Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МОРОЗОВА Вера Георгиевна

МОРОЗОВА Вера Георгиевна (13.9. 1903, Иркутск губ. Мысовая станцияһы ҡсб — 10.4.1991, Өфө), скульптор. Рәссамдар союзы ағзаһы (1944). 1938 й. алып Өфөлә эшләй: “Культизделия” артеле скульпторы, 1940—43 йй. “Швейгалантерея” артеле сигеүсеһе, 1944—60 йй. Башҡ‑н художество фонды рәссамы. Башҡортостанда...

МОРОЗОВА Татьяна Петровна

МОРОЗОВА Татьяна Петровна (1.2. 1956, Стәрлетамаҡ ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1987). БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1981 й. алып “Авангард” з‑ды гәз. (Стәрлетамаҡ), 1985—2012 йй. “Стерлитамакский рабочий” (1992—96 йй. яуаплы секретары) гәз. хеҙм‑ре. Ижт.‑сәйәси һәм соц. темаларға мәҡәләләр...

МОРТАҘА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

МОРТАҘА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 319 кеше; 1920 — 408; 1939 — 273; 1959 — 252; 1989 — 172; 2002 — 194; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Первомайский...

МОРТАЗА ЙОРТОМОВ

МОРТАЗА ЙОРТОМОВ, М. Й о р т а у ы л о в, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы Әйле улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1774 й. 1 февр. Силәбе ҡәлғәһе тирәһендә Мансур Таймаҫов м‑н берлектә — И.А.Деколонг, апр. башында секунд-майор Д.О.Гагрин етәкс....

МОРТАЗИН Әхәт Мотаһар улы

МОРТАЗИН Әхәт Мотаһар улы (6.2.1959, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Яңы Байрамғол а. — 13.3.2018, Өфө), диктор. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1994) артисы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Бөтә Рәсәй ДТРК‑һы филиалы “Башҡортостан” ТРК‑һында диктор; 2010 й. алып “Юлдаш” радиоһында баш белгес, бер үк ваҡытта 2012 й....

МОРТАЗИН Владислав Львович

МОРТАЗИНВладислав Львович (19.8.1963, Өфө), органсы, пианист. БР‑ҙың халыҡ (2009), БССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. М.Ғ.Мортазинаның улы. ӨДСИ‑не (1986; В.Н. Монастырский класы), Швейцарияның Лозанна (1993; К.Който класы), Женева (1997; Ф.Делор класы) ҡҡ. консерваторияларын тамамлаған. 1986— 89 йй. — Мәскәү...

МОРТАЗИН Ғилмулла Миңлеғәли улы

МОРТАЗИН Ғилмулла Миңлеғәли улы [14.7.1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 6.10.2003, С.‑Петербург], педагог-методист. Пед. ф. канд. (1964), проф. (1985). РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1957), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ....

МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ

МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ, Учалы р‑ны Көсөк‑Маяҡ а. урынлашҡан. 1991 й. М.Л.Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. 1993—2005 йй. Милли музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 600‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге бар, ш. иҫ. Мортазиндың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған шәхси әйберҙәр,...

МОРТАЗИН Муса Лут улы

МОРТАЗИН Муса Лут улы (20.2. 1891, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Көсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк-Маяҡ а., — 27.9.1937, Мәскәү), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы....

МОРТАЗИН Рәүеф Әхмәт улы

МОРТАЗИН Рәүеф Әхмәт улы [15.1. 1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 10.4. 1994, Өфө], композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1957). Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1927— 30 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында (Д.Л.Сазонов класы) уҡыған, Мәскәү консерваторияһы...

МОРТАЗИН Хәйрулла Хәбибулла улы

МОРТАЗИН Хәйрулла Хәбибулла улы (4.1.1941, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны  Аҙнаш а. — 15.11.2016, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй (1978—2013 йй. матем. анализ...

МОРТАЗИН-ИМАНСКИЙ Вәлиулла Ғәйназар улы

МОРТАЗИН-ИМАНСКИЙ (Мортазин) Вәлиулла Ғәйназар улы [5.1.1885, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Иманғол а. (Ырымбур өлк. Октябрь р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], актёр, реж., театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. (1935), БАССР‑ҙың халыҡ (1922) артисы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1903—05). 1907 й. алып “Мосолман...

МОРТАЗИНА Миләүшә Ғәли ҡыҙы

МОРТАЗИНА Миләүшә Ғәли ҡыҙы (27.5.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны 2‑се Баҡай а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡый а.), вокал б‑са педагог. Проф. (1990). РСФСР‑ҙың (1983) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1973), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985). Театр эшмәкәрҙәре...

МОРТАЗИНА Шәүрә Муса ҡыҙы

МОРТАЗИНА Шәүрә Муса ҡыҙы (22.7.1925, Мәскәү — 22.2.2002, шунда уҡ), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1970) һәм БАССР‑ҙың (1955) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952). М.Л.Мортазиндың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1948; А.М.Лобанов, И.Я.Судаков курсы) 1972 й. тиклем БАДТ реж., бер үк ваҡытта...

МОРУГОВА Татьяна Вячеславовна

МОРУГОВА Татьяна Вячеславовна (30.4.1953, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). Д.Н. Лазареваның ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһында, 1984 й. алып БДМУ‑ла эшләй (1999 й. башлап эндокринология каф. мөдире). Фәнни...

МОРФЕМИКА

МОРФЕМИКА, һүҙҙең иң бәләкәй мәғәнәүи берәмеге булған морфемалар йыйылмаһы; морфемаларҙың типтарын һәм төҙөлөшөн, уларҙың бер- береһенә һәм һүҙгә ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Морфема телмәрҙә бер йәки бер нисә төр морфтар (алломорфтар) — һүҙ формаһының иң бәләкәй мәғәнә берәмеге рәүешендә...

МОРФОЛОГИЯ

МОРФОЛОГИЯ (гр. morphеј — форма һәм ...логия) б и о л о г и я л а: материя ойошторолоуҙың төрлө кимәлендәге (организм, ағза, туҡыма, күҙәнәк һәм субкүҙәнәк) кеше, хайуандар һәм үҫемлектәр формаһы, төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы фән. Анатомия, гистология, эмбриология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Төп ысулдары...

МОРФОЛОГИЯ лингвистикала

МОРФОЛОГИЯ л и н г в и с т и к а л а, 1) һүҙ формаларының төҙөлөшөн һәм уларҙы төшөнөүҙе тәьмин иткән тел механизмдары системаһы; 2) грамматика бүлеге; ошо системаныңүҙ функцияһын башҡарыуы һәм үҫеше законлыҡтарын өйрәнә. Лексиканың һәм грамматиканың берәмеге булараҡһүҙ М. төп предметы булып тора. Үҙгәреүсе,...

МОРФОНОЛОГИЯ

МОРФОНОЛОГИЯ, ф о н о м о р ф о л о г и я, үҙ‑ара һүҙ үҙгәреше, форма яһалышы һәм һүҙьяһалышы процесында йоғонто яһағанда төрлө типтағы морфемаларҙың (ҡара: Морфемика) фонологик төҙөлөшөн өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. М. төп берәмеге — морфонемалар, улар һүҙҙең морфемик төҙөлөшөнә бәйле бер-береһен алмаштыра...

МОРЯКОВ Юрий Петрович

МОРЯКОВ Юрий Петрович (27.2.1937, Өфө ҡ. — 2.3.1997, БР‑ҙың Баймаҡ районы Йылайыр совхозының Үҙәк усадьбаһы а., хәҙер шул уҡ райондың Урғаҙа а.), агроном. РФ‑тың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), БАССР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Баймаҡ районында эшләй:...