Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НУРҒӘЛИН Зиннур Әхмәҙиә улы

НУРҒӘЛИН Зиннур Әхмәҙиә улы [4.10.1928, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ташбулат а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 10.6.2020, Өфө ҡ.], әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист. БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). БАССР‑ҙың...

НУРИӘХМӘТОВ Фирдант Сәлимйән улы

НУРИӘХМӘТОВ Фирдант Сәлимйән улы (5.12.1961, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡараяр а.), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2012). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). БДПИ‑ны тамамлаған (1989). Салиравия псевдонимы аҫтында эшләй. Н. ижадында традицион академик йүнәлеш (“Рәссам М.Назаров портреты”, 1997, бронза; “Футурист...

НУРИЕВ Дамир Әхмәт улы

НУРИЕВ Дамир Әхмәт улы (18.3. 1941, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Көҫәпәй а.), философ. Филос. ф. д‑ры һәм проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй. 1976 й. алып Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында. 1978...

НУРИЕВ Зыя Нурый улы

НУРИЕВ Зыя Нурый улы [21.3.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Үрге Ласынтау а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 19.10. 2012, Мәскәү], совет партия-дәүләт эшмәкәре. Иҡт. ф. д‑ры (1966). Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1933), ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1951) тамамлаған....

НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ-АРА БАЛЕТ СӘНҒӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ

НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ-АРА БАЛЕТ СӘНҒӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ. 1993 й. алып йыл һайын (1996—97 йй. башҡа) Өфөлә үткәрелә. 2003 й. фестиваль “Рәсәй мәҙәниәте” федераль программаһына индерелә. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында “Юрий Григорович балет” труппаһы (художество етәксеһе Ю.Н.Григорович), Бәләкәй симфоник...

НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХОРЕОГРАФИЯ КОЛЛЕДЖЫ

НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХОРЕОГРАФИЯ КОЛЛЕДЖЫ. 1986 й. Өфө хореография уч‑щеһы булараҡ асыла, 1996 й. алып Башҡ. хореография уч‑щеһы, 1998 й. Р.Х.Нуриев исеме бирелә, 2009 й. Нуриев Р. ис. башҡ. хореография колледжы. Колледжда Башҡортостандан, Рәсәй Федерацияһынан һәм сит илдәрҙән балалар уҡытыла; 10 йәштә...

НУРИЕВ Рудольф Хәмит улы

НУРИЕВ Рудольф Хәмит улы (17.3. 1938, Алыҫ Көнсығыш крайы Раздольное ст. – 6.1.1993, Париж), балет артисы, балетмейстер. Артист карьераһын Өфөлә башлай: 1948 й. алып Уҡытыусылар йорто (педагогы А.И.Удальцова), Пионерҙар йорто (педагогы Е.К.Войтович) эргәһендәге балет түңәрәктәрендә, 1953—55 йй. БДОБТ...

НУРИМАН РАЙОНЫ

НУРИМАН РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Ҡариҙел, төньяҡ‑көнсығышта — Дыуан, көнсығышта — Салауат р‑ндары һәм Силәбе өлк., көньяҡта — Иглин, көнбайышта Благовещен р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Иҫке Күл р‑ны булараҡ ойошторола (ҡара: Административ район), составына Өфө кантоны...

НУРИМАНОВ Баһауетдин Йәләлетдин улы

НУРИМАНОВ Баһауетдин Ялалетдин улы [2.5.1893, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Күл а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 11.8.1918, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1918 й. окт., Ырымбур губ. Орск өйәҙе Орск ҡ.], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 й. Өфө эшсе...

НУРҠАЕВ Талип Латип улы

НУРҠАЕВ Талип Латип улы [9.3.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үҫтем а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 24.9.1997, Октябрьский ҡ.], капитан (1947). Советтар Союзы Геройы (1944). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. Б.В. һуғышында...

НУРЛЫҒАЯНОВ Разит Баязит улы

НУРЛЫҒАЯНОВ Разит Баязит улы (29.1.1961, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Исәмәт а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994), Кемерово өлк. агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙм‑ре (2012). Журналистар союзы ағзаһы (1996). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Илеш р‑нында эшләй: “Уңыш” к‑зы агрономы,...

НУРМӨХӘМӘТ ЙОМРАНИ

НУРМӨХӘММӘТ ЙОМРАНИ, Н у р м ө х ә м м ә т с ә с ә н [ысын исеме Кирәев Нурмөхәммәт Шаһиарыҫлан улы; 1882, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Йомран а. – 1934, БАССР‑ҙың Иҫке Балтас р‑ны Төлгөҙбаш а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны)], шағир‑импровизатор. Мәҙрәсәлә уҡый. Революцияға (1917) тиклем ҡаҙаҡ ауылдарында, тыуған...

НУРМӨХӘМӘТОВ Әнүәр Әбүбәкер улы

НУРМӨХӘМӘТОВ Әнүәр Әбүбәкер улы (9.5.1943, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Яңы Уҫман а. – 18.3.2009, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1983). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин, Р.С.Сыртланов курсы), ӨДСИ‑не (1975; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған....

НУРМӨХӘМӘТОВ Ниғәмәтйән Мөхөтдин улы

НУРМӨХӘМӘТОВ Ниғәмәтйән Мөхөтдин улы (10.5.1936, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Ҡаранай а. — 26.6. 2011, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), агроном. А.х. ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1996). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Иглин р‑нының 20‑се партсъезд ис. к‑зында баш агроном; 1963—1964 йй. Өфө колхоз‑совхоз...

НУРМӨХӘМӘТОВ Рәшит Мөхәмәтбарый улы

НУРМӨХӘМӘТОВ Рәшит Мөхәмәтбарый улы (4.9.1925, Өфө — 23.8. 1986, шунда уҡ), рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1970), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1968) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын (1950; педагогтары А.Э.Тюлькин, И.И. Урядов), В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын...

НУРМӨХӘМӘТОВА Диана Дауыт ҡыҙы

НУРМӨХӘМӘТОВА Диана Дауыт ҡыҙы (1918, Ҡаҙағстан — ?), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1941; А.К.Аскочинский һәм М.В.Владимирова класы) БДОБТ, 1943 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу...

НУРТДИНОВ Марат Әҡдәс улы

НУРТДИНОВ Марат Әҡдәс улы (19.6.1968, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Суслов а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). БДМИ‑ны (1993), Көнсығыш Европа психоанализ ин‑тын (С.‑Петербург, 2014) тамамлаған. 1993 й. алып БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль хирургия, аяҡ‑ҡул сегменттарын...

НУРТДИНОВ Рәзиф Ғәлимулла улы

НУРТДИНОВ Рәзиф Ғәлимулла улы (6.5.1948, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Туҡай а. — 17.6.1992, Нефтекама ҡ.), тренер. Грек‑рим көрәше б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1974). 1966—67 йй. Борай р‑ны Оло Баҙраҡ урта мәктәбе, 1974 й. алып 1‑се Борай урта мәктәбе физик культура уҡытыусыһы,...

НУРХӘМИТОВ Харис Ғарип улы

НУРХӘМИТОВ Харис Ғарип улы (2.10.1931, ТАССР‑ҙың Туҡай а. — 10.10.1998, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Илеш р‑нының Йәркәй МТС‑ында өлкән ветеринар врач, 1958 й. алып Илеш район ветеринар дауаханаһының ветеринар врачы. 1960—65 йй. Стәрлетамаҡ...

НУТРИЯ

НУТРИЯ, һ а ҙ ҡ о н д о ҙ о (Myocastor coypus), кимереүселәр отрядының нутрия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Көньяҡ Америка тропик бүлкәттәренең субтропик һәм көньяҡ өлөшөнөң урман зонаһында таралған; Төньяҡ Америкала, Европала, Урта Азияла, Кавказ аръяғында һәм Төньяҡ Кавказда яраҡлашҡан. Кәүҙә...