлектәрен бер ни тиклем аңлауҙы үҙ эсенә алған Метагалактика төҙөлөшө һәм үҙгәреү динамикаһының астрофизик теорияһы...

КОСМОНАВТИКА

КОСМОНАВТИКА (космос һәм nautikḗ — диңгеҙҙә йөҙөү, караптар йөрөтөү сәнғәте), йыһан арауығында осоу; фән һәм техниканың йыһанды, Ерҙән ситтә булған объекттарҙы төрлө йыһанда осоу аппараттарын файҙаланып үҙләштереүҙе тәьмин иткән тармаҡтары. Башҡортостанда К. өлкәһендәге фәнни‑техник эштәр ғилми‑тикшеренеү...

КОСОЛАПОВ Филипп Маркович

КОСОЛАПОВ Филипп Маркович [башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Макарович; 9.1.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Волков а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1995, Чернигов ҡ., Украина], лётчик, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Икенсе Чкалов хәрби авиация штурмандар уч‑щеһын (1940), Хәрби-һауа...

КОСОРОТОВ Василий Емельянович

КОСОРОТОВ Василий Емельянович (5.8.1871, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы ҡсб, хәҙ. Белорет ҡ., — 1.12.1957, Мәскәү), Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. 1883—88 йй. Белорет заводында эшләй. 1903—10 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр...

КОСОУРОВ Юрий Фёдорович

КОСОУРОВ Юрий Фёдорович (17.11.1928, Урта Волга өлк. Архангельское а.), урман белгесе. А.х. ф. канд. (1958). БАССР‑ҙың атҡ. урман белгесе (1977). Мәскәү урман‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) 1953 й. тиклем Бөтә Союз урман хужалығы ҒТИ‑нда (Пушкино ҡ.) эшләй. 1956—92 йй. Башҡ‑н урман тәжрибә...

КОСТАРЕВ Антон Дмитриевич

КОСТАРЕВ Антон Дмитриевич [11.9.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Кесе Нәкәрәк а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 28.8.1985, БР‑ҙың Бөрө р‑ны Баженов а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940 й. алып Бөрө р‑нында эшләй: 1949 й. тиклем һәм 1958 й. башлап “Урал” к‑зында: 1958 й. алып рәйес урынбаҫары, 1963 й. — бригадир,...

КОСТАРЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл

КОСТАРЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Силантьев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 103 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 953 кеше; 1920 — 823; 1939 — 1014; 1959 — 699; 1989 — 274; 2002 — 194; 2010 — 210 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...