Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КРЕМНИЙОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР

КРЕМНИЙОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаһының элементар звеноһында кремний атомдары булған элементорганик полимерҙар төрө. К.п. органик булмаған (кремний атомдары кислород, азот, көкөрт атомдары м‑н сиратлашып килә), органик‑органик булмаған (кремний атомдары углерод атомдары м‑н сиратлаша) һәм органик...

КРЕПОСТНОЙ ЙЫЛАЙЫР, Баймаҡ р-нындағы ауыл

КРЕПОСТНОЙ ЙЫЛАЙЫР, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 56 км һәм Сибай т. юл ст. 97 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 128 кеше; 1939 — 366; 1959 — 1345; 1989 — 183; 2002 — 169; 2010 — 142 кеше. Урыҫтар йәшәй. Төп мәктәп (Ишбирҙе урта...

КРЕСЛО‑КОЛЯСКАЛАР

КРЕСЛО‑КОЛЯСКАЛАР, терәк‑хәрәкәт аппараты функциялары боҙолған кешеләр, инвалидтар, оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ултырғыслы, таянсыҡтары һәм баҫҡыстары булған тәгәрмәсле техник хәрәкәт итеү саралары. Файҙаланыу шарттарына һәм тәғәйенләнешенә ҡарап бүлмә эсендә, саф һауала йөрөү, универсаль, юлда...

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1892 й. Нижегородка биҫтәһендә Дионисий I инициативаһы м‑н сауҙагәр Т.П.Козлов аҡсаһына төҙөлә, 1893 й. изгеләндерелә. 19—20 бб. араһындағы рус стилендәге сиркәү (20х29,3 м) ағастан, 6 көмбәҙле, 8 тәреле (6‑һы ҡорамда, 1‑һе күтәрмәлә, 1‑һе алтарҙа) итеп төҙөлә,...

КРЕТИНИН Михаил Васильевич

КРЕТИНИН Михаил Васильевич [30.1.1940, Чкалов өлк. (Ырымбур өлк.) Черкассы а. — 16.2.2012, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1993). РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1965) машиналар эшләү з‑дында эшләй (Очёр ҡ.), 1967— 72 йй., 1976—78 йй. “Башгипронефтехим”...

КРЕЦУЛ Олег Васильевич

КРЕЦУЛ Олег Васильевич (21.2.1975, Кишинёв ҡ.), спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). 2001—09 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.П.Глигор, В.А.Пегов). Күреү буйынса инвалидтар араһында Паралимпия уйындары...

КРИВОВ Тимофей Степанович

КРИВОВ Тимофей Степанович (21.2.1886, Һамар губернаһы Иҫке Ерёмкин а. — 16.8.1966, Мәскәү ҡ.), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1902 й. башлап Өфө тимер юл оҫтаханалары, 1906—07 йй. Златоуст ҡ. паровоз депоһы...

КРИВОНОГОВ Виктор Петрович

КРИВОНОГОВ Виктор Петрович (10.4.1933, Горький крайы Щедровка а. — 31.10.2004, Өфө ҡ.), химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1997). Горький политехник институтын тамамлағандан һуң (1962) Өфө химия заводында смена начальнигы, 1964 й. алып Органик химия институтында (Өфө ҡ.): 1980—88 йй. лаборатория...

КРИВОРОТОВ Михаил Павлович

КРИВОРОТОВ Михаил Павлович [10.9.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Константиновка а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 18.2.1943, Әстерхан ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Благовар р‑нының БашҮБК ис. с‑зында эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш...

КРИВОШЕЕВ Александр Сергеевич

КРИВОШЕЕВ Александр Сергеевич (25.1.1964, Стәрлетамаҡ ҡ.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы  (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1990 й. башлап Математика институтының өлкән, 1995 й. — төп ғилми хеҙмәткәре, 1997 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2000 й. алып баш ғилми хеҙмәткәре һәм 1996 й....

КРИВОШЕЕВ Андрей Николаевич

КРИВОШЕЕВ Андрей Николаевич (20.10.1970, Салауат ҡ.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2004). БДПИ‑ны тамамлаған (1994). “Нефтехимик” спорт комб‑ты (Салауат), Профсоюздар спорт йәмғиәте, “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте...

КРИВОШЕЕВ Игорь Александрович

КРИВОШЕЕВ Игорь Александрович (18.2.1954, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй: 1981—83 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. алып проректор урынбаҫары, 1986—90 йй. бүлек мөдире, 2001—03 йй. ғилми‑тикшеренеү...

КРИВОШЕЕВА Олеся Александровна

КРИВОШЕЕВА Олеся Александровна (3.12.1983, Өфө ҡ.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2019). А.С.Кривошеевтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (2007), 2006 й. алып шунда уҡ эшләй: хисаплау математикаһы кафедраһы лаборанты, 2007 й. — уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2015 й. башлап математика һәм мәғлүмәт...

КРИВОШЕИН Василий Иванович

КРИВОШЕИН Василий Иванович [17.2.1925, БАССР‑ҙың Иглин кантоны Охлебинин а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 21.8.2007, Өфө], тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1967), СССР‑ҙың спорт мастеры (1952). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик...

КРИВЦОВ Анатолий Иванович

КРИВЦОВ Анатолий Иванович (7.12.1933, Үҙәк Ҡара тупраҡлы өлкәһе Кривцов а. — 8.10.2010, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1975), профессор (1982). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1983, 1986), почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1984)....

КРИЗСКИЙ Владимир Николаевич

КРИЗСКИЙ Владимир Николаевич (16.4.1962, Мәләүез ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2005), проф. (2007). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй: 1990—2000 йй. информатика һәм хисаплау...

КРИОНИ Николай Константинович

КРИОНИ Николай Константинович (5.9.1953, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2005), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ярославль радиозаводында эшләй. 1977...

КРИСТАЛДАР ХИМИЯҺЫ

КРИСТАЛДАР ХИМИЯҺЫ, кристалдарҙағы арауыҡта урынлашыуҙы һәм химик бәйләнештәрҙе, ш. уҡ кристалл матдәләрҙең физик һәм химик үҙсәнлектәренең уларҙың төҙөлөшөнә бәйләнешле булыуын өйрәнеүсе фән. Кристаллография, минералогия, стереохимия, физик химия, нестехиометрия м‑н, катализаторҙар, цеолиттарҙың ион...

КРИСТАЛЛ НИГЕҘ

КРИСТАЛЛ НИГЕҘ, төрлөсә метаморфланған һәм дислокацияланған ҡатламдарҙан торған геологик платформа нигеҙе. Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөнөң К.н. ҡатмарлы төҙөлөшкә эйә һәм көмбәҙҙәр, суҡаҡтар, уйпатлыҡтар, бөгөлдәр һәм грабендар рәтенә бүленә (ҡара: Волга‑Урал антеклизаһы). Тәрән быраулау...

КРОВКО Пётр Михайлович

КРОВКО Пётр Михайлович (19.12.1911, Чернигов губ. Унеча утары — 13.5.1992, Унеча ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Энгельс ис. Ленинград хәрби-сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1930 й. алып Унеча т. юл ст. эшләй. 1933—37 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла....