Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛАВРЕНТЬЕВ Михаил Алексеевич

ЛАВРЕНТЬЕВ Михаил Алексеевич (19.11.1900, Ҡазан — 15.10.1980, Мәскәү, Новосибирск ҡ. ерләнгән), математик, механик. СССР ФА (1946) һәм Украина ССР‑ы ФА (1939) акад., техник ф. д‑ры (1934), физика‑матем. ф. д‑ры (1935), проф. (1929). Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). МДУ‑ны тамамлаған (1922). 1929—76 йй. Мәскәү,...

ЛАВРЕНТЬЕВ Пётр Денисович

ЛАВРЕНТЬЕВ Пётр Денисович (11.1.1905, Дон ғәскәре өлк. Таганрог ҡ. — 4.10.1979, Химки ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Испаниялағы Граждандар һуғышында (1936—39) ҡатнашыусы. Харьков политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) 26‑сы Рыбинск мотор з‑дында, 1941 й. алып 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (Өфө) эшләй:...

ЛАВРОВ Сергей Андреевич

ЛАВРОВ Сергей Андреевич (6.11. 1935, Ҡаҙаҡ АССР‑ы Жана‑Семей ҡсб), конструктор. Техник ф. канд. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1977). Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) ӨПЭПБ‑ла эшләй: өлкән инженер‑конструктор, 1960 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1964 й. — баш конструктор,...

ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович

ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович [19.11.1898, Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлкәһе Әсекә районы) — 7.3.1972, Мәскәү ҡ.], химик‑органик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), химия фәндәре докторы (1937). Фәнни эшмәкәрлеге детонацияға ҡаршы өҫтәмәләрҙе, ш. иҫ. тетраэтилҡурғашты, синтезлауға,...

ЛАВСОНИТ, минерал

ЛАВСОНИТ (Лаусон фамилияһы буйынса), минерал, һыулы кальций алюмосиликаты, CaAl2[Si2O7](OH)2•H2O. Призма һәм пластинка рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Төҫө аҡтан алып тоноҡ зәңгәргә тиклем, ялтырауығы быяла кеүектән майлыға тиклем. Ҡатылығы 7; тығыҙлығы 3900 кг/м3. БР‑ҙа мәҡсүт метаморфик комплексының...

ЛАГОЙДА Виктор Гаврилович

ЛАГОЙДА Виктор Гаврилович (7.4.1950, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Объект а. – 28.12.2014, Өфө), педагог, тренер. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). СССР‑ҙың спорт мастеры (1977), хәҙерге бишбәйге б‑са халыҡ-ара (2001) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1993). БДПИ‑ны...

ЛАГОТИС

ЛАГОТИС (Lagotis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик бүлкәттәрендә, Уралда һәм Азияның тауҙарында таралған. Башҡортостанда урал Л. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы ярым паразит күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—40 см. Һабағы төҙ, йомро,...

ЛАҒЫР, Салауат р‑нындағы ауыл

ЛАҒЫР, Васик, Васҡын, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1018 кеше; 1920 — 1221; 1939 — 857; 1959 — 730; 1989 — 883; 2002 — 961; 2010 — 856 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ЛАҒЫР, һаҙлыҡ

ЛАҒЫР, Әй й. басс. һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Салауат р‑ны Лағыр а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1,6 мең га, торфтың уртаса ҡалынлығы 5,3 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ерек, көлһыу тал, тәлгәш ҡайын, тәпәш ҡайын, мүктәр үҫә; үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл...

ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич

ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич [8.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Братовщина а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 28.2.1991, Ярославль ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июненән Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 2‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия...

ЛАЗАРЕВ Николай Иванович

ЛАЗАРЕВ Николай Иванович (18.7.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡарама утары — 28.1.1998, Мәскәү өлк. Шишкин Лес ҡсб, Подольск ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. июленән 2‑се Балтик буйы фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө удар армия 5‑се танк корпусы...

ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна

ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна (11.9.1922, Силәбе губернаһы Мейәс Заводы ҡсб — 11.9.2019, Өфө ҡ.), фармаколог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлаған...

ЛАЗЕР

ЛАЗЕР, оптик квант генераторы (ингл. Light Amplification by Stimulated Emission of Radiation — мәжбүри нурланыш ярҙамында яҡтылыҡты көсәйтеү), оптик диапазондағы электромагнит нурланыш генераторы, механизмы актив мөхиттәге мәжбүри нурланышты файҙаланыуға нигеҙләнгән. Актив мөхит төрө б‑са — газлы, шыйыҡ,...

ЛАЗЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

ЛАЗЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, лазер нурланышы ярҙамында материалды йәки ярым фабрикатты эшкәртеү, яһау, уларҙың хәлен, үҙенсәлектәрен һәм формаһын үҙгәртеү ысулдары йыйылмаһы. Л.т. 1‑ҙән бер нисә мең Вт тиклем ҡеүәтле ҡаты есемле һәм газлы (углекислый газ) лазерҙар ҡулланыла. Технологик операцияларҙың төрөнә...

ЛАЙЛАЛЫ БӘШМӘКТӘР

ЛАЙЛАЛЫ БӘШМӘКТӘР (Myxomycota), хлорофилһыҙ, башлыса сапрофит бәшмәк һымаҡ организмдар төркөмө. Протостелиялар (примитив Л.б.) һәм миксогастрҙар класына ҡараған 1000‑дән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө осрай, бөтә ерҙә таралған. Вегетатив тәне — күп ядролы лайлалы протоплазма (плазмодий),...

ЛАЙЛАЛЫ ҠУСҠАРҘАР

ЛАЙЛАЛЫ ҠУСҠАРҘАР (Limacidae), ҡорһағаяҡлылар класының моллюскылар ғаиләһе. 250‑нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда баҫыу Л.ҡ. һәм селтәрле Л.ҡ. осрай. Кәүҙәһе 25—50 миллиметр оҙонлоҡта, селәүсен йәки цилиндр формаһында, аҡһыл йәки һарғылт төҫтә, көрән йәки ҡара таплы; баштан,...

ЛАК ҺӘМ ЛАК‑БУЯУ МАТЕРИАЛДАРЫ

ЛАК ҺӘМ ЛАК‑БУЯУ МАТЕРИАЛДАРЫ, ҡаты түшәмә нигеҙгә йоҡа итеп һылағанда плёнка (өҫкө йөҙҙә адгезия көстәре м‑н тотолоп торған ҡаплама) рәүешендә кибә торған шыйыҡ йәки паста һымаҡ составтар. Л. һ. л.‑б.м. лактарҙы (плёнка барлыҡҡа килтереүсе тәбиғи йәки синтетик матдәләрҙең органик эреткестәрҙәге йәки...

ЛАК-БУЯУ СӘНӘҒӘТЕ

ЛАК-БУЯУ СӘНӘҒӘТЕ, химия сәнәғәтенең лак, буяу, эмаль һ.б. етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 20 б. уртаһында үҫешә башлай, 1947 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дына (ҡара: “Каучук”) нигеҙ һалына. 60‑сы йй. лак-буяу материалдары етештереү йылына 5—10 мең т, 70‑се йй. — 10—14, 80‑се йй. — 15—18 мең т...

ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич

ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич (29.12. 1962, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Органик химия ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — инновацион эҙләнеүҙәр бүлеге нач., 2001 й. — “Содействие” Башҡ‑н инновациялар үҙәге дир., 2009 й. —...

ЛАҠЛЫ МӘМЕРЙӘҺЕ

ЛАҠЛЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ташҡыуыш, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Лаҡлы а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,6 км алыҫлыҡта Лаҡлы й. (Әй й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө карбондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ йүнәлешле горизонталь залдар һәм галереялар системаһынан...