Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ, химик элементтарҙы һәм уларҙың берләшмәләрен (органик берләшмәләрҙән тыш) өйрәнгән фән. Хәҙ. О.б.х. төп бурыстары: ябай матдәләрҙең һәм уларҙың берләшмәләренең төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, үҙ‑ара бәйләнештәрен, химик реакцияларын өйрәнеү, уларҙы синтезлау һәм ныҡлы таҙартыу, органик...

ОРГАНИК БЫЯЛА

ОРГАНИК БЫЯЛА, органик полимерҙар нигеҙендә алынған, үтә күренмәле ҡаты материал (полиакрилаттар, полистирол, поликарбонаттар һ.б.). Күбеһенсә полиметилметакрилат нигеҙендәге (95%) табаҡлы материал (плексиглас, перспекс, кларекс) осрай. О.б. силикатлы быяланан сағыштырмаса юғары булмаған тығыҙлығы,...

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—On—R’ булған химик берләшмәләр, органик алыштырыусылар йәки водород атомы м‑н бәйле 2—4 кислород атомынан торған сылбырҙы үҙ эсенә ала. Алыштырыусы төрөнә ҡарап (R, R") гидропероксидтар, пероксикислоталар, пероксиэфирҙар һ.б. айырыла. Гидропероксидтар, пероксинитраттар...

ОРГАНИК СУЛЬФИДТАР

ОРГАНИК СУЛЬФИДТАР, тиоэфирҙар, дөйөм формулаһы RSRʼ булған (R, Rʼ — органик радикалдар) көкөрт берләшмәләре, көкөрт атомы ҡулсала булыуы мөмкин. Ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙағы нефттә, үҫемлектәрҙә, аҡһымдарҙа осрай, эсәктә синтезлана. Түбәнге (С15 тиклем) О.с. — һыуҙа эремәй торған, органик эреткестәрҙә...

ОРГАНИК ХИМИЯ

ОРГАНИК ХИМИЯ, углеродтың башҡа элементтар (органик берләшмәләр) м‑н берләшеүен һәм уларҙың әүерелеш законлыҡтарын өйрәнгән фән. О.х. — хәҙ. химияның ҡыҫҡа бер бүлеге. Ул юғары молекуляр берләшмәләр химияһы м‑н тығыҙ бәйле. О.х. органик булмаған химия һәм биохимия сиктәрендә металорганик берләшмәләр...

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Химия секторы (1953 й. алып Бүлек) булараҡ асыла, 1961 й. башлап РСФСР Ғилми‑тикшеренеү эштәрен координациялау б‑са дәүләт ком‑тының Органик химия ин‑ты, 1967 й. — СССР ФА БФ‑тың Органик химия ин‑ты (1968 й. алып Химия ин‑ты), 1991 й. — РФА УрБ БФҮ‑нең...

ОРГИН Константин Петрович

ОРГИН Константин Петрович [10.7. 1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Савельевка утары (Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны) — 5.10.1964, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов өлк. (хәҙ. Ырымбур өлк.) “Савельевка” к‑зында эшләй. 1941 й. алып Ленинград фронтында хеҙмәт итә. Герой...

ОРГТЕХНИКА

ОРГТЕХНИКА, идара итеү һәм инженер‑техник эштәрҙе механизациялау һәм автоматлаштырыу өсөн техник саралар комплексы. О. сараларына авторучкалар, диктофондар, коммуникация (телефон, факсимиль аппараттары), электрон (компьютер), баҫыу (яҙыу машинкалары, принтерҙар), ҡабатлау (копир аппараттары, сканерҙар)...

ОРДАНСКИЙ Марк Семёнович

ОРДАНСКИЙ Марк Семёнович (10.3.1930, Кировоград ҡ. — 1.1.1998, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. юрисы (1990). Ҡазан юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Куйбышев т. юлы Башҡ‑н бүлексәһенең юрисконсульты. 1965 й. алып Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тының...

ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. Өфө нефть эшкәртеү з‑ды ҡарамағында 1956—99 йй. Өфөлә эшләй. 830 һәм 200 урынлыҡ 2 тамаша залы, грим, костюм бүлмәләре, хор кластары, спорт һәм бейеү залдары, уҡыу залы м‑н китапханаһы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләре, хеҙмәт даны музейы була. Мәҙәниәт һарайында...

ОРДОВИК, палеозойҙың бүлексәһе

ОРДОВИК, о р д о в и к с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың икенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 488,2±1,7 млн йыл, тамамланыуы — 443,7±1,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1879 й. Ч.Лапворт тарафынан айырып күрһәтелә, атамаһы Уэльс терр‑яһында йәшәгән ордовик исемле кельт ҡәбиләһенән...

ОРЁЛ Савва Лукич

ОРЁЛ Савва Лукич (12.1.1904, Киев губ. Черкассы ҡ. — 29.6.1981, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1968). Смела шәкәр ин‑тын тамамлаған (1927). 1919—24 йй. Бердичев ҡ., 1927 й. алып Черкассы, Рубежное (бөтәһе лә — Украина ССР‑ы), Сталиногорск ҡҡ. эшләй. 1941—70 йй. Өфө химия з‑дында: етештереү-техник...

ОРЕШНИКОВ Игорь Михайлович

ОРЕШНИКОВ Игорь Михайлович (2.4.1938, Өфө), философ. Филос. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре гуманитар мәҙәниәт, юғары техник мәктәпте гуманитарлаштырыу,...

ОРКЕСТРҘАР

ОРКЕСТРҘАР, музыка әҫәрҙәрҙе төрлө инструменттарҙа бергәләп башҡарыусы музыканттар коллективы. Инструменттарҙың составы (симфоник, ҡыллы, тынлы, һуҡма, халыҡ музыка ҡоралдары О. һ.б.) һәм тәғәйенләнеше (хәрби, уҡыусылар, һәүәҫкәр, эстрада, джаз һ.б.) б‑са айырыла. Инструменталь ансамблдәрҙән (һәр бер...

ОРЛИНСКИЙ Борис Михайлович

ОРЛИНСКИЙ Борис Михайлович (5.11.1933, Нальчик – 19.8.2006, Өфө), геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1980), проф. (1987). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалы (Октябрьский ҡ.) инженеры, партия нач., 1961 й. алып Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү...

ОРЛОВ Виктор Семёнович

ОРЛОВ Виктор Семёнович [2.4. 1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Александровка а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 22.9.2002, Өфө], журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1979) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. БДУ‑ны (1961), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1966) тамамлаған....

ОРЛОВ ЮРТАҠ ТОҠОМО

ОРЛОВ ЮРТАҠ ТОҠОМО, еңел аттар тоҡомо. Тоҡом эсендә эре ҡуйы, эре еңел, эре булмаған ҡуйы һәм уртаса төрҙәре бар. 18 б. аҙ. – 19 б. башында Хреновое йылҡы з‑дында (Воронеж губ.) ғәрәп, Дания һ.б. менге тоҡомдарын көнбайыш Европа еген тоҡомдары (голланд, Мекленбург һ.б.) м-н яңыртыу ҡасырыуы ысулы ярҙамында...

ОРЛОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл

ОРЛОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Орловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 82 кеше; 1959 — 330; 1989 — 287; 2002 — 308; 2010 — 300 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы,...

ОРЛОВКА, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ОРЛОВКА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 94 км алыҫлыҡта Менәнде й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 32 кеше; 1959 — 194; 1989 — 124; 2002 — 112; 2010 — 82 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

ОРЛОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл

ОРЛОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл, Орловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 24 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Огрязь й. (Иҙәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 395 кеше; 1920 – 537; 1939 – 314; 1959 – 189; 1989 – 147; 2002 – 141; 2010 — 102 кеше. Урыҫтар йәшәй...