Список материалов
ОРЛОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл
ОРЛОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 93 км һәм Оло Теләк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 126 кеше; 1939 – 227; 1959 – 181; 1989 – 146; 2002 – 137; 2010 – 90 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. башында Өфө...
ОРЛОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
ОРЛОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 237 кеше; 1959 – 160; 1989 – 362; 2002 – 450; 2010 – 378 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
ОРЛОВКА, Учалы р‑нындағы ауыл
ОРЛОВКА, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 76 км һәм Алтынташ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Мейәс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 919 кеше (Орловка утары халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән); 1959 — 422; 1989 — 283; 2002 — 320; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ОРЛОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл
ОРЛОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Тәнәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Казанка й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 217 кеше; 1959 — 231; 1989 — 115; 2002 — 155; 2010 — 152 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
ОРЛОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл
ОРЛОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Орловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Буста й. (Гәрәй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 490 кеше; 1920 — 419; 1939 — 654; 1959 — 387; 1989 — 330; 2002 — 340; 2010 — 374 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...
ОРЛОҠСОЛОҠ
ОРЛОҠСОЛОҠ, үҫемлекселектең сортлы орлоҡтарҙың таҙа сортлылығын, биол. һәм уңыш сифаттарын һаҡлап үрсетеү м‑н шөғөлләнгән тармағы. О. селекция һәм орлоҡ өйрәнеү м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда О. Шишмә а.х. тәжрибә ст. асылыу м‑н үҫеш ала (ҡара: Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге). Иң тәүҙә урындағы сорт...
ОРЛОҠТАН ҮРСЕҮ
ОРЛОҠТАН ҮРСЕҮ, үҫемлектәрҙең (сәскәле үҫемлектәр, яланғас орлоҡлолар) инә күҙәнәктең аталаныуы һөҙөмтәһендә (ситтән һеркәләнеү йәки үҙенән-үҙе һеркәләнеү осрағында) йәки аталанмайынса (апомиксис осрағында) орлоҡ бөрөһөнән үҫешкән орлоҡтарҙан үрсеү ысулы. Башҡортостанда яҡынса 1700 төр орлоҡтан үрсей....
ОРНАМЕНТ
ОРНАМЕНТ т р а д и ц и о н (лат. ornamentum – биҙәк), геом. йәки һүрәтләү (үҫемлек, зооморф, антропоморф) элементтарын берләштереү йәки аралаштырыу юлы м‑н эшләнгән биҙәк. Башҡорттарҙа О. тирмә һ.б. торлаҡ, башҡорт кейеме, традицион биҙәүес, йорт кәрәк‑ярағы (ҡара: Традицион йыһаз), табыныу предметтары,...
ОРНАМЕНТИКА
ОРНАМЕНТИКА, көйҙө биҙәү, уның тәьҫирен көсәйтеү, башҡарыусының виртуоз оҫталығын күрһәтеү өсөн ҡулланылған сағыштырмаса ваҡ оҙонлоҡтағы тауыштарҙан торған мелодик боролоштар. О. мелизмдар, тираталар, пассаждар, колоратуралар, глостар, фиоритуралар, фигурациялар инә. Тулыһынса нотаға һалынған, айырым...
ОРНИТОЛОГИЯ
ОРНИТОЛОГИЯ [грекса ornis (ornithos) — ҡош һәм ...логия], зоологияның ҡоштарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Уларҙың анатомияһын, биологияһын, систематикаһын, физиологияһын, экологияһын һәм географик таралышын өйрәнә. Башҡортостан территорияһында ҡоштарҙы өйрәнеү Ырымбур экспедицияһында (1734—44) (И.К.Кирилов,...
ОРО БӘШМӘК
ОРО БӘШМӘК, а ғ а л а, ҡ а й ы н б ә ш м ә г е, базидиомицеттар класының ҡыу бәшмәктәр ғаиләһенәҡараған ҡыя ҡыу бәшмәктең (Inonotus obliquus) үрсемһеҙ паразит формаһы. Башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә төньяҡ һәм урта һыҙатта таралған. Ерек, ҡайын, миләш, саған кеүек киң япраҡлы ағастарҙың...
ОРОГЕНЕЗ
ОРОГЕНЕЗ (гр. ōros — тау һәм ...генез), ҡыҫыу шарттарында барған, йыйырсыҡлы һәм горст‑грабенлы структураларҙың, ш. уҡ ҙур киҫәкле “яңынан яһалған” тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле булған тау яһалыу процесы. Уралдың геол. тарихында тауҙар бер нисә тапҡыр барлыҡҡа килә. Йыйырсыҡтар яһалыуы м‑н барған...
ОРОНДО, Иглин р‑нындағы ауыл
ОРОНДО, Иглин р‑нындағы ауыл, Аҡбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 69 км алыҫлыҡта Бағармыш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 574 кеше; 1920 — 542; 1939 — 567; 1959 — 342; 1989 — 223; 2002 — 234; 2010 — 192 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...
ОРСАЕВ Егор Орсаевич
ОРСАЕВ Егор Орсаевич [12.6.1910, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Камай а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 25.9.1951, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мишкә районының “Ленин юлы” колхозында бригадир булып эшләй. 1942 й. алып Сталинград, Дон, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт...
ОРСК ҠАЛАҺЫНДАҒЫ МӘСЕТ
ОРСК ҠАЛАҺЫНДАҒЫ МӘСЕТ, 1900 й. Орск ҡ. 1888 й. янған мәсет (1738 й. ахун М.Абдрахманов тарафынан асылған) янында сауҙагәр Д.Беркимбаев ярҙамы м‑н төҙөлә, попечителдәр араһында – Бурнаевтар. Ырымбур мосолман диниә назара‑ ты ҡарамағында була. Бер ҡатлы, манаралы таш бина. Мәхәлләлә 1849 й. – 158, 1890...
ОРСК ҠӘЛҒӘҺЕ
ОРСК ҠӘЛҒӘҺЕ, 1735 й. И.К.Кирилов тарафынан ҡаҙаҡ далалары һәм Өфө провинцияһының Бөрйән, Ҡыпсаҡ улустары сигендә Ур й. һул ярында, ул Яйыҡ й. (ҡара: Урал) ҡойған урында Ырымбур ҡала‑ҡәлғәһе итеп нигеҙ һалына. 1739 й. һыу баҫыу арҡаһында Ырымбур яңы урынға күсерелә, унан ҡалған торама О.ҡ., 1861 й....
ОРСК ӨЙӘҘЕ
ОРСК ӨЙӘҘЕ, 1865 й. Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур өйәҙенең көнсығыш, Верхнеурал өйәҙенең көньяҡ өлөшө инә. 19 б. аҙ. төньяҡ‑көнбайышта — Өфө губернаһы, төньяҡта һәм көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Турғай өлкәһе, көнбайышта Ырымбур өйәҙе м‑н сиктәш...
ОРСК-ЫРЫМБУР ҠАҘАҠ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ
ОРСК-ЫРЫМБУР ҠАҘАҠ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. 1883 й. Орск ҡ. урыҫ‑ҡаҙаҡ һәм урыҫ‑башҡ. башланғыс мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында асыла. 1889 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. 2 класлы башланғыс училище тамамлаған, 15 йәше тулған үҫмерҙәр (башҡорттар, татарҙар,...
ОРСК, ҡала
ОРСК, Яман‑ҡала, ҡала (1865 й. алып), Орск өйәҙенең адм. үҙәге (1865—1920). 1735 й. Ырымбур ҡала‑ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1739 й. алып Орскҡәлғәһе. 19 б. 90‑сы йй. уртаһында 900‑ләп хужалыҡ иҫәпләнгән. 1897 й. 14016 кеше (башҡорттар — 724, ҡаҙаҡтар — 139, мордвалар — 200, урыҫтар — 9363, татарҙар —...
ОРСОҠ ЙЫЛАН
ОРСОҠ ЙЫЛАН, б а ҡ ы р к е ҫ ә р т к е (Anguis fragilis), кеҫәрткеләр отрядының орсоҡ йыландар ғаиләһенә ҡараған кеҫәртке. Евразияла һәм Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған. Оҙонлоғо 60 см тиклем. Кәүҙәһе орсоҡ формаһында, йылан һымаҡ (аяҡһыҙ), шыма тәңкә м‑н ҡапланған. Арҡаһы көрәнһыу һоро, бронза...