Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАРАУЛОВА Нина Александровна

КАРАУЛОВА (Караулова‑Дубенская) Нина Александровна (29.7.1886, Каинск ҡ. Томск губ. — 1975, Өфө), йырсы (колоратур сопрано). БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1946). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1916). Киев консерваторияһын тамамлағандан һуң (1915; В.А.Цветков класы) Киев опера театры солисы. 1922 й....

КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, күп нигеҙле кислоталар амидтарының ҡораулы полимерҙарға әүерелергә һәләтле альдегидтар м‑н поликонденсацияланыуының олигомер продукттары. Формальдегидтың мочевина һәм уның сығарылмалары — тиомочевина, меламин, дициандиамид м‑н конденсацияланыуынан синтезланыусы термоактив ыҫмалалар...

КАРБИДТАР

КАРБИДТАР (лат. carbo — күмер), углеродтың металдар һәм ҡайһы бер металл булмаған матдәләр м‑н берләшмәләре. Атомдар араһындағы химик бәйләнештәрҙең төрө б‑са ионлы, ковалентлы һәм металға оҡшаш К. айыралар. К. элементтарҙың вакуумда йәки тергеҙеүсе мөхиттәрҙә һ.б. углерод йәки углеродлы газдар м‑н...

КАРБОН

КАРБОН, ташкүмер системаһы (осоро), палеозойҙың бишенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы 359,2±2,5 млн йыл, тамамланыуы — 299,0±0,8 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла В.Конибир һәм В.Филлипс тарафынан айырып күрһәтелә (1822). Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Уралда, Ҡаҙағстанда, Ҡытайҙа 3 бүлеккә...

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ, дөйөм формулаһы RCOOH булған органик кислоталар, R — органик радикал, СООН — карбоксил төркөмө. Карбоксил төркөмдәренең һаны б‑са моно‑, ди‑ һәм поликарбон, углеводород радикалы оҙонлоғо б‑са — түбән (С1—С6) һәм юғары (С6‑нан артығыраҡ; ҡара: Синтетик май кислоталары), радикал структураһы...

КАРБОНИЛЛЕ БЕРЛӘШМӘЛӘР

КАРБОНИЛЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында карбонил төркөмө С=О булған органик һәм органик булмаған берләшмәләр. Органик булмаған К.б. углерод оксидын һәм диоксидын, карбонаттарҙы һ.б. индерәләр. Карбонил төркөмө м‑н бәйле алыштырыусыларҙың төрөнә ҡарап органик К.б. альдегидтарға (R—CH=O, бында R=H, Alk,...

КАРДИО...

КАРДИО... (гр. kardia – йөрәк), ҡушма һүҙҙәрҙең “йөрәккә ҡағылышлы” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., кардиология, кардиохирургия). Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

КАРДИОЛОГИЯ

КАРДИОЛОГИЯ (кардио...һәм ...логия), медицинаның йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы төҙөлөшөн һәм функцияларын, ҡан әйләнеше системаһы ағзалары ауырыуҙарының сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник формаларын, уларҙың диагностикаһын, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. К. проблемалары б‑са...

КАРДИОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ

КАРДИОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ, респ. дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостандағы йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан иҫкәртеү һәм уларҙы дауалау эштәре б‑са махсуслаштырылған төп үҙәк булып тора. Өфөлә урынлашҡан. Составында көнөнә 250 тапҡыр ҡабул итеүсе консультатив поликлиника, 470 койкаға иҫәпләнгән...

КАРДИОХИРУРГИЯ

КАРДИОХИРУРГИЯ (кардио... һәм хирургия), хирургияның ҡан әйләнеше системаһы ағзалары ауырыуҙарын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, оператив дауалау ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. уртаһында йөрәк яралары (Н.‑Ғ.Н.Байтирәков), 50‑се йй. башында ҡыҫыусы перикардит (А.К.Шипов),...

КАРИКАТУРА

КАРИКАТУРА (итал. caricatura, caricare — тейәү, арттырыу), тормоштағы хәл‑ваҡиғалар м‑н фантастик күренештәрҙе берләштереү, кешегә хас һыҙаттарҙы арттырып һәм көсәйтеп күрһәтеү, көтөлмәгән сағыштырыуҙар һәм оҡшатыуҙарҙы файҙаланыу юлы м‑н комик тәьҫиргә ирешелгән һүрәт; һүрәтләү сатираһының төп формаһы...

КАРКАС СТРУКТУРАЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР

КАРКАС СТРУКТУРАЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, полиэдрик берләшмәләр, полиэдрандар, һөлдәләре йомоҡ арауыҡ системаһын барлыҡҡа килтергән полициклик молекулалар. К.с.б. һәр бер цикл башҡалары м‑н конденсирланған (2 уртаҡ атом) йәки мостиклы (3 йәки күберәк уртаҡ атом) берләшмәләр тибында бәйләнгән. К.с.б. полиэдр төҙөлөшө...

КАРКЛИН Фриц Иванович

КАРКЛИН Фриц Иванович (12.3.1894, Курляндия губернаһы Гольдинген ҡ. — 17.7.1937, Тара ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1911 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1915—17 йй. Рига, Ревель һәм Петроград ҡҡ. партия эшендә. 1918 й. башлап РКП(б) латыш секцияһының Өфө...

КАРМАНОВ Афанасий Георгиевич

КАРМАНОВ Афанасий Георгиевич (18.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кәстәй а., хәҙ. БР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Кәстәй а., — 23.6.1941, Кишинёв), лётчик, капитан (1940). Советтар Союзы Геройы (1942). 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Өсөнсө лётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен...

КАРМАНОВ Юрий Михайлович

КАРМАНОВ Юрий Михайлович (31.10.1945, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина курсы) 1970 й. тиклем, 1979— 89 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө); 1971—74 йй. Вологда драма театры, 1975—79 йй. Вологда Йәш тамашасы театры;...

КАРМИШИН Дмитрий Дмитриевич

КАРМИШИН Дмитрий Дмитриевич [4.11.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Предтечино а. (БР‑ҙың Шаран районы) — 7.11.1956, Будапешт, Львов ҡ. ерләнгән], лётчик, гвардия капитаны (1956). Советтар Союзы Геройы (1956). 1956 й. Венгрияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов хәрби...

КАРНАЙ Али

КАРНАЙ Али [ысын исеме Зөлҡәрнәев Имамғәли Мөхәмәтдин улы; 6.1.1904, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Оло Шаҙы а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 16.6.1943, Чернигов ҡ. янында], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары кооператив курстарын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1927) Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар...

КАРНАУХОВ Михаил Николаевич

КАРНАУХОВ Михаил Николаевич (18.6.1889, Вятка губ. Слободской ҡ. — 8.1.1971, Өфө), фтизиатр. Мед. ф. канд. (1949). РСФСР-ҙың атҡ. табибы (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Юрьев ун‑тын тамамлағандан һуң (Эстония, 1916) Көңгөр ҡ. эшләй, 1919 й. Свердловск ҡ.: 1922 й. тиклем т. юл дауаханаһы...

КАРНАУХОВА (Хәсәнова) Эльмира Рәмил ҡыҙы

КАРНАУХОВА (Хәсәнова) Эльмира Рәмил ҡыҙы (10.7.1985, Баймаҡ ҡ.), спортсы. Шахмат буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2008), халыҡ‑ара мастер (2001), ФИДЕ мастеры (Халыҡ‑ара шахмат федерацияһы, 1999). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (2012). Шахмат буйынса республика ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры — Н.В.Хәсәнова)....

КАРП

КАРП (Cyprinus carpio), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ, һаҙандың һыу ятҡылыҡтарында үрсетелгән, эйәләштерелгән формаһы. К. тәңкәле (бөтә кәүҙәһе тәңкә м‑н ҡапланған), көҙгөлө (тәңкәләре кәүҙә буйлап таралған), һыҙыҡлы (тәңкәләре ян һыҙығы б‑са урынлашҡан), яланғас (тәңкәһеҙ)...