Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИМИКРИЯ

МИМИКРИЯ (ингл. mimicry — оҡшатыу), һаҡланыуға һәләтһеҙ ор- ашарға яраҡлы булмағандары м‑н тышҡы оҡшашлығы. М. тәбиғи һайланыш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм организмдың йәшәү өсөн көрәштә тере ҡалыуына булышлыҡ итә; Башҡортостанда йәшәгән хайуандар һәм үҫемлектәр араһында киң таралған. Хайуандарҙа...

МИНАСОВ Булат Шамил улы

МИНАСОВ Булат Шамил улы (4.1.1956, БАССР‑ҙың Учалы районы Учалы а.), травматолог‑ортопед. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2021), РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1999) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1979)....

МИНАЧЁВ Хәбиб Минас улы

МИНАЧЁВ Хабиб Миначевич улы (24.12.1908, Ҡазан губернаһы Яңы Бикшек а. — 25.3.2002, Мәскәү ҡ.), химик‑органик. СССР ФА академигы (1979), ГДР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1983), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991). Химия фәндәре докторы (1954), профессор (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан...

МИНДАЛЬ

МИНДАЛЬ, д а л а  с ә т л ә ү е г е (Amygdalus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда тәпәш М. үҫә. Япраҡ ҡоя торған яҡтылыҡ яратыусы ҡыуаҡ, бейеклеге 1—1,5 м, үрендеһе төҙ, ҡыҙғылт һоро йәки һоро төҫтә. Япрағы ябай,...

МИНДӘЙ ТӨПӘЕВ

МИНДӘЙ ТӨПӘЕВ (1728—?), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Поручик (1776). Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Өсбүлә а. (хәҙ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) мишәре. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы. 1767 й. алып Өфө провинцияһының почта комиссары. Стәрлетамаҡ пристаненә Илек тоҙо һәм Ырымбурға...

МИНДӘК РУДНИГЫ

МИНДӘК РУДНИГЫ, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары, ағас- таҡта һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1931 й. Учалы р‑нында “Башзолото” тресы составындағы Миндәк приискыһы булараҡ ойошторола, 1954 й. алып “Южуралзолото” тресының (Мейәс ҡ.), 1967 й. — “Уралзолото” берекмәһенең (Свердловск ҡ.) М.р., 1992 й. — “Башзолото”...

МИНДӘК, йылға

МИНДӘК, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Уралтау һыртындағы Уҫаҡтау тауынан (920 км) көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Учалы р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Иштәк й. тамағында йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Урал й. (тамағынан 2320 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо...

МИНДӘК, Учалы р‑нындағы ауыл

 МИНДӘК, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 3687 кеше; 1959 — 5334; 1989 — 3013; 2002 — 2949; 2010 — 2282 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). 2 урта мәктәп, балалар...

МИНДЕШ, Салауат р‑нындағы ауыл

МИНДЕШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Кропачёво т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Бәрҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 280 кеше; 1920 — 340; 1939 — 374; 1959 — 355; 1989 — 284; 2002 — 304; 2010 — 304 кеше. Башҡорттар...

МИНЕРАЛ

МИНЕРАЛ (лат. minera — мәғдән), Ерҙә һ.б. планеталарҙа физик‑химик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, составы һәм үҙенсәлектәре бер булған тәбиғи есем, тау тоҡомдарының ҡушма өлөшө. М. башлыса ҡаты есем, һирәк кенә шыйыҡ (терегөмөш) һәм газ хәлендәге (тәбиғи газ) М. осрай. Кристаллы, аморф (аҡ...

МИНЕРАЛОГИЯ

МИНЕРАЛОГИЯ (минерал һәм ...логия), минералдарҙың составын, үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, барлыҡҡа килеү шарттарын һәм үҙгәрештәрен, ш. уҡ уларҙы яһалма синтезлау, практик яҡтан файҙаланыу шарттарын һәм ысулдарын өйрәнгән фән. М. — геол. циклдағы иң боронғо фән, 18 б. унан геология, 19 б. — кристаллография,...

МИНЕРАЛЬ АШЛАМАЛАР

МИНЕРАЛЬ АШЛАМАЛАР, органик булмаған матдәләр, башлыса тоҙҙар, составтарында үҫемлектәр өсөн мөһим туҡланыу элементтары бар. М.а. — а.х. культуралары уңдырышлылығын һәм продукция сифатын арттырыу өсөн һөҙөмтәле сара. Башлыса химия сәнәғәте пр‑тиелары тарафынан етештерелә (агрономик мәғдәндәрҙе эшкәртеү,...

МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР

МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР, с а п р о п е л д ә р, физик‑химик һәм биохимик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күл, һаҙлыҡ, быуа һ.б. минераль һәм органик ултырмалары. Минераллашҡан йәки тоҙло һыу һеңгән М.л. коллоидтары алюмин һәм тимер окисы гидраттарынан, көкөртлө тимерҙән һәм балсыҡ бөртөксәләренән тора....

МИНЕРАЛЬ МАЙҘАР

МИНЕРАЛЬ МАЙҘАР, н е ф т ь м а й ҙ а р ы, юғары (300—600°С) т‑рала ҡайнаған нефть фракцияларын эшкәртеү продукттары. Етештереү ысулдары б‑са дистиллятлы (мазуттарҙы вакуумда ҡыуып алалар), ҡалдыҡлы (гудрондарҙы асфальтһыҙлаштырыу ҡалдыҡтары) һәм компаундланған (йәбешкәклеге һ.б. күрһәткестәренә ярашлы...

МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР

МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР, төбәктең, илдең, континенттың, донъяның ер аҫтында файҙалы ҡаҙылма запастары йыйылмаһы, фәнни‑техник процесты иҫәпкә алып (эшкәртеү системаһының, байыҡтырыу технологияларының һ.б. үҫеше), файҙалы ҡаҙылмаларға ҡарата булған кондицияларға ярашлы баһалана, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, минераль һыуҙарҙың тәбиғи инештәре. М.һ.с. минераль ләмдәрҙең барлыҡҡа килеүе м‑н бергә бара. Башҡортостандың Урал алдында М.һ.с. пермь, һирәгерәк карбондың карбонатлы һәм сульфатлы тоҡомдарына тура килә, составында сульфатлы кальций, сульфат‑хлорид, кальций‑натрий һәм хлоридлы...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, гидравлик яҡтан бер‑береһенә бәйле булған ярыҡ‑юлаҡ системаларының һәм ҡатлам коллекторҙарының сикләнгән майҙанлы өлөштәре, уларҙың сиктәрендә гидрогеол. факторҙарҙың йоғонтоһо аҫтында минераль һыуҙарҙы курорттарҙа файҙаланыу һәм шешәләргә тултырыу сәнәғәте өсөн һайлап алыуға...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР

МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР, составында биол. актив минераль компоненттарҙың күп булыуы м‑н характерланған һәм махсус физик‑химик үҙенсәлектәре (химик состав, т‑ра, радиоактивлыҡ һ.б.) булған ер аҫты (ҡайһы берҙә ер өҫтө) һыуҙары. Сәнәғәт (350 г/л тиклем минераллашҡан тоҙло һыуҙар) һәм дауалау (эсәр һәм бальнеологик...

МИНЗӘЛӘ ӨЙӘҘЕ

МИНЗӘЛӘ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ‑көнсығыш, Ҡазан провинцияһының ш. уҡ исемле губернаһының көнсығыш өлөштәре инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 18 б. аҙ. көнбайышта һәм төньяҡта — Вятка наместниклығы,...

МИНЗӘЛӘ, ҡала

МИНЗӘЛӘ, ҡала (1781 й. алып). 1645 й. байлар улусы башҡорттары ерҙәрендә Минзәлә й. (Ыҡ й. ҡушылдығы) һул ярында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1584—86) ҡәлғә булараҡ нигеҙ һалына. Өфө өйәҙе, 17 б. уртаһынан Кама аръяғы һыҙығы (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) составында, 18 б. 1‑се сирегенән Өфө провинцияһының...