Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ

КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 3—2 бб., б.э. 17—18 бб. ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Дүртөйлө р‑ны Көшөл а. эргәһендә Кеүәш й. һул ярында урынлашҡан. 4 ҡурғанһыҙ ҡәберлектән тора. К.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 12—13 бб. ҡарай. 1957 й. А.П. Шокуров тарафынан асыла,...

КӨШӨЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

КӨШӨЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 978 кеше; 1920 — 1070; 1939 — 843; 1959 — 504; 1989 — 343; 2002 — 373; 2010 — 407 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

КРАВЧУК Игорь Александрович

КРАВЧУК Игорь Александрович (13.9.1966, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987), СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983 й. алып), Үҙәк армия...

КРАЙЗЕЛЬБУРД Леонид Петрович

КРАЙЗЕЛЬБУРД Леонид Петрович (5.12.1899, Бессарабия губ. Сороки ҡ. — 15.10.1965, Өфө), уролог. Мед. ф. д‑ры (1949), проф. (1951). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Одесса мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1924) Киев,...

КРАЙКИН Владимир Александрович

КРАЙКИН Владимир Александрович (30.5.1955, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 2008 й. алып төп ғилми хеҙм‑р, 2011 й. лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре юғары т‑раларға тотороҡло полимерҙарҙың синтезын, модификацияһын һәм деструкцияһын, уларҙың...

КРАМ Лоуренс

КРАМ Лоуренс (25.10.1941, Колдуэл ҡ., АҠШ), физик. Физика ф. д‑ры (1967), проф. (1986). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Огайо ун‑тын (Афина ҡ., 1960) һәм Хәрби-диңгеҙ акад. (Аннаполис ҡ., 1963) тамамлаған. 1963 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) АҠШ‑та эшләй: 1963 й. башлап Огайо ун‑тында, 1967 й. — Гарвард ун‑тында...

КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович

КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович (22.10.1898, Кострома губ. Будухино а. — 12.5.1957, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1929). 1919 й. алып Кострома “Главкран” идаралығында, 1926—34 йй. һәм 1940 й. башлап Ҡорос прокатлау һәм тимер сым-канат з‑дында эшләй, 1943 й. алып “Гипрометиз”...

КРАСИЛЬНИКОВА Маргарита Николаевна

КРАСИЛЬНИКОВА Маргарита Николаевна (14.12.1930, Урта Волга крайы Русская Бектяшка а.), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1982). БР‑ҙың атҡ. табибы (1994). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1955) 1975 й. тиклем һәм 2002—09 йй. 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһында, 1975— 2005 йй. БДМУ‑ла (1980—95 йй. табип...

КРАСИЛЬНИКОВТАР

КРАСИЛЬНИКОВТАР, завод хужалары. Тула тимерселәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Марк Евсеевич К. Уның улдары: Семён Маркович К. (яҡынса 1701 — 1744 й. алда) һәм Лукьян Маркович К. (? — 1746 й. алда), Туланың ҡорал яһау оҫталары. 1724 й. алып сауҙагәр И.Е.Небогатов м‑н берлектә Һаралы баҡыр иретеү з‑дына...

КРАСИЧКОВ-ТЕРНОВСКИЙ Игорь Фёдорович

КРАСИЧКОВ-ТЕРНОВСКИЙ Игорь Фёдорович (13.2.1935, Мәскәү — 8.3.2012, Өфө), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1993), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1981). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 1962 й. тиклем “Математика” рефератив ж. мөхәррире, 1965—73 йй. Бөтә Союз сит ил әҙәбиәте китапханаһының матем....

КРАСНАЯ БАШКИРИЯ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

КРАСНАЯ БАШКИРИЯ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 636 кеше; 1959 — 850; 1989 — 2016; 2002 — 2286; 2010 — 2435 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). К.Б. —...

КРАСНИКОВ Николай Олегович

КРАСНИКОВ Николай Олегович (4.2.1985, Шадринск ҡ.), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2023). Шадринск педагогия институтын тамамлаған (2007). Спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе...

КРАСНОАРМЕЙСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КРАСНОАРМЕЙСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 139 кеше; 1959 — 314; 1989 — 261; 2002 — 272; 2010 — 241 кеше. Башҡорттар, сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Первомайский урта мәктәбе...

КРАСНОВ Сергей Борисович

КРАСНОВ Сергей Борисович (31.8.1948, Өфө ҡ. — 16.6.2020, шунда уҡ), рәссам. Рәсәй художество академияһы академигы (2007). БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1976). 1964—66 йй. 2‑се Өфө педагогия училищеһында уҡый. 1978—81 йй. СССР Художество академияһында (Мәскәү...

КРАСНОВА Зоя Игнатьевна

КРАСНОВА Зоя Игнатьевна (12.5.1938, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Поповка а. — 16.1.2014, Салауат ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1957 й. алып Ермолаевка ательеһының (Көйөргәҙе р‑ны) шәхси тегеү оҫтаһы, 1958 й. — Салауат тегеү ф‑каһы тегеүсеһе, 1960—88 йй. “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑ның минераль ашламалар з‑ды...

КРАСНОГВАРДЕЙСКИЙ РАЙОНЫ (Ырымбур өлкәһе)

КРАСНОГВАРДЕЙСКИЙ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. 1966 й. 30 дек. ойошторолған. Майҙаны — 2800 км2. Адм. үҙәге — Плешаново ауылы. Районда 16 ауыл советы, 59 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 23,2 мең кеше (2010), ш. иҫ. 25% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып...

КРАСНОГОРКА, Мәләүез р‑нындағы утар

КРАСНОГОРКА, Мәләүез р‑нындағы утар, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 254 кеше; 1959 — 203; 1989 — 73; 2002 — 118; 2010 — 96 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1920 й. һәм 1925 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә...

КРАСНОГОРСКАЯ Наталия Николаевна

КРАСНОГОРСКАЯ Наталия Николаевна (31.5.1948, Өфө), инженер- технолог. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1978 й. алып...

КРАСНОДАР КРАЙЫ

КРАСНОДАР КРАЙЫ, РФ субъекты. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында урынлашҡан. Азов, Ҡара диңгеҙ һәм Керчь боғаҙы һыуҙары м‑н йыуыла. Украина, Ростов өлкәһе, Ставрополь крайы, Абхазия, Ҡарасәй‑Черкес Республикаһы м‑н сиктәш. Үҙәге — Краснодар ҡалаһы. 1937 й. 13 сент. ойошторолған. Составында 38 район,...

КРАСНОКАМА МАРИ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

КРАСНОКАМА МАРИ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1920 й. Бөрө уҡытыусылар семинарияһын (ҡара: Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе) үҙгәртеп ҡорғандан һуң, 1921 й. мари пед. техникумы булараҡ нигеҙләнә. 1924 й. Бөрө татар‑башҡ. пед. техникумы (ҡара: Бөрө татар педагогия училищеһы) м‑н берләшә, 1930 й....