Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КУБЛИЦКИЙҘАР

КУБЛИЦКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Иванович К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). 1674 й. Смоленск ҡ. Ҡазан өйәҙенең Яңы Шишмә ҡәлғәһенә күсерелә. Сит ил хеҙмәтле кешеләре (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле...

КУВАКИН, Краснокама р‑нындағы ауыл

КУВАКИН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Никольск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Ҡарман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Ҡоро Ҡалмаш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 463; 1939 — 455; 1959 — 415; 1989 — 227; 2002 — 145; 2010 — 202 кеше. Мариҙар...

КУВШИНОВ Леонид Михайлович

КУВШИНОВ Леонид Михайлович (5.8.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Преображенск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., — 18.8.1973, Мәскәү, Мәскәү өлк. Монино ҡсб ерләнгән), лётчик, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1957). СССР‑ҙың атҡ. һынаусы лётчигы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өсөнсө...

КУВЫКИН Степан Иванович

КУВЫКИН Степан Иванович (25.10.1903, Һарытау губ. Алай а. — 16.9.1974, Мәскәү), инженер-нефтсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Техник ф. канд. (1957). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1947). 1927 й. алып “Азнефть”...

КУВЫКОВ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

КУВЫКОВ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 977 кеше; 1920 — 948; 1939 — 987; 1959 — 560; 1989 — 317; 2002 — 318; 2010 — 294 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

КУГУЛЬТИНОВ Дауыт Никитич

КУГУЛЬТИНОВ Дауыт Никитич (13.3.1922, Ҡалмыҡ авт. өлк. Гахан‑Авганара а. – 17.6.2006, Элиста), шағир. Ҡалмыҡ АССР‑ының халыҡ шағиры (1969). Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). “Моабит тотҡоно” (“Моабитский узник”; 1958), “Аҡыл сыуалышы” (“Бунт разума”; 1965—71) поэмалары, “Йөрәк күҙҙәре менән” (“Глазами сердца”;...

КУГУШЕВ Вячеслав Александрович

КУГУШЕВ Вячеслав Александрович (22.1.1863, Өфө — 30.8.1944, Мәскәү), кенәз, рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы (1907—19). С.‑Петербург урман ин‑тын тамамлаған (1886). 1884—1905 йй. бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1887—93 йй. Өфө губ. лесничий ярҙамсыһы, 1898—1902 йй....

КУГУШЕВА Мария Вячеславовна

КУГУШЕВА Мария Вячеславовна (20.9.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Үҙән утары – 22.6.1950, Өфө), муз. белгесе, педагог, муз. эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1945). В.А.Кугушевтың ҡыҙы. Мәскәү филармония йәмғиәтенең Муз.‑драма уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1917) Рәсәй муз. йәм ғиәтенең Өфө бүлексәһендә...

КУДАШКИНА Наталья Владимировна

КУДАШКИНА Наталья Владимировна (8.7.1967, Пермь ҡ.), фармакогност. Фарм. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) шунда уҡ эшләй: 2005 й. алып ботаника һәм фитотерапия нигеҙҙәре курсы м‑н фармакогнозия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре гинекологик ауырыуҙар фитотерапияһына, Башҡортостандың ҡайһы...

КУДИМОВ Павел Васильевич

КУДИМОВ Павел Васильевич (1899, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән а., — 27.10.1943, Украина ССР‑ы Ходоров а. янында), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Түбә руднигында (Баймаҡ р‑ны) эшләй. 1942 й. башлап...

КУДРЯВЦЕВ Николай Дмитриевич

КУДРЯВЦЕВ Николай Дмитриевич (1.10.1860 — 1914, Ырымбур ҡ.), Ырымбур губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—14) депутаты. Коллегия советнигы (1908). Дворяндарҙан. 1‑се Павел хәрби уч‑щеһын (С.‑Петербург) тамамлаған. Думала октябристар фракцияһы ағзаһы. Д.А.Сафонов Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев...

КУДРЯШЁВ Александр Фёдорович

КУДРЯШЁВ Александр Фёдорович (29.7.1946, Харьков ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1991). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Бөтә Союз эксперименталь физика ҒТИ‑ның (Арзамас‑16 ҡ.), 1972—73 йй. СССР ФА‑ның Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре....

КУДРЯШЁВ Пётр Михайлович

КУДРЯШЁВ Пётр Михайлович (1797, Ырымбур губ. Верхнеурал ҡ. — 9.5.1827, Ырымбур ҡ.), урыҫ яҙыусыһы, тарихсы. Верхнеурал хәрби етемдәр уч‑щеһын тамамлағандан һуң Ырымбур айырым корпусында (1817—1827) хеҙмәт итә. Фольклор мотивтары б‑са яҙылған “Абдрахман” поэмаһында (ҡулъяҙмаһы табылмаған; өҙөктәре 1826—27 йй....

КУЗЕЕВ Искәндәр Рөстәм улы

КУЗЕЕВ Искәндәр Рөстәм улы (14.3.1950, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). РФ‑тың (2009), БР‑ҙың (1999) атҡ. фән эшмәкәре. Р.Ғ.Кузеевтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып химик етештереү машиналары һәм аппараттары каф., 2009 й. — технологик машиналар...

КУЗЕЕВ Рәил Ғүмәр улы

КУЗЕЕВ Рәил Ғүмәр улы [10.1.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 2.8.2005, Өфө], этнолог, тарихсы. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), БР ФА акад. (1991), Сыуаш Респ. Фән һәм сәнғәт милли академияһының почётлы акад. (1996). Тарих ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РСФСР‑ҙың (1979), БАССР‑ҙың...

КУЗЕЕВ Рөстәм Ғүмәр улы

КУЗЕЕВ Рөстәм Ғүмәр улы [5.1.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 23.3.1998, Өфө], тарихсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Тарих ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рәил Ғ.Кузеевтың ағаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын...

КУЗЕЕВ Энгил Мөрсәлим улы

КУЗЕЕВ Энгил Мөрсәлим улы (29.8.1938, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Мораҡ а. — 7.1.2021, Өфө ҡ.), селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1977). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың ауыл хужалығы отличнигы (1977). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Ауырғазы районының “Алға” колхозында...

КУЗНЕЦ Михаил Мефодиевич

КУЗНЕЦ Михаил Мефодиевич (30.9.1900, Киев губ. Горянка а. — 1959, Киев), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1939), проф. (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев мед. ин‑тын тамамлаған (1927), 1931 й. алып шунда уҡ уҡыта, 1939—42 йй. Ленинград һәм Куйбышев ҡҡ. хәрби‑мед. академияларында эшләй, 1945—53 йй....

КУЗНЕЦОВ Александр Игнатьевич

КУЗНЕЦОВ Александр Игнатьевич (15.8.1915, Өфө — 11.2.1991, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1945 й. алып Благовещен р‑нында эшләй: 1946 й. — урта мәктәп дир., 1948 й. — ВКП(б) район ком‑тының пропаганда бүлеге мөдире; 1950—79 йй. Өфөнөң 6‑сы ПТУ‑нда уҡыта....

КУЗНЕЦОВ Александр Павлович

КУЗНЕЦОВ Александр Павлович [8.11.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Екатериновка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 30.5.1979, Львов ҡ., Ивано-Франковск ҡ. ерләнгән], артиллерист, гвардия полковнигы (1975). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев артиллерия училищеһын тамамлаған (1953)....