Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОШЛЯК Владислав Александрович

КОШЛЯК Владислав Александрович (20.10.1933, Украина ССР‑ы Верхний ҡсб — 16.12.2004, Өфө ҡ.), геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2004). РФ Энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2001). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1956) Новосибирск геофизика тресында...

КОЩЕГУЛОВА Ильмира Рөстәм ҡыҙы

КОЩЕГУЛОВА Ильмира Рөстәм ҡыҙы (15.5.1958, Джалал‑Абад ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1994 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) РФА Өфө ФҮ‑лә, 1992—93 йй. “Восток” халыҡ‑ара коммерция акционерҙар банкыһында эшләй. 1994 й. алып БР‑ҙың Милли банкыһында: баш иҡтисадсы, 1996 й....

КӨБӘК, Бүздәк р‑нындағы ауыл

КӨБӘК, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Таулар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 770 кеше; 1920 — 779; 1939 — 786; 1959 — 651; 1989 — 443; 2002 — 425; 2010 — 338 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

КӨБӘКӘЕВ Тимерәй Көбәкәй улы

КӨБӘКӘЕВ Тимерәй Көбәкәй улы [1919, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Төлдө а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 15.1.1943, Ростов өлк. Донской ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡалтасы р‑нының В.И.Ленин ис. колхозында, 1940 й. алып “Пермь-сплав” тресында эшләй. 1942 й. башлап Көньяҡ-Көнбайыш фронтта...

КӨҘӘЙ

КӨҘӘЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: бүләкәй-К., ҡыр-К., төрөкмән-К., урман-К., шайтан-К. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтайҙың төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Көҙәй” этнонимы ҡырғыҙҙарҙа, туваларҙа билдәле. Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙағына ҡәбилә Һырдаръя һәм Арал...

КӨҘӘЙ КАНТОНЫ

  КӨҘӘЙ КАНТОНЫ, 1919 й. мартында Өфө өйәҙенең Бүләкәй-Көҙәй, Урман-Көҙәй, өлөшләтә Иглин һәм Надеждин улустарынан АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың К.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта — Бөрө өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Дыуан кантоны, көнсығышта —...

КӨҘӘН, Ишембай р-нындағы ауыл

КӨҘӘН, Ишембай р-нындағы ауыл, Көҙән а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.- Көнс. 44 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1494 кеше; 1920 — 1858; 1939 — 1567; 1959 — 1124; 1989 — 947; 2002 — 866; 2010 — 847 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

КӨҘӘНДӘР

КӨҘӘНДӘР, һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр. 3 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө бар: урман К., йәки ҡара К., һәм дала К., йәки аҡ К. Кәүҙә оҙонлоғо 29— 52 см, ауырлығы 570—960 г. Кәүҙәһе оҙонса, һығылмалы. Йөнө ҡабарынҡы, асыҡ, һарғылт көрәндән алып...

КӨҘЙЫЛҒА, Межгорье ҡ. эсендә ҡасабаһы

КӨҘЙЫЛҒА, ҡасаба, 1996 й. алып Межгорье ҡ. эсендә. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. махсус ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. Халҡы: 1959 й. — 759 кеше; 1989 — 332 кеше. 1996 й. Белорет р‑ны Татлы а/с ҡараған. Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

КӨҘӨЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

КӨҘӨЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Көҙөй а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 87 кеше; 1939 — 239; 1959 — 3017; 1989 — 2800; 2002 — 2867; 2010 — 3091 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылда Башҡортостан...

КӨЙӘҘ ТУРҒАЙҘАР

КӨЙӘҘ ТУРҒАЙҘАР (Sylviidae), турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 40 заты, 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ершарында таралған. Башҡортостанда 5 затҡа ҡараған 22 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 10—25 см, ауырлығы 30 г тиклем, ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, көйәҙ...

КӨЙӘҘЕБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

КӨЙӘҘЕБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Батыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 464 кеше; 1920 — 535; 1939 — 608; 1959 — 675; 1989 — 613; 2002 — 596; 2010 — 618 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

КӨЙӘЛӘР

  КӨЙӘЛӘР, (Tineidae), күбәләктәр ғаиләһе. 2 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралғандар. БР‑ҙа К. бер нисә тиҫтә төрө бар: иген, мебель, күлдәк, тун һ.б. Ҡанаттарының ҡоласы 6—30 мм. Асыҡ һоро, ҡараһыу һары төҫтә, ғәҙәттә ҡараһыу көрән төрткөлө йәки таплы. Ҡанаттары киң сәсәкле, алғылары —...

КӨЙӨЛДӨ

КӨЙӨЛДӨ (Numenius arquata), сәпсәү һымаҡтар отрядының һаралйындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса һәм өлөшләтә субарктик бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 500—1200 г, ҡанатының ҡоласы 80—100 см. Ҡауырһын ҡапламы көлһыу һоро төҫтә, арҡаһының артҡы өлөшө, ҡорһағы...

КӨЙӨРГӘҘЕ МУЗЕЙЫ

КӨЙӨРГӘҘЕ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка а. урынлашҡан. 1983 й. Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып Көйөргәҙе тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1996—2006 йй. Милли музей филиалы. Фондта 3000‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. б.э.т. 6—2 бб. сармат хәнйәре, Граждандар һуғышы...

КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ

КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Фёдоровка һәм Мәләүез, көнсығышта — Күгәрсен р‑ндары, көньяҡ‑көнсығышта һәм көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Мораҡ райондарын бүлеүгә бәйле ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр....

КӨЙӨРГӘҘЕ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

КӨЙӨРГӘҘЕ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 202 кеше; 1959 — 267; 1989 — 148; 2002 — 198; 2010 — 189 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...

КӨКӨРТ

КӨКӨРТ (Sulfur), S, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Үҙенсәлекле еҫле һары төҫтәге кристалл, tиреү 112,8оС, tҡайнау 444,6оС, тығыҙлығы 2085 кг/м3 (α‑форма). Көкөртлө углеродта эрей, һыуҙа эремәй. Бактерицид әүҙемлеккә эйә, үҙлелеге, йылы һыйҙырыу-санлығы, төҫө аномалиялы...

КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ

КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ, H2SO4, ике нигеҙле көслө кислота. Еҫһеҙ, төҫһөҙ, майлы ауыр шыйыҡлыҡ. Һыу м‑н ҡатыштырғанда азеотроп ҡатнашма (98,3% К.к.), моно‑, ди‑, тетрагидраттар; көкөрт ангидридының К.к. эретмәһе олеум (төтәй торған) барлыҡҡа килтерә. Һыулы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана. Концентрирланған...

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ (Lycopodium), көкөрт үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда суҡмар К.ү. һәм бер йыллыҡ К.ү. үҫә. Дихотомик тармаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы оҙон, йәйелеүсән, осо күтәрелеп тора, оҙонлоғо 30—150 см. Япрағы...