Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАВРОДИЕВ Владимир Кириллович

МАВРОДИЕВ Владимир Кириллович (2.2.1950, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Покровка а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Нуриман р‑ны Әтнәш урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1975 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1987 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре күсеүсе...

МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, Ҡариҙел р‑нында ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1929 й. ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Кирҙә, Ҡорош, Магинск урман пункттары ингән. Фанер һәм технологик сеймал, ағас-таҡта, цилиндрланған бүрәнәнән буралар, утын һ.б. етештергән. 2003...

МАГИНСК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

МАГИНСК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Магинск а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән К. 17 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 127 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1014 кеше; 1959 — 1687; 1989 — 1611; 2002 — 1519;...

МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ

МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ, янар газдарҙы ҙур араға (сығарыу йәки етештереү урынынан ҡулланыу урынына тиклем) ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән инженер‑техник ҡоролмалар. Ер аҫтында (траншеяла), ерҙә (тупраҡ аҫтында) һәм ер өҫтөндә (терәүҙәрҙә) һалынған М.г.т. айыралар. Эш баҫымы б‑са М.г.т. 1‑се (2,5—10 МПа)...

МАГИСТРАТУРА

МАГИСТРАТУРА, юғары белемдең икенсе кимәле. “Магистр” дәрәжәһе юғары уҡыу йортон тамамлаған, “бакалавр” (ҡара: Бакалавриат) йәки “белгес” дәрәжәһе булған, өҫтәмә уҡыу курсы (2 йыл) үткән, махсус имтихандар тапшырған һәм магистрлыҡ диссертацияһын яҡлаған кешеләргә бирелә. Рәсәйҙә М. 1803 й. Александр...

МАГИЯ

МАГИЯ (гр. mageјia – сихыр), кешенең (күрәҙәсенең) кешеләргә һәм тәбиғәт күренештәренә тәьҫир итә алған мөғжизәле көсөнә ышаныуға бәйле йолалар. Исламға тиклемге дини инаныуҙар, халыҡ медицинаһы һ.б. м‑н бәйле тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән. Тылсымлы йолаларҙы, ғәҙәттә, шамандар (ҡара: Шаманлыҡ),...

МАГМАТИЗМ

МАГМАТИЗМ, магматик тау тоҡомдарын формалаштырған магманың (ғәҙәттә, силикат эретмә) барлыҡҡа килеү, күсеү һәм ҡатыу кеүек геол. процестары йыйылмаһы. Магма мантияла һәм ер ҡабығында барлыҡҡа килә, тәрәндә (интрузив М., йәки плутонизм) һәм ер өҫтөндә (эффузив М., йәки вулканизм) ҡата; ш. уҡ баҫымдың...

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР, формалашыуҙарының геотектоник шарттарына бәйле состав дөйөмлөгө хас булған магматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре; геол. формациялар төрө. М.ф. йыш ҡына үҙ эсенә ултырма тоҡомдарҙы индергән ҡатнаш ассоциациялар барлыҡҡа килтерә. Магматик тоҡомдар өсөн “формация” термины...

МАГНЕЗИТ

МАГНЕЗИТ (яңы лат. magneјsia — магнезия), 1) карбонаттар класы минералы, MgCO3. Составында 47,82% MgO, 52,18% CO2 бар; изоморф ҡушылмалары: тимер, марганец, кальций. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, тығыҙ, фарфорға тартым, ерле; аҡбурға оҡшаш, сүсле массалар. Төҫө аҡ, һоро, һарғылт;...

МАГНЕТИЗМ

МАГНЕТИЗМ (гр. magnе†tis — магнит), тәбиғәттәге һәр бер есемдең ниндәйҙер дәрәжәлә магнит үҙенсәлектәренә эйә булыуына бәйләнгән универсаль тәбиғәт күренеше. Был, башлыса, матдәләрҙең атомдары составына ингән электрондарҙың магнит моменттары булыуы м‑н аңлатыла. Ҡайһы бер химик элементтар атомдарының...

МАГНЕТИТ

МАГНЕТИТ (гр. magnēt† is — магнит), м а г н и т л ы т и м е р м ә ғ д ә н е, ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, FeFe2O4, шпинель төркөмө. Составында 31% FeO, 69% Fe2O3, 72,4% Fe һәм титан, ванадий, марганец, магний, алюмин, хром ҡушылмалары бар. Кристалдары башлыса октаэдр формаһында. Агрегаттары...

МАГНИТ ҠӘБЕРЛЕГЕ

МАГНИТ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 2—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Магнит ҡасабаһы янында Гөмбәй й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1994 й. С.Г.Боталов тарафынан асыла, 1997 й. С.Ю.Гуцалов өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 28 ҡурғандан тора, 1‑һе өйрәнелгән (диам. 26 м, киңлеге 26 м). Ҡурғандың...

МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР

МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР, магнит үҙенсәлектәре б‑са электротехникала, автоматикала, телемеханикала, приборҙар яһауҙа һ.б. өлкәләрҙә ҡулланыла алған матдәләр (ферро‑ һәм ферримагнетиктар). Йомшаҡ һәм ҡаты М.м. бүленә. Йомшаҡ М.м. көсөргәнешлелеге 8‑ҙән 800 А/м тиклем булған магнит ҡырҙарында туйынғанға тиклем...

МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ

МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ, М а г н и т о г о р с к б ө г ө л ө, М а г н и т о г о р с к с и н ф о р м а һ ы, М а г н и т о г о р с к з о н а һ ы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнсығыш битләүенең ҙур тектоник структураһы. БР‑ҙа, Силәбе һәм Ырымбур өлк. урынлашҡан. Уралдағы Тагил‑Магнитогорск‑Моғажар...

МАГНИТОГОРСК ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ

МАГНИТОГОРСК ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ. Белорет ҡ. филиалы 1957 й. киске бүлек булараҡ асыла, 1964 й. алып Белорет киске ф‑ты, 1994 й. — Белорет ф‑ты, 2000 й. — Г.И.Носов ис. Магнитогорск дәүләт техник ун‑ты филиалы. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә машиналар һәм металды...

МАГНИТОРАЗВЕДКА

МАГНИТОРАЗВЕДКА, м а г н и т м е н ә н т ө ш ө р ө ү, Ерҙең магнит ҡырын, тау тоҡомдарының һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың магнит сифаттарын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Ер өҫтө (майҙан һәм профиль), һауа (аэромагнит), скважина М. айырыла. М. башҡа геофизик ысулдар м‑н комплекста майҙандарҙың...

МАГНИТОФОН

МАГНИТОФОН (магнит һәм гр. phōnē † — тауыш), тауышты магнит ярҙамында яҙып (ғәҙәттә, таҫмаға), яңынан ишеттерә торған ҡоролма. Таҫма тартыу механизмынан, электр сигналдарын көсәйткестәрҙән, магнитлы эшләпәләрҙән, юғары йышлыҡ генераторынан, яҙыу кимәле күрһәткесенән, электр энергияһы биреү һәм электр‑акустик...

МАҒАЗОВ Азат Шәйехйән улы

МАҒАЗОВ Азат Шәйехйән улы [17.12. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баязит а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 13.12.2015, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Р.Ш.Мағазовтың ағаһы. Харьков пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1951 й. алып Харьков...

МАҒАЗОВ Ғимран Сәйетйәғәфәр улы

МАҒАЗОВ Ғимран Сәйетйәғәфәр улы [?, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Асҡар а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 7.3.1918, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. С.С.Мағазовтың туғаны. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Батша армияһында прапорщик. 1917 й. дек. алып Башҡорт...

МАҒАЗОВ Риза Шәйехйән улы

МАҒАЗОВ Риза Шәйехйән улы [10.3.1932, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны Яңы Ишле а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны)], микробиолог. БР ФА акад. (1991), Сыуашстан Респ. ФА‑ның почётлы акад. (1994), мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1988). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы...