Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАРП ҺЫМАҠТАР

КАРП ҺЫМАҠТАР (Cypriniformes), һөйәкле балыҡтар отряды. 27 ғаиләһе, 2000‑дән ашыу төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә континенттарҙа ла таралған. БР‑ҙа карптар (ажау, аҡбалыҡ, йылға гольяны, күкен, ҡарабалыҡ, опто, чехонь, шаршы күкене һ.б.) һәм һаҡалсандар (еҙмыйыҡ, себер ҡомтөрткөһө, һаҡалсан,...

КАРПИНСКИЙ Александр Петрович

КАРПИНСКИЙ Александр Петрович (26.12.1846, Пермь губернаһы Турьинские рудники ҡсб — 15.7.1936, Мәскәү өлкәһе Удельная ҡсб, Мәскәү ҡ. Ҡыҙыл майҙанда ерләнгән), тау инженеры. Император Санкт‑Петербург ФА академигы (1896, 1916 й. алып вице‑президенты, 1917—36 йй. СССР ФА президенты), профессор (1877)....

КАРПОВ Владимир Григорьевич

КАРПОВ Владимир Григорьевич (30.8.1949, Стәрлетамаҡ ҡ. — 29.8.2009, шунда уҡ), инженер‑механик. Техник ф. канд. (1992). БР‑ҙың атҡ. химигы (1997). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1967—69 йй. һәм 1971—75 йй. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑дында эшләй. 1975—78 йй. “Техэнергохимпром” ПБ‑ның (Бердск ҡ.) Сибай...

КАРПОВ Вячеслав Григорьевич

КАРПОВ Вячеслав Григорьевич (7.3.1938, Куйбышев өлк. Яңы Сиремшән ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). Һарытау политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) “Башнефтепроект” ин‑тында эшләй (1963 й. алып баш инженер). 1967 й. башлап СССР ФА БФ-тың Иҡт. тикшеренеүҙәр...

КАРПОВ Даниэль Николаевич

КАРПОВ Даниэль Николаевич (2.1.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Яңы Фёдоровка а.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (2007). БССР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң...

КАРПОВ Михаил Яковлевич

КАРПОВ Михаил Яковлевич [4.11.1898, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тимашевка а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1937, Мәскәү], яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград коммунистик ун‑тында уҡыған (1922—25). 1930 йй. Мәскәүҙә эшләй: “Земля Советская” (“Совет ере”) ж. яуаплы мөхәррире, Бөтә Рәсәй радио...

КАРПОВ, ауыл Өфө составында

КАРПОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Калинин р‑нының Фёдоровка а/с ҡарай. Өфөнән К.‑Көнс. 48 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 53 кеше; 1939 — 382; 1959 — 399; 1989 — 92; 2002 — 125; 2010 — 135 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә Карповтар...

КАРПОВТАР

КАРПОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). Уның улдары: Никифор Иванович К., 1657 й. Мәскәүҙә түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Өфө өйәҙендә Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында...

КАРПУХИН Иван Егорович

КАРПУХИН Иван Егорович (5.2.1936, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Васильевка ҡсб), фольклорсы. БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (2018), филол. ф. д‑ры (1988), проф. (1998). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1986), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы...

КАРР Эдвард Халлетт

КАРР Эдвард Халлетт (28.6.1892, Лондон— 3.11.1982, Кембридж ҡ., Бөйөк Британия), инглиз тарихсыһы, философ. Кембридж ун‑тының Тринити колледжын тамамлаған. 1916—36 йй. дипломатия эшендә, 1941—46 йй. — журналистикала. 1936—40 йй. һәм 1946 й. алып фән һәм уҡытыу эшендә (1947 й. башлап Оксфорд һәм Кембридж...

КАРСТ

КАРСТ (нем. Karst, Карст йәки Красс яйлаһы исеменән, Словенияла), тәбиғи һыуҙарҙа ирегән тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән процестар һәм күренештәр йыйылмаһы. Ер аҫты (мәмерйәләр, ҡыуышлыҡтар, үткәүелдәр һ.б.) һәм ер өҫтө (соҡорҙар, һөҙәк соҡорҙар һ.б.) рельефы формалары комплексы, карст һыуҙарының,...

КАРСТ ҺАҘЛЫҠТАРЫ КОМПЛЕКСЫ

КАРСТ ҺАҘЛЫҠТАРЫ КОМПЛЕКСЫ Өлкөндө ауылы эргәһендә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Йүрүҙән й. басс., Дыуан р‑ны Өлкөндө һәм Митрофановка аа. тирә‑яғында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 267,5 га. Комплекс эсенә 300‑гә яҡын уйһыу һаҙлыҡ һәм күл инә. Яуым‑төшөм м‑н туйына. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: инглиз...

КАРСТ ҺЫУҘАРЫ

КАРСТ ҺЫУҘАРЫ, ярыҡлы карст һыуҙары, ярыҡтар һәм бушлыҡтар буйлап карсланған тоҡомдарҙа (тоҙ, гипс, карбонатлы тоҡомдар) хәрәкәт иткән ер аҫты һыуҙары. К.һ. ер өҫтө һыуҙарының һарҡыуы, ер аҫты һыуҙарының сиктәш һыулы горизонттарҙан ағып сығыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. К.һ. химик составы башлыса һыу...

КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, карстология, карсты, ш. уҡ уның ер өҫтөндәге сығанаҡтарын өйрәнеүсе инженерлыҡ геологияһы тармағы. К.ө.ғ. киң сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөнә бәйле 20 б. 80‑се йй. үҫеш ала; геохимия, гидрогеология, геотехника һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнгән. К.ө.ғ. дөйөм, төбәк, инженерлыҡ‑төҙөлөш һ.б....

КАРТАМЫШЕВ Анатолий Иоасафович

КАРТАМЫШЕВ Анатолий Иоасафович (27.6.1897, Дондағы Ростов ҡ. — 1973, Киев), дерматовенеролог. Мед. д‑ры (1929), проф. (1931). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑мед. акад. тамамлағандан һуң (Петроград, 1919) хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1939—45 йй. БДМИ-ның...

КАРТАШЁВКА, Архангел р‑нындағы ауыл

КАРТАШЁВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 252 кеше; 1920 — 266; 1939 — 316; 1959 — 981; 1989 — 183; 2002 — 116; 2010 — 103 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

КАРТОГРАФИЯ

КАРТОГРАФИЯ (карта һәм ...графия), 1) тәбиғи һәм ижт. күренештәрҙе географик карталар аша сағылдырған фән; 2) техника м‑н технологияның картографик әҫәр булдырыу һәм ҡулланыу өлкәһе; 3) етештереүҙең картографик продукция сығарыусы тармағы. Карта өйрәнеү белеменә, картометрияға, матем. К., төҙөү һәм...

КАРТУФ

КАРТУФ (Solanum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенең эт ҡарағаты затына ҡараған күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек төрө. Яҡынса 150 төрө билдәле, Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала таралған. Культурала (бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ) башлыса 2 оҡшаш төрө бар: андия һәм чили К., йәки бүлбеле К. Башҡортостанда бүлбеле К. үҫтерелә....

КАРУАН САУҘА ЮЛДАРЫ

КАРУАН САУҘА ЮЛДАРЫ, боронғо осорҙа һәм урта быуаттарҙа Көнсығыш һәм Көнбайыш илдәрен тоташтырған сауҙа маршруттары системаһы. Урта Азиянан һәм Кавказдан Уралға үтеүсе юлдарҙың булыуы т‑да мәғлүмәттәр антик авторҙар (Геродот, Птоломей) яҙмаларында һәм 9—10 бб. ғәрәп‑фарсы геогр. әҙәбиәтендә (Ибн Хордадбех,...

КАРУАНҺАРАЙ (Өфө)

КАРУАНҺАРАЙ, Сауҙа  рәттәре, 19 б. уртаһы — 20 б. башына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Үрге Сауҙа майҙаны, 1). Петербург архитекторы А.И.Мельников проекты б‑са (төҙөлөш барышында проектҡа башҡа архитекторҙар, төҙөүселәр тарафынан үҙгәрештәр индерелә) 1825—67 йй. (1799 й. янған Түб....