Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НИТРАТЛАШТЫРЫУ

НИТРАТЛАШТЫРЫУ, органик берләшмәләр молекулаларына нитратлаштырыу агенттары ҡулланып NO2 нитротөркөмөн индереү. Тура Н. (водород атомын алмаштырыу), нитротөркөмдә икеләтә бәйләнешкә ҡушып алмашлы Н. (сульфо‑, диазо‑ һ.б. функциональ төркөмдәрҙе алмаштырып) айыралар. Электрофил (нитроний катионы м‑н),...

НИТРИФИКАЦИЯ

НИТРИФИКАЦИЯ (гр. niј tron — селитра, сода һәм лат. facio — эшләйем), аммонийлы берләшмәләрҙең нитрификатор-бактериялар ярҙамында нитраттарға тиклем биол. окисланыу процесы. Н. тупраҡта һәм һыу ятҡылыҡтарында бара, органик берләшмәләрҙең аммонийлашыуҙан башланған минераллашыу процесын тамамлай. Азот...

НИТРО‑ ҺӘМ НИТРОЗОБЕРЛӘШМӘЛӘР

НИТРО‑ ҺӘМ НИТРОЗОБЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаһында углерод атомы м‑н бәйләнгән бер йәки бер нисә нитро‑ йәки нитрозотөркөм булған органик берләшмәләр. Нитроалкандар — төҫһөҙ, һыуҙа насар эрегән шыйыҡсалар, 2 таутомер формала була, наркотик тәьҫире бар, тын алыу юлдарын һәм күҙҙе ярһыта, дөйөм йоғонтоло ағыуҙарға...

НИТРОФИЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР

НИТРОФИЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР, нитраттарға бай булған тупраҡта үҫкән үҫемлектәр. Бер (алабута, ҡара алабута һ.б.) йәки күп (кесерткән, сөйәл үләне һ.б.) йыллыҡ үлән, һирәгерәк ҡыуаҡ (ҡурай еләге) йәки бейек булмаған ағас (мәрүәр) һәм лианалар (ҡомалаҡ). Н.ү. башлыса фитоценоздарҙың тергеҙеүсе сукцессияһының...

НИФАНТОВ Иван Перфирьевич

НИФАНТОВ Иван Перфирьевич (27.10.1904, Пермь губ. Түб. Тюлька а. — 25.3.1991, Октябрьский ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1969). Әзербайжан нефть сәнәғәт акад. тамамлаған (Баҡы, 1937). 1921 й. алып Пермь ҡ., 1930—33 йй. “Востокнефть” тресында (Свердловск ҡ.) эшләгән; 1938 й. башлап Вожгалы...

НИФОНТ

НИФОНТ (донъяуи исеме Сапожков Александр Андреевич; 3.8.1882 – 7.10.1951, Житомир ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Башҡортостан епискобы (1948—50). Дини тәғлимәт канд. (1906). Монахлыҡ ҡабул иткән (1946). Киев дини акад. тамамлаған (1906). 1912—42 йй. Украина мәктәптәрендә уҡытыусы, 1946 й. алып Киев епархияһының...

НИЧКОВ Андрей Александрович

НИЧКОВ Андрей Александрович (6.12.1961, Первоуральск ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1996). Урал дәүләт ун‑тын (Свердловск ҡ., 1984) тамамлаған. 1993 й. башлап “Известия Башкортостана” гәз. хәбәрсеһе, 1994 й. – бүлек мөдире, 1999—2010 йй. “Молодёжная газета” гәз. бүлек мөдире, бер үк ваҡытта...

НИЯЗБАЕВ Ғәбделрәүеф Хәким улы

НИЯЗБАЕВ Ғәбделрәүеф Хәким улы [1884, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., – 18.4.1920, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Яманһары а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], драматург. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә...

НИЯЗҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

НИЯЗҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 235 кеше; 1920 — 155; 1939 — 136; 1959 — 230; 1989 — 181; 2002 — 186; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы...

НИЯЗҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

НИЯЗҒОЛ, Ҡ у й т а п ҡ а н, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 269 кеше; 1920 – 299; 1939 – 195; 1959 – 213; 1989 – 148; 2002 – 144;...

НОВЕЛЛА, сәсмә әҫәр жанры

НОВЕЛЛА (итал. novella – яңылыҡ), күләме б‑са хикәйәгә тиң, әммә унан йыш ҡына ғәҙәти булмаған сюжеты, композицияһының ыҡсым булыуы һәм тасуирлауға иғтибар бирелмәүе, финалының көтөлмәгәнлек эффектына ҡоролоуы м‑н айырылып торған сәсмә әҫәр жанры. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың үҫеше 20 б. урталарына ҡарай...

НОВИКОВ Александр Григорьевич

НОВИКОВ Александр Григорьевич (11.10.1915, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Ярославский а., хәҙ. БР‑ҙың Дыуан р‑ны Ярославка а., — 31.7.2002, Златоуст ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). 1932—36 йй. һәм 1940—75 йй. Златоуст металлургия з‑дында эшләгән: эшсе, 1936 й. крансы, домна күтәргесе машинисы ярҙамсыһы, 1940...

НОВИКОВ Валентин Аполлонович

НОВИКОВ Валентин Аполлонович (1837—1880, Өфө), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Новиковтар нәҫеленән. 1861 й. Өфө өйәҙенең мировой аралашсыһы, 1862 й. алып Өфө өйәҙе һәм Златоуст өйәҙе дворяндары (ҡара: Дворянлыҡ) башлығы, 1871—80 йй. Өфө губ. дворяндары башлығы. Н. 1861 й. 19 февр. сыҡҡан “Крепостной бойондороҡлоҡтан...

НОВИКОВ Михаил Николаевич

НОВИКОВ Михаил Николаевич (5.5. 1941, Ташкент), кинооператор. Кинематографсылар союзы (1998), Фоторәссамдар союзы (2000) ағзаһы. Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1974; В.В.Монахов оҫтаханаһы). 1960 й. алып Омск ТВ студияһы кинооператоры ассистенты, 1971 й. — Свердловск к/ст кинооператоры,...

НОВИКОВ Олег Валерьянович

НОВИКОВ Олег Валерьянович (16.1. 1939, Стәрлетамаҡ ҡ. – 6.2.1990, Өфө), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1985). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1974). Новосибирск инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) 1990 й. тиклем Башҡ‑н нефть ғилми тикшеренеү hәм проект ин‑тының өлкән архитекторы, төркөм...

НОВИКОВ Юрий Олегович

НОВИКОВ Юрий Олегович (25.3. 1957, Өфө), невролог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1988 й. тиклем Өфөнөң 10‑сы дауаханаһында эшләй, 1990 й. алып ӨДАТУ ҡарамағындағы “Спектр” ҒПБ‑ның лаб. мөдире, 1994 й. — Мануаль терапия үҙәгенең баш табибы...

НОВИКОВА Лилиә Барый ҡыҙы

НОВИКОВА Лилиә Барый ҡыҙы (26.10.1946, Канск ҡ.), невролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) 1974 й. тиклем Өфөнөң 5‑се дауаханаһында эшләй. 1977 й. алып БДМУ‑ла (2001 й. башлап өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тының неврология...

НОВИКОВКА, ауыл, алып Өфө эсендә

НОВИКОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Өфө эсендә. Ауылға 1857 й. Өфө өйәҙендә алпауыт Новиковтарҙың Боғорослан өйәҙе Новиковка (Покровский) а. күсерелгән крәҫтиәндәре нигеҙһала. Шулай уҡ Валентиновка, Тау аҫты Новиковкаһы исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 6 йортта 48 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н...

НОВИКОВТАР

НОВИКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Гаврилович Н. (1730—?), Ырымбур пехота полкында хеҙмәт итә. 1780 й. Боғорослан өйәҙ суды заседателе. Боғорослан өйәҙендә Новиковка а. хужа була. Уның улдары: Алексей Иванович Н. (1765—?), титулярный советник. 1790 й. Өфө выждан суды ағзаһы;...

НОВОБЕЛЬСКИЙ, Белорет р‑нындағы ауыл

НОВОБЕЛЬСКИЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 187 кеше; 1959 — 109; 1989 — 160; 2002 — 152; 2010 — 136 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сермән...