Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ ҺЫМАҠТАР

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ ҺЫМАҠТАР (Lycopodiophyta), ҡатмарлы төҙөлөшлө споралы үҫемлектәрҙең боронғо бүлеге. Көкөрт үләне һымаҡтар һәм беҙъяпраҡ һымаҡтар кластарын берләштерә. Яҡынса 1300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда көкөрт үләне һымаҡтар класынан 5 төр үҫә. Мәңге йәшел, тигеҙ йәки төрлө...

КӨКӨРТЛӨ ВОДОРОД

КӨКӨРТЛӨ ВОДОРОД, H2S, көкөрттөң водород м‑н иң ябай берләшмәһе. Төҫһөҙ, ҡырҡыу еҫле газ, тығыҙлығы 1538 кг/м3, һыуҙа (һыуҙағы эретмәһе — көкөртлө водород к‑таһы), органик эреткестәрҙә эрей, клатрат барлыҡҡа килтерә. 0°С һәм баҫым 10,2 атм. булғанда — шыйыҡлыҡҡа (tиреү ‑85,6°С, tҡайнау ‑60,38°С, тығыҙлығы...

КӨКӨРТЛӨКӘЙ

КӨКӨРТЛӨКӘЙ (Huperzia), көкөрт үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай К. үҫә. Мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡлыҡ. Һабағы йәйелеүсән, һәнәк рәүешле тармаҡлы, бейеклеге 5—20 см. Япрағы ланцет формаһында, осло, бер-береһенә ҡапланып ята,...

КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында C—S, R—C—S бәйләнештәре булған органик берләшмәләр, R эсендә азот, кислород һ.б. гетероатомдар булыуы мөмкин. 2‑валентлы (тиолдар, тиоэфирҙар, органик ди‑ һәм полисульфидтар, олефиндарҙың тиооксидтары, сульфен, тиокарбон, тиокүмер к‑таларының сығарылмалары,...

КӨЛӘМӘС

КӨЛӘМӘС, башҡ. фольклоры жанры, көтөлмәгәнсә тамамланған шаян йөкмәткеле бәләкәй күләмле сәсмә әҫәр. К. кешеләрҙең (иҫәрлек, ҡомһоҙлоҡ, маһайыусанлыҡ, ялҡаулыҡ, хөрәфәттәргә инаныу һ.б.) һәм йәмғиәттең (соц. тигеҙһеҙлек, бюрократизм, ришүәтселек һ.б.) төрлө етешһеҙлектәренән көлә. Уларҙа йыш ҡына комик...

КӨМӘРҘӘК, һырт

КӨМӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑нында Оло Инйәр й. тамағы киңлегенән алып Цыбров шишмәһе киңлегенә тиклем Йүрүҙән й. уң яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 17 км, киңлеге — 4 км. Абс. бейеклеге 1354 м. Һыртта 1000 м ашыу бейеклектәге 3 түбә айырылып...

КӨМӘРЛЕ, Архангел р‑нындағы ауыл

КӨМӘРЛЕ, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 290 кеше; 1920 — 258; 1939 — 370; 1959 — 457; 1989 — 351; 2002 — 319; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...

КӨМӨШ

КӨМӨШ (Argentum), Ag, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы, затлы металл. К. — йылы үткәреүсәнлеге, электр үткәреүсәнлеге яҡшы булған ялтырауыҡлы аҡ металл, tиреү 961,93°С, tҡайнау 2167°С; тығыҙлығы 10491 кг/м3. Ирекле галогендар, көкөрт, көкөртлө водород тәьҫиренән К. өҫкө йөҙөндә...

КӨНБАҒЫР

КӨНБАҒЫР (Tragopogon), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса, субтропик бүлкәттәрендә ( К ө н с ы ғ ы ш Азиянан башҡа) һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: көнсығыш К., шикле К., дала К. Бейеклеге 30—120 см булған бер һәм ике йыллыҡ...

КӨНБАҒЫШ

КӨНБАҒЫШ (Helianthus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑гә яҡын төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫтерелә: май биргән К. һәм топинамбур. Май биргән К. — бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, бейеклеге 1—3 м. Япрағы эре, овал‑йөрәк формаһында, оҙон...

КӨНБАЙЫШ АРМИЯ

КӨНБАЙЫШ АРМИЯ, 1919 й. ғин. Рус армияһының Юғары баш командующийы адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са ойошторола. К.а. составына Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө (март—май), 2‑се һәм 8‑се Өфө армия корпустары, 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы һәм 6‑сы Урал армия корпусы (ғин.—май), 1‑се Волга буйы армия корпусы...

КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК

КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Илеш, Йәрмәкәй, Миәкә, Саҡмағош, Туймазы, Шаран, Әлшәй административ райондарын, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Октябрьский, Туймазы ҡҡ. берләштерә (2006). Төбәктең майҙаны 26364 км2...

КӨНГӘК ЗАКАЗНИГЫ

КӨНГӘК ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. 2002 й. һаҙ гөбөргәйеле йәшәгән мөхитте һаҡлау, хайуандарҙың ҡиммәтле һәм һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Мәләүез ҡ. көньяҡ- көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта, Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 3,8 мең га, 80%‑ын урман биләй. Рельефы...

КӨНГӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл

КӨНГӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Көнгәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 60 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 150 км алыҫлыҡта Көнгәк й. (Сарыс й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 923 кеше; 1920 — 1129; 1939 — 954; 1959 — 746; 1989 — 718; 2002 — 718; 2010 — 602 кеше....

КӨНДӘШЛЕ, Балтас р‑нындағы ауыл

КӨНДӘШЛЕ, Балтас р‑нындағы ауыл, Көндәшле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 97 км алыҫлыҡта Шишмә й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1813 кеше; 1920 — 2365; 1939 — 1830; 1959 — 1551; 1989 — 962; 2002 — 784; 2010 — 597...

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ.  Өфө губернаһында 20 б. башында халыҡҡа К.х. һөнәрселәр һәм яңғыҙ кустарҙар тарафынан күрһәтелгән (ҡалаларҙа — 23 меңдән, ауылдарҙа 17,5 меңдән ашыу кеше). Өфөлә хәрби гарнизон эргәһендә — мунса һәм кер йыуыу йорто, ҡала башҡармаһы ҡарамағында 2 мунса, шәхси бөҙрәханалар эшләгән. 20 б....

КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, йыуыу, таҙартыу, ағартыу, дезинфекциялау саралары, мастикалар, лак-буяу материалдары, эпоксид ыҫмалалар, ш. уҡ минераль ашламалар һәм ваҡлап үлсәп төрөлгән үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары һ.б. етештереү б‑са химия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда К.х.е. химия, нефтехимия...

КӨНСЫҒЫШ ӘҘӘБИӘТЕ

КӨНСЫҒЫШ ӘҘӘБИӘТЕ, Көнсығыш халыҡтары әҙәбиәте. К.ә. формалашыу һәм үҫеү осорҙары бер төрлө түгел: б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡта — мысыр һәм шумер, б.э.т. 2‑се мең йыллыҡта — һинд һәм ҡытай, б.э.т. 2—1‑се мең йыллыҡтарҙа фарсы әҙәбиәттәре барлыҡҡа килә; урта быуаттарҙа ғәрәп, япон һ.б. әҙәбиәттәр формалаша....

КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТ

КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТ, ҡыуаҡан диалекты, башҡорт теле диалекттарының береһе. Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Учалы, Әбйәлил р‑ндарында, БР‑ҙың Баймаҡ һәм Бөрйән р‑ндарының төньяҡ‑көнбайышында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш Ҡурған, Свердловск һәм Силәбе өлк. таралған. К.д. 7 һөйләш айырыла: арғаяш, асыуҙы...

КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ

КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ, У р ы ҫ п л а т ф о р м а һ ы, боронғо (рифейға тиклем) платформаларға ҡараған континенталь ер ҡабығының ҙур участкаһы. Географик урыны башлыса Көнсығыш Европа тигеҙлегенә тура килә. К.Е.п. йыйырсыҡлы өлкәләр (Урал, Карпат, Добруджа, Свентокшис тауҙары, Скандинавияның тау...