Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАВЛИНИЧ Сергей Петрович

ПАВЛИНИЧ Сергей Петрович (23.6. 1954, Октябрьский ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2009). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1985 й. алып Өфө двигателдәр эшләү з‑дының баш металлургы, 1986 й. башлап баш металлург урынбаҫары, 1990 й. алып баш...

ПАВЛОВ Борис Николаевич

ПАВЛОВ Борис Николаевич (29.1.1936, Рыбинск ҡ.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1964). 1962 й. “Ленинец”, 1964 й. алып Өфө химия з‑дының “Химик” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1968 й. — Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире,...

ПАВЛОВ Валентин Николаевич

ПАВЛОВ Валентин Николаевич (10.3. 1966, Өфө), уролог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), БР‑ҙыңһаулыҡһаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1990 й. алып БДМУ‑ла: 2003 й. башлап урология...

ПАВЛОВ Виктор Павлович

ПАВЛОВ Виктор Павлович (5.2.1951, Искитим ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 2009 й. алып Нефтекама ҡ. ӨДАТУ филиалының дөйөм белем биреү дисциплиналары каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре полимер композицион материалдар механикаһына...

ПАВЛОВ Леонид Ильич

ПАВЛОВ Леонид Ильич (3.8.1910, Ярославль ҡ. — 26.3.1977, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. ӨАИ‑ны (1955) тамамлаған. 1929 й. алып Рыбинск ҡ. эшләй. 1941 й. башлап ӨМЭЗ‑дә: цех нач. урынбаҫары, 1946 й. — цех нач.; 1957–74 йй. Өфө “Гидравлика” агрегат берекмәһендә директор. 1941 й. Өфөгә 26‑сы механика з‑дын эвакуациялап,...

ПАВЛОВ Михаил Леонардович

ПАВЛОВ Михаил Леонардович (30.12.1956, Грозный), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (2003), проф. (2010). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1979) Грозный нефть ҒТИ‑нда эшләй. 1992 й. алып Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия з‑дында фән, сифат һәм маркетинг б‑са дир. урынбаҫары. 1999 й. башлап...

ПАВЛОВ Николай Спиридонович

ПАВЛОВ Николай Спиридонович [25.8.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡбаш а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 2.4.1978, шунда уҡ], артиллерист, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курсын тамамлаған (1945). Ыҫлаҡбашта, Еҙҡаҙған ҡ. эшләй. 1941 й. алып Ҡыҙыл...

ПАВЛОВ Пётр Егорович

ПАВЛОВ Пётр Егорович [12.7.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Петровка а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 8.8.1958, Силәбе ҡ.], Советтар Сою‑ зы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Йылайыр р‑нының “Яңы тормош" к‑зында, 1942 й. — Свердловск өлк. Бокситы ҡасабаһында эшләй. 1943 й. башлап Төньяҡ‑Көнбайыш,...

ПАВЛОВ Сергей Витальевич

ПАВЛОВ Сергей Витальевич (21.3. 1961, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (2005), проф. (2009). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. физик культура хеҙм‑ре, РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). Дзюдо б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1982). Силәбе...

ПАВЛОВ Сергей Владимирович

ПАВЛОВ Сергей Владимирович (2.2.1955, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) ӨДАТУ‑ла (өҙөклөк м‑н) эшләй, 2003 й. алып геомәғлүмәт системалары каф. мөдире. 1994–2003 йй. БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда дир. урынбаҫары....

ПАВЛОВ Фёдор Максимович

ПАВЛОВ Фёдор Максимович [17.8. 1905, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подгорный утары (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 12.3.1996, Дәүләкән ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). БАХИ‑ны тамамлаған (1958). 1930 й. алып Күгәрсен р‑нында (1931 й. башлап “Ураҡ һәм сүкеш” коммунаһы рәйесе), 1935 й. — Дәүләкән р‑нын‑ да...

ПАВЛОВА Галина Әҙһәм ҡыҙы

ПАВЛОВА Галина Әҙһәм ҡыҙы (25.5. 1946, Өфө — 8.7.2014, шунда уҡ), гастроэнтеролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 1972 й. тиклем һәм 1975—76 йй. Өфөнөң 8‑се ҡала дауаханаһында, 1977 й. алып БДМУ‑ла (2001–06 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑тында) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...

ПАВЛОВА Эвелина Владимировна

ПАВЛОВА Эвелина Владимировна (9.9.1932, Өфө — 28.3.2000, шунда уҡ), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1962). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, проекттың баш архитекторы, 1‑се оҫтахананың архитекторҙар секторы етәксеһе. Торлаҡ һәм йәмәғәт...

ПАВЛОВКА БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ

ПАВЛОВКА БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ. Иглин т. юл ст. 90 км алыҫлыҡта Нуриман р‑ны Павловка а. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑14,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,5°С). 1955 й. туберкулёз м‑н ауырыған балаларҙы, 2005 й. алып тын юлдары һәм аш һеңдереү системаларын дауалау...

ПАВЛОВКА ГЭС-ы

ПАВЛОВКА ГЭС‑ы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр энергияһы етештерә. Павловка һыуһаҡлағысында урынлашҡан. Составына гидротехника, электр цехтары инә. 2008 й. 99 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең халҡы һәм пр‑тиелары. 1950 й. нигеҙ һалына,...

ПАВЛОВКА ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

ПАВЛОВКА ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Өфө йылғаһында, БР‑ҙа иң ҙур һыуһаҡлағыс. Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Нуриман р‑ны Павловка а. эргәһендә йылға тамағынан 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 47100,0 км2 (йылға басс. 89%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 10740,0 млн м3, һыуһаҡлағыстың...

ПАВЛОВКА, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл

ПАВЛОВКА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 205 кеше; 1939 — 235; 1959 — 240; 1989 — 225; 2002 — 233; 2010 — 235 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта...

ПАВЛОВКА, Нуриман р-нындағы ауыл

ПАВЛОВКА, Нуриман р‑нындағы ауыл, Павловка а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 39 км һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 94 кеше; 1959 — 7825; 1989 — 3492; 2002 — 4269; 2010 — 4143 кеше. Урыҫтар, татарҙар,...

ПАВЛЫЧЕВ Валентин Николаевич

ПАВЛЫЧЕВ Валентин Николаевич (12.2.1936, Ярославль ҡ.), инженер‑технолог. Химия ф. канд. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1980). Ярославль технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) “Салават‑ нефтеоргсинтез” ААЙ‑нда: 1963 й. алып цех нач., 1966 й. — баш инженер, 1974 й. — химия з‑ды дир., 1976...

ПАДИН Андрей Викторович

ПАДИН Андрей Викторович (20.2. 1968, Белорет ҡ.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ф.Ф.Әхмәҙиев). Спринтта Европа...