Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОКРОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл

ПОКРОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Покровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 694 кеше; 1920 — 879; 1939 — 814; 1959 — 573; 1989 — 661; 2002 — 457; 2010 — 455 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ПОКРОВКА, Иглин р-нындағы ауыл

ПОКРОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Таутөмән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Таутөмән т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 499 кеше; 1920 — 697; 1939 — 608; 1959 — 326; 1989 — 166; 2002 — 164; 2010 — 143 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ПОКРОВКА, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл

ПОКРОВКА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Бахмут а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Ҡуяныш й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 463 кеше; 1959 — 326; 1989 — 150; 2002 — 165; 2010 — 169 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се...

ПОКРОВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл

ПОКРОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 44 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урын‑ лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 522; 1939 — 354; 1959 — 146; 1989 — 97; 2002 — 112; 2010 — 128 кеше. Ҡаҙаҡтар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға...

ПОКРОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай

ПОКРОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 633 кеше; 1920 – 937; 1939 – 1052; 1959 – 707; 1989 – 392; 2002 – 445 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). Халҡы “Стәрлетамаҡ”...

ПОКРОВКА, Туймазы р-нындағы ауыл

ПОКРОВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 17 км алыҫлыҡта Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 335 кеше; 1920 — 479; 1939 — 448; 1959 — 178; 1989 — 112; 2002 — 123; 2010 — 143 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ПОКРОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл

ПОКРОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Покровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 81 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 145 кеше; 1920 — 307; 1939 — 287; 1959 — 138; 1989 — 173; 2002 — 186; 2010 — 195 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ПОКРОВСКИЙ Иван Корнильевич

ПОКРОВСКИЙ Иван Корнильевич (1845—?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. Подпоручик (1866). Дворян‑ дарҙан. Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Тау инженерҙары корпусы ин‑тын тамамлаған (С.‑Петербург, 1866). 1866 й. алып Екатеринбург з‑дтарында хеҙмәт итә, 1867 й. — Берёзовка алтын...

ПОЛАК Алексей Филиппович

ПОЛАК Алексей Филиппович (4.6. 1911, Тифлис ҡ. — 31.7.1990, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1965), проф. (1968). РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. Вена политехник ин‑тын тамамлаған (1935). 1938 й. алып Мәскәү өлк. төҙөлөш ойошмаларында эшләй. 1941 й. башлап...

ПОЛЕЦКОВА Ирина Юрьевна

ПОЛЕЦКОВА Ирина Юрьевна (4.3. 1982, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Николаевка а.), спортсы. Софтбол б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Өфө р‑ны СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.В.Маклаков). Европа илдәре кубоктары Кубогын (1999) һәм Рәсәй кубоктарын (1994, 1997—98) яулаусы, Рәсәй чемпионаттарының...

ПОЛИ...

ПОЛИ... (гр. polyЈs — күп һанлы, киң), ҡушма һүҙҙәрҙең нимәнеңдер күп, төрлө яҡлап сорналыуын йәки төрлө составлы булыуын аңлатҡан өлөшө (мәҫ., полиатлон, поликлиникалар). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ПОЛИАМИДТАР

ПОЛИАМИДТАР, төп сылбырҙа ҡабатланған амид —CO—NH—төркөмдәре булған полимерҙар. Синтетик (алифатик, ароматик), тәбиғи (аҡһымдар, пептидтар) була. Төҫһөҙ ҡаты кристалл (кристаллашыу дәрәжәһе 40—60%) йәки аморф термопластар, мол. м. 20—100 мең, алифатиктарҙың tиреү 150—260°С, ароматиктарҙың 400°С һәм...

ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР

ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР, төп сылбырында ароматик, гетероароматик фрагменттар булған һәм кардалы фталид төркөмсәле һыҙыҡлы полимерҙар. Юғары термототороҡло (tтарҡалыу 440°С һәм юғары), йылыға сыҙамлы (tбыялаланыу 180°С һәм юғары), 200°С тиклем т‑рала һыу, концентрациялы һелте эретмәләре, аммиак, тоҙ к‑таһы...

ПОЛИАТЛОН

ПОЛИАТЛОН, спорт төрө, комплекслы күпбәйге. Ҡышҡы П., йәки ҡышҡы өсбәйге (саңғы ярышы, көс гимнастикаһы, пуля менән атыу) һәм йәйге, йәки йәйге бишбәйге (төрлө дистанцияға йүгереү, спорт снарядын ырғытыу, йөҙөү, пуля м‑н атыу, көс гимнастикаһы) айырыла. Башҡортостанда П. үҫеше 1992 й. Өфөлә БДМИ, ӨДАТУ...

ПОЛИАЦЕТИЛЕН

ПОЛИАЦЕТИЛЕН, [—CH=CH—]n, цис‑, транс‑конфигурацияларҙа икеләтә бәйләнешле эйәртеү системаһы булған һыҙыҡлы полимер. Ҡара төҫтәге онтаҡ, һоро төҫтәге күҙәнәкле материал, алтын йәки көмөш төҫтәге плёнка. Аморф (тығыҙлығы 780 кг/м3), кристаллы (790—1160 кг/м3, кристалл үлсәме 2—5 нм), эре кристаллы (1150—1200...

ПОЛИВИНИЛХЛОРИД

ПОЛИВИНИЛХЛОРИД, [—CH2— —CHCl—]n, винилхлорид полимеры. Төҫһөҙ термопласт, мол. м. 10—150 мең, тығыҙлығы 1350—1430 кг/м3, кристаллашыу дәрәжәһе 8—10%, tбыялаланыу 75—80°С, ағыусанлыҡ т‑раһы 150— 220°С. Ағыулы түгел, янмай, дихлорэтанда, тетрагидрофуранда, диметилформамидта, циклогексанонда һ.б. эрей,...

ПОЛИГРАФИЯ СӘНӘҒӘТЕ

ПОЛИГРАФИЯ СӘНӘҒӘТЕ, төрлө баҫма продукция (гәзит, китап, журнал, бланк, календарҙар һ.б.) һәм ҡағыҙ изделиелар (дәфтәр, блокнот, контора кенәгәләре һ.б.) етештереү б‑са сәнәғәт тармағы. Өфөлә типографиялар 1801 й. императрица Екатерина II указы, 60‑сы йй. аҙ. — Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар) указы б‑са...

ПОЛИИЗОБУТИЛЕН

ПОЛИИЗОБУТИЛЕН, [—СН2— —С(СН3)2—]n, изобутилен полимеры. Түбән (мол. м. 5—50 мең; ҡуйы шыйыҡса) һәм юғары (мол. м. 70 меңдән юғары; эластомер) молекуляр П. айырыла. Ағыулы түгел, тиҙ тоҡаныусан, газ һәм парҙы насар үткәрә, йылыға һәм яҡтылыҡҡа тотороҡло. Күп кенә эреткестәрҙә, минераль майҙарҙа эрей,...

ПОЛИИЗОПРЕН

ПОЛИИЗОПРЕН, [—СН2—С(СН3)= =СН—СН2—]n, изопрен полимеры. 6 стереоизомеры бар: цис‑, транс‑конфигурацияларҙа 1,4‑, 1,2‑, 3,4‑П. Тәбиғәттә 1,4‑цис‑П. (тәбиғи каучук), 1,4‑транс‑П. (балата, гуттаперча) рәүешендә осрай. Мол. м. 5 мең — 2 млн, тығыҙлығы 910—920 кг/м3, tбыялаланыу —70°С яҡын, тигеҙ tиреү...

ПОЛИКЛИНИКАЛАР

ПОЛИКЛИНИКАЛАР (нем. рoliklinik), халыҡты һауыҡтырыу, ауырыуҙарҙың үҫешен һәм уларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү б‑са дауахананан тыш медицина ярҙамы күрһәтеү һәм иҫкәртеү саралары комплексын тормошҡа ашырыу өсөн күп профилле йәки махсуслаштырылған дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. П. үҙ аллы, стационар...