Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КҮГӘРСЕН КҮҘЕ

КҮГӘРСЕН КҮҘЕ (Myosotis), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, тропик Африка тауҙарында, Көньяҡ Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 8 төрө үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 8—50 см бейеклектә, тармаҡлы...

КҮГӘРСЕН КҮҘЕ ҺЫМАҠТАР

КҮГӘРСЕН КҮҘЕ ҺЫМАҠТАР (Boraginaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 100 заты, 2 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡлыҡтар, ҡыуаҡлыҡтар, лианалар һәм ағастар. Башҡортостанда 18 заттың (буглосоидес, гакелия, бүресәскә, күгәрсен күҙе һ.б.) яҡынса 30 төрө үҫә. Ҡаты төклө...

КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ

КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. урынлашҡан. 1978 й. йәмәғәт башланғысында Күгәрсен тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй.— Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1981 й. асыла. Музей фондында 2000‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 19 б. Ҡазанда Кәримовтар типографияһы сығарған...

КҮГӘРСЕН РАЙОНЫ

КҮГӘРСЕН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Мәләүез һәм Бөрйән, көнсығышта — Йылайыр, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Ейәнсура р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Көйөргәҙе р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Мораҡ р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Йылайыр һәм Стәрлетамаҡ...

КҮГӘРСЕН УРТА МӘКТӘБЕ

КҮГӘРСЕН УРТА МӘКТӘБЕ, Ейәнсура р‑нында урынлашҡан. 1911 й. мәҙрәсә нигеҙендә 4 йыллыҡ яңы ысуллы мәктәп булараҡ асыла. 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — башланғыс, 1935 й. — тулы булмаған урта, 1957 й. — урта мәктәп, 2001 й. башлап Нәбиулла Кәримов ис. Күгәрсен урта мәктәбе. Кинйәбулат һәм...

КҮГӘРСЕН ҺЫМАҠТАР

КҮГӘРСЕН ҺЫМАҠТАР (Columbiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 300 төрө билдәле. БР‑ҙа күгәрсендәр ғаиләһенә ҡараған 6 төрө осрай. Уртаса ҙурлыҡтағы (кәүҙә оҙонлоғо — 26—46 см, ауырлығы — 100—600 г) күсәр һәм ултыраҡ ҡоштар. Ҡауырһын ҡапламында һоро, балауыҙ һары, көрәнһыу төҫ күп. Суҡышы бәләкәй,...

КҮГӘРСЕН‑БҮЛӘК, Шаран р‑нындағы ауыл

КҮГӘРСЕН‑БҮЛӘК, Шаран р‑нындағы ауыл, Түб. Зәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 921 кеше; 1920 — 1126; 1939 — 950; 1959 — 550; 1989 — 325; 2002 — 245; 2010 — 200 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

КҮГӘРСЕН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

КҮГӘРСЕН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ямашлы й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 737 кеше; 1920 — 918; 1939 — 930; 1959 — 1010; 1989 — 835; 2002 — 918; 2010 —...

КҮГӘРСЕН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

КҮГӘРСЕН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Күгәрсен а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Күгәрсен й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 848 кеше; 1920 — 1552; 1939 — 1162; 1959 — 1253; 1989 — 893; 2002 — 917; 2010 —...

КҮГӘРСЕН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КҮГӘРСЕН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 814 кеше; 1920 — 956; 1939 — 1048; 1959 — 877; 1989 — 308; 2002 — 263; 2010 — 178 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

КҮГЕЛ, Благовар р‑нындағы ауыл

КҮГЕЛ, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Күгел й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 124 кеше; 1920 — 208; 1939 — 260; 1959 — 211; 1989 — 127; 2002 — 97; 2010 — 71 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

КҮГИҘЕЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КҮГИҘЕЛ, Комсомол, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 75 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Суҡҡарағас й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 92 кеше; 1959 — 603; 1989 — 459; 2002 — 469; 2010 — 411 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ

КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ, күҙ алмаһы, уның өҫтәмәләре (күҙ ҡабаҡтары, күҙҙең тиресә шекәрәһе, күҙ йәше ағзалары) һәм күҙ соҡоро ауырыуҙары төркөмө. Патологик процесс үҫеше тупланған урындан сығып күҙ ҡабағы (блефарит, халазион, арпа һ.б.), тоташтырыусы туҡыма (конъюнктивит, паратрахома, трахома һ.б.), күҙ йәше...

КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ ИНСТИТУТЫ

КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ ИНСТИТУТЫ, 1926 й. Өфө өлкә күҙ ауырыуҙарын дауалау учреждениеһы (1903 й. асыла) базаһында БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның Башҡ‑н дәүләт трахоматоз ғилми-тикшеренеү ин‑ты булараҡ ойошторола. 1937 й. Өфө күҙ клиник дауаханаһы һәм Респ. трахоматоз диспансеры итеп үҙгәртелә, 1945 й. улар берләштерелгәндән...

КҮҘ ҺӘМ ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ ҮҘӘГЕ

КҮҘ ҺӘМ ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ ҮҘӘГЕ, туҡыма һәм күҙәнәк регенерацияһы проблемалары б‑са махсуслашҡан ғилми‑етештереү, дауалау-диагностикалау һәм уҡытыу‑методик комплексы. Өфөлә урынлашҡан. Фәнни (электрон һәм лазерлы микроскопия, эксперименталь һәм клиник иммунология лаб. м‑н морфология һәм цитохимия бүлектәре,...

КҮҘӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

КҮҘӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 506 кеше; 1920 — 415; 1939 — 377; 1959 — 323; 1989 — 203; 2002 — 190; 2010 — 127 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

КҮҘӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

КҮҘӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Күҙәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 429 кеше; 1920 — 1105; 1939 — 1039; 1959 — 708; 1989 — 464; 2002 — 498; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

КҮҘӘНӘКТӘР ҺӘМ ТУҠЫМАЛАР КУЛЬТУРАҺЫ

КҮҘӘНӘКТӘР ҺӘМ ТУҠЫМАЛАР КУЛЬТУРАҺЫ, үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың һәм кешенең айырым күҙәнәктәрен, туҡымаларын яһалма туҡлыҡлы мөхиттә асептик шарттарҙа (in vitro) үҫтереү һәм оҙайлы ваҡыт һаҡлау. К.һ.т.к. гендар һәм күҙәнәктәр инженерияһында ҡулланыла. Хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең биотөрлөлөгөн һаҡлау,...

КҮЗБӘКОВ Фәнил Тимерйән улы

КҮЗБӘКОВ Фәнил Тимерйән улы (2.12.1952, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Әбет а.), тарихсы, журналист, шағир. Тарих ф. канд. (1983), филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2003), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2007). Яҙыусылар союзы (1996), Журналистар союзы (2002)...

КҮК ЕСЕМДӘРЕ ТОТОЛОУ

КҮК ЕСЕМДӘРЕ ТОТОЛОУ, астрономик күренеш, был ваҡытта Ай, Ҡояш, планета, планетаның юлдашы йәки йондоҙ Ерҙәге күҙәтеүсегә тулыһынса йәки өлөшләтә күренмәй. Ай тотолоу (өлөшләтә һәм тулыһынса) Ай тулған ваҡытта, Ер Ай м‑н Ҡояш араһында торғанда башлана. Ай өлөшләтә тотолғанда Ерҙең күләгәһенә саҡ ҡына...