Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НӘФИС ҠУРСАҠ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ҠУРСАҠ СӘНҒӘТЕ, биҙәү- ҡулланма сәнғәте әйберҙәре һәм бүлеге. Н.ҡ.с. традицион ҡурсаҡ өлгөләрен заманға яраҡлаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Тибы б‑са уйынсыҡ, театр, экспозицион, сувенир, интерьер ҡурсаҡтарҙы айырып йөрөтәләр. БР‑ҙың проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә Н.ҡ.с. ҡарата ҡыҙыҡһыныу...

НӘФИС ЛАК СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ЛАК СӘНҒӘТЕ, ағастан, папье-машенан йәки металдан эшләнгән, рәсем, ҡайһы берҙә инкрустация м‑н биҙәлгән, лак м‑н ҡапланған әйберҙәр. Н.л.с. төп үҙенсәлектәре — шымартылған өҫтөң ялтырап тороуы, фон, рәсем һәм инкрустация төҫтәренең ҡапма‑ҡаршылығы; әйберҙәр йыйнаҡ һәм зиннәтле, ғәҙәттә, уларға...

НӘФИС МЕТАЛЛ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС МЕТАЛЛ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығында ҡулланылған, металдан эшләнгән төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү; биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда металл әйберҙәр энеолит дәүерендә барлыҡҡа килә. Металды биҙәүҙең традицион төрҙәрен етештереү...

НӘФИС ТЕКСТИЛЬ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ТЕКСТИЛЬ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә туҡылған һәм туҡылмаған материалдарҙан эшләнгән төрлө әйберҙәр; уларҙы биҙәү; хәҙ. заман биҙәү- ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда Н.т.с. үҙенсәлектәренең формалашыуы тәбиғәт, климат шарттарына, хужалыҡтың традицион формаларына бәйле...

НӘФИС ФАРФОР СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ФАРФОР СӘНҒӘТЕ, ҡыҙҙырылған, һыу һәм газ үткәрмәй торған, ғәҙәттә аҡ төҫтә, нәҙек ҡатламы үтә күренмәле, ваҡ тишектәрһеҙ, сағыу нәҙек керамикананэшләнгән художество әйберҙәре; нәфис керамика сәнғәте төрө. Аҡ тоноҡ фарфор (бисквит) художество әйберҙәре эшләүҙә ҡулланыла һәм, ғәҙәттә, глазурь м‑н...

НӘФИС ФИЛЬМ

НӘФИС ФИЛЬМ, сценарийҙы актёрҙар уйыны, режиссура, оператор сәнғәте, художество‑декоратор, композитор ижады һ.б., ш. уҡ графикалы һәм күләмле мультипликация (ҡара: Анимация киноһы) саралары ярҙамында кинематографик һынландырыу юлы м‑н ижад ителгән киносәнғәт төрө. Н.ф. жанрҙары: боевик, детектив, драма,...

НӘҺРЕТДИН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

НӘҺРЕТДИН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 68 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 113 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 163 кеше; 1920 – 461; 1939 – 409; 1959 – 372; 1989 – 189; 2002 – 172; 2010 – 155 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

НЕБОЛЬСИН Павел Иванович

НЕБОЛЬСИН Павел Иванович (1817—1893), этнограф. Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тында уҡыған. Рус география йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 19 б. уртаһында Ырымбур губернаһына сәйәхәт ҡыла, сәфәр ваҡытында башҡорттарҙың этнографияһы т‑да мәғлүмәттәр йыя. “Отечественные записки” (“Ватан яҙмалары”;...

НЕВЕЛЬСК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

НЕВЕЛЬСК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. сент.—окт. Өфөлә СССР Оборона ХК директиваһы б‑са 361‑се уҡсылар див. булараҡ ойошторола; 1942 й. мартынан — 21‑се гвардия уҡсылар дивизияһы. Див. составына 1200‑се, 1202‑се, 1204‑се уҡсылар һәм 925‑се артиллерия полктары, миномёт дивизионы, 3 айырым батальон (сапёр,...

НЕВОЛИН Аркадий Иванович

НЕВОЛИН Аркадий Иванович (20.9. 1940, Златоуст ҡ.), инженер-механик. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын тамамлаған (1973). 1963—96 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: вальце-токарь, 1971 й. алып слесарь, 1974 й. — цех нач. ярҙамсыһы. Н. ҡатнашлығында 150‑се прокатлау...

НЕВР…, НЕВРО…

НЕВР…, НЕВРО…, нейро… мәғәнәһенә тап килә. Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

НЕВРОЗДАР

НЕВРОЗДАР (невр... һүҙенән), н е в р о т и к  ҡ а ҡ ш а у, үҙенсәлекле эмоциональ‑аффектив һәм соматик-вегетатив билдәләр аша беленгән психоген нервы‑психик боҙолоштар. Нервы системаһында күҙгә күренгән патоморфол. үҙгәрештәрҙең, психотик билдәләрҙең (һаташыу, галлюцинация, үҙ‑үҙеңде тотоуҙа яңылышыу)...

НЕВРОЛОГИЯ

НЕВРОЛОГИЯ (невро... һәм ...логия), нормала һәм патологияла нервы системаһының төҙөлөшө һәм функциялары, уның фило‑ һәм онтогенетик үҫеше законлыҡтары т‑дағы мед.-биол. фән. Клиник Н. (невропатология) — нервы ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын һәм клиник сағылышын өйрәнеүсе, уларҙы диагностикалау,...

НЕГАНОВ Фәнил Миҙхәт улы

НЕГАНОВ Фәнил Миҙхәт улы (2.12.1956, Ишембай ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Урал дәүләт университетын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1987). 1981 й. алып БАССР‑ҙың Ҡариҙел районы Ҡараяр урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1984 й. — Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында эшләй....

НЕГОВОРА Андрей Владимирович

НЕГОВОРА Андрей Владимирович (12.8.1968, Тимашёвск ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (2014).Томск инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләй (лаб. мөдире). 1992 й. алып “Геофизприбор” Өфө ПБ‑нда, 1993 й. — БДАУ‑ҙа (2005 й....

НЕГОВОРА Андрей Владимирович

НЕГОВОРА Андрей Владимирович (12.8.1968, Тимашёвск ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (2014).Томск инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләй (лаб. мөдире). 1992 й. алып “Геофизприбор” Өфө ПБ‑нда, 1993 й. — БДАУ‑ҙа (2005 й....

НЕДОЛИН Иван Петрович

НЕДОЛИН (Маркелов) Иван Петрович [17.10.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Борон а. (хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны), — 5.3.1947, Мәскәү], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1908—14 йй. Әстерхан ҡ., 1918 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. типографияларында хәреф...

НЕДОРЕЗКОВ Владимир Дмитриевич

НЕДОРЕЗКОВ Владимир Дмитриевич (1.3.1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Яңы Аҡташ а.), агроном, дәүләт эшмәкәре. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2002). РФ‑тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985), РФ‑тың физик культура отличнигы (2007). БАХИ‑ны тамамлаған (1973). 1965—68 йй. Ҡырмыҫҡалы...

НЕДОШИВИН Вениамин Георгиевич

НЕДОШИВИН Вениамин Георгиевич [13.10.1917, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Ермолаевка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 25.1.1988, Дүшәмбе ҡ., Тажикстан], подполковник. Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР ЭЭМ‑ы Юғары мәктәбен тамамлаған (1961)....

НЕЙРО...

НЕЙРО... (невро...) (гр. neчuron — ҡан тамыры, нерв), ҡушма һүҙҙәрҙең нервы системаһына мөнәсәбәтле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ. неврология, нейродермит). Р.Ә.Сиражитдинов