Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАНОННИКОВ ТАУЫ

КАНОННИКОВ ТАУЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Ейәнсура р‑ны Түб. Аҡбирҙе а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Аҡбирҙе һәм Самаҙы йй. (Һаҡмар й. басс.) араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Абс. бейеклеге 483 м. Оҙонлоғо 1,8 км, киңлеге яҡынса 1 км. Битләүҙәре текә. Урта һәм өҫкө...

КАНТАТА

КАНТАТА (лат. cantare — йырлау), бер йәки бер нисә йырсы‑солист, хор һәм оркестр өсөн муз. әҫәр (бер солист м‑н хор өсөн, a cappella хор өсөн К. була). Композицион төҙөлөшө б‑са ораторияға оҡшаш, ләкин унан бәләкәйерәк күләме, ябайыраҡ йөкмәткеһе, сюжетта драматик үҫеш булмауы м‑н айырыла. Тантаналы,...

КАНТОН

КАНТОН, 1) Рәсәйҙә идара итеүҙең кантон системаһы осоронда хәрби-терр. берәмек. 1798 й. 10 апр. указ м‑н раҫлана. Терр. (өйәҙ) принцип б‑са ойошторолған, йорттарға (башҡ. һәм мишәр К.) һәм полктарға (казак) бүленгән; йыш ҡына бер үк улус терр‑яһы бер нисә К. бүленгән. Башында кантон башлыҡтары торған,...

КАНТОН БАШЛЫҒЫ

КАНТОН БАШЛЫҒЫ, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда кантонда иң юғары вазифалы кеше. Тәүге К.б. Ырымбур губернаторы И.А.Игельстром тарафынан тәғәйенләнгән, һуңыраҡ — чиновниктар һайлаған (хәрби губернатор раҫлаған). Земство суды (йыш ҡына суд вәкилдәре башбаштаҡлыҡ ҡылған) вәкилдәре ҡатнашлығында...

КАНТОН МӘКТӘПТӘРЕ

КАНТОН МӘКТӘПТӘРЕ, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. Халыҡ һәм Башҡорт ғәскәре командованиеһы башланғысы м‑н ойошторолалар. Хәрби министрлыҡ ҡарамағында булалар һәм кантон башлыҡтары контроле аҫтында эшләйҙәр. Башлыса ауыл ерендә асылалар,...

КАНТОН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

КАНТОН, Сыҡты, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Бәрҙәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 36 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 82 кеше; 1939 — 158; 1959 — 210; 1989 — 148; 2002 — 149; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар йәшәй...

КАНТОР Евгений Абрамович

КАНТОР Евгений Абрамович (19.2.1946, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1982), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй: 1977 й. алып тармаҡ лаб. мөдире, 1986 й. — физика каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре туйындырылған гетероциклик...

КАНТОРОВИЧ Владимир Яковлевич

КАНТОРОВИЧ Владимир Яковлевич (2.4.1901, Петербург — 27.6.1977, Мәскәү), яҙыусы. “Сахалин очерктары” (“Сахалинские очерки”; 1932), “Ҙур шанс” (“Большой шанс”; 1934), “Чародин юлы” (“Чародинская дорога”; 1935), “Көс сығанағы” (“Источник силы”; 1958) китаптары һ.б. авторы. 1935 й. һәм 1965 й. Башҡортостанға...

КАНТЮКОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КАНТЮКОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 22 км алыҫлыҡта Олокүл (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 229 кеше; 1939 — 251; 1959 — 390; 1989 — 231; 2002 — 249; 2010 — 312 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

КАНЦЕРОГЕНДАР

КАНЦЕРОГЕНДАР (лат. cancer — шеш һәм ...генез), яман шештәрҙең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә булышлыҡ итеүсе химик берләшмәләр, биол. (стероид гормондар, онкоген вирустар һ.б.) йәки физик (ионлаштырыусы һ.б. төр нурланыштар) агенттар. Халыҡ‑ара яман шеште өйрәнеү б‑са агентлыҡ тарафынан канцерогенлыҡтың...

КАПАТОВ Игорь Альбертович

КАПАТОВ Игорь Альбертович (19.8.1953, Горький ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Горький театр уч‑щеһын (1977; Ю.М.Копылов курсы), ӨДСИ‑не (1986; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1977 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1982 й. — БР‑ҙың Респ....

КАПАТОВА Людмила Юрьевна

КАПАТОВА (Полянская) Людмила Юрьевна (29.5.1955, Горький өлк. Кстово ҡсб), актриса. РФ‑тың атҡ. артисы (2006). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Горький театр уч‑щеһын (1976; А.И.Мишин курсы), ӨДСИ‑не (1986; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1977 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1987 й. — Башҡортостандың...

КАПЕЛЛА, йондоҙ

КАПЕЛЛА, Ылаусы α‑һы, спектраль-ҡуш (һары) гигант йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,1. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 14 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 42 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшарҙағы иң баҙыҡ йондоҙҙарҙың береһе. БР терр‑яһында байымай торған йондоҙ. Дек., төн ур‑ таһында йондоҙ...

КАППЕЛЬ Владимир Оскарович

КАППЕЛЬ Владимир Оскарович [16.4.1883, Тула губернаһы Белёв ҡ. — 26.1.1920, Себер тимер юлы Утай разъезы; Чита ҡ. ерләнгән, 1920 й. — Харбин ҡ. (Ҡытай), 2007 й. Мәскәү ҡ. ҡабаттан ерләнгән], Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑лейтенант (1919). Дворяндарҙан. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

КАР Василий Алексеевич

КАР Василий Алексеевич (1730 — 25.2.1806, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1770). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта һәм 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар‑мар итеүҙә ҡатнашыусы. 1748 й. алып рус армияһында. 1773 й. 14 окт. башлап Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәрен ҡыйратыу...

КАРАБАНОВ Георгий Николаевич

КАРАБАНОВ Георгий Николаевич (1.2.1938, Петропавловск ҡ. — 9.11.2002, Өфө), анестезиолог‑реаниматолог, онколог. Мед. ф. д‑ры (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Архангел өлк. Вышний Волочёк, Керчь ҡҡ. мед. учреждениеларында, 1970 й. алып Респ. онкология диспансерында (Өфө) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...

КАРАИДЕЛЬ, ҡарағат сорты

КАРАИДЕЛЬ, ҡара ҡарағат сорты. 1995 й. М.Ғ.Әбдиева һәм Н.Ғ.Әбдүкова (БНИИЗиС) тарафынан Память Мичурина һәм Компактная сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Ҡыуағы уртаса бейеклектә, аҙ тармаҡлы. Үрендеһе төҙ, ҡуйы ал төҫтә. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, ҡуйы йәшел, тоноҡ, йыйырсыҡлы. Емеш тәлгәштәре...

КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы

КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы (16.7.1961, Өфө ҡ.), кардиолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2015), медицина фәндәре докторы (2011). РФ‑тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2023), БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Республика кардиология диспансерында эшләй: 2000 й. алып баш...

КАРАМОВА Лена Мирза ҡыҙы

КАРАМОВА Лена Мирза ҡыҙы (6.2.1939, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), профпатолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РФ‑тың (2006) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. табибы, Рәсәйҙең Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙм‑ре...

КАРАМЫШЕВ Виктор Григорьевич

КАРАМЫШЕВ Виктор Григорьевич (19.10.1937, Житомир ҡ. — 17.3.2014, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2010). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1969 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1995—99 йй. фән б‑са дир. урынбаҫары....