Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАДИН Андрей Викторович

ПАДИН Андрей Викторович (20.2.1968, Белорет ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1994). “Хеҙмәт” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры —...

ПАДМАНАБХАН Каппасами Анант

ПАДМАНАБХАН Каппасами Анант (5.4.1945, Тривандрам ҡ., Һиндостан), физик. Физика д‑ры (1972). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1992), Һиндостан ФА‑ның (1994), Милли ФА‑ның (2000, Һиндостан) ағзаһы. Кембридж ун‑тын (1971, Бөйөк Британия), Варанас Һиндостан ун‑тын (1978) тамамлаған. Һиндостанда уҡытҡан: 1972–79...

ПАДУРОВ Тимофей Иванович

ПАДУРОВ (Подуров) Тимофей Иванович (яҡынса 1723 — 10.1.1775, Мәскәү), Ырымбур ҡ. казактарынан Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казактарҙан. Комиссияға казактар өсөн хеҙмәт йөкләмәһен бөтөрөү, регуляр армия һалдатыныҡына тиң ҡаҙна аҙыҡ‑түлеге...

ПАЙКИН Лев Ефимович

ПАЙКИН Лев Ефимович (13.6.1927, Невель ҡ.), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың мәҙәни‑ағартыу эше отличнигы (1981). БР‑ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1997). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1948; И.К.Глушарин, А.П.Новоскольцев курсы), Новозыбков пед. ин‑тын (1955) тамамлаған. 1948—...

ПАЙПС Ричард Эдгар

ПАЙПС Ричард Эдгар (11.7.1923, Цешин ҡ., Польша), америка тарихсыһы, политолог. Филос. д‑ры (1950), проф. (1974). Корнелл (1945) һәм Гарвард (1947) ун‑ттарын (икеһе лә — АҠШ) тамамлаған. 1950—96 йй. Гарвард ун‑тында: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1968 й. алып Рус тикшеренеү үҙәге дир.; 1973—78 йй. Стэнфорд...

ПАЛАТНИКОВ Александр Самойлович

ПАЛАТНИКОВ Александр Самойлович (11.12.1923, Мәскәү — 29.11. 2007, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1983), почётлы авиатөҙөүсе (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү авиация технологиялары ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Мәскәү, Клин, Арсеньев ҡҡ. эшләй. 1966 й. алып...

ПАЛЕО...

ПАЛЕО... (гр. palaioЈs — боронғо), ҡушма һүҙҙәрҙең боронғолоҡҡа мөнәсәбәтле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ., палеоген, палеография, палеолит). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ПАЛЕОГЕН

ПАЛЕОГЕН (палео... һәм ...генез), п а л е о г е н  с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 65, тамамланыуы — 23±1 млн йыл. 1866 й. Науманн тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлектән (дәүерҙән) тора: аҫҡыһы — палеоцен, уртансыһы — эоцен һәм өҫкөһө —...

ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ

ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ (палео... һәм география), үткән дәүерҙәрҙең физик‑геогр. шарттарын, ер ҡабығының һәм дөйөм Ерҙең үҫешен өйрәнгән фән. 19 б. 1‑се ярт. тарихи геология һәм физик география сигендә формалаша. П. геохимия, климатология, литология, палеонтология, палеоэкология, стратиграфия, фациялар т‑дағы...

ПАЛЕОГРАФИЯ

ПАЛЕОГРАФИЯ (палео... һәм ...графия), яҙма тамғаларҙың барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен; боронғо яҙма ҡомартҡыларҙы уҡыу маҡсатын, авторын, яҙылыу ваҡытын һәм урынын билдәләү, ҡулланылған материалды, яҙыу ҡоралын һ.б. үҙенсәлектәрен өйрәнгән тарихи‑филол. дисциплина. БР‑ҙа башлыса Башҡортостанда табылған...

ПАЛЕОЗОЙ

ПАЛЕОЗОЙ (палео... һәм гр. zōē — тормош), п а л е о з о й  э р а т е м а һ ы, п а л е о з о й  э р а һ ы, фанерозойҙың аҫҡы бүлексәһе. Эраның башы — 542 млн йыл, тамамланыуы — 251 млн йыл. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Кембрий, ордовик, силур, девон, ташкүмер (карбон) һәм пермь системаларына...

ПАЛЕОЛИТ

ПАЛЕОЛИТ (палео... һәм ...лит), таш быуаттың тарихи‑мәҙәни осоро. Б.э.т. 2,5 млн — 8 мең йылдарға ҡарай. Кайнозой эраһының плиоцен һәм плейстоцен геологик дәүерҙәре м‑н тап килә. 3 осорҙан тора: боронғо П. (иртә; б.э.т. 2,5 млн — 100 мең йыл), урта (б.э.т. 100—40 мең йыл) һәм яңы (һуң; б.э.т. 40—8 мең...

ПАЛЕОНТОЛОГИЯ

ПАЛЕОНТОЛОГИЯ (палео... һәм онтология), үткән геол. осорҙоң органик донъяһы, уның йәшәйеш һәм үҫеш шарттары т‑дағы фән. Палеозоология, ‑ботаника, ‑экология, ‑биогеография, микропалеонтологияға бүленә. Палеонтологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тау тоҡомдарының сағыштырмаса йәшен билдәләүҙә һәм геол....

ПАЛЕХА Борис Яковлевич

ПАЛЕХА Борис Яковлевич (12.4.1928, Украина ССР‑ы Бежевка а. — 29.8. 1991, Мәскәү), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1974). Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Харьков художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Өфөлә, 1978 й. алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Станок графикаһы һәм китап графикаһы вәкиле. Акварель...

ПАЛИНОЛОГИЯ

ПАЛИНОЛОГИЯ (гр. palinē— йоҡа саң һәм ...логия), ботаниканың һеркә һәм спораларҙы өйрәнгән бүлеге. Палиноморфология (спора һәм һеркә бөртөксәләренең, башлыса уларҙың ҡаты тышсаларының — экзоспорий һәм һирәгерәк периспорий — формаһын, төҙөлөшөн һәм үҫешен өйрәнә), палинотаксономия (үҫемлектәр систематикаһы...

ПАЛЛАДИН Александр Владимирович

ПАЛЛАДИН Александр Владимирович (10.9.1885, Мәскәү — 6.12.1972, Киев), биохимик. СССР ФА (1942), СССР Мед. ФА (1944), Украина ССР‑ы ФА (1929; 1946—62 йй. президент) акад., Белорус ССР‑ы ФА‑ның почётлы акад. (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1955). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1935). Петербург ун‑тын...

ПАЛЛАС Пётр Симон

ПАЛЛАС Пётр Симон (22.9.1741, Берлин — 8.9.1811, шунда уҡ), тәбиғәтте өйрәнеүсе, географ, сәйәхәтсе. Медицина д‑ры (1759). Лондон Король йәмғиәте ағзаһы (1764), Император Фәндәр һәм художество акад. академигы (1767). Германияла, Голландияла, Бөйөк Британияла уҡыған. 1767—1810 йй. Рәсәйҙә йәшәгән. Рәсәйҙең...

ПАЛЬ Роберт Васильевич

ПАЛЬ Роберт Васильевич (15.4.1938, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Әлшәй иген совхозы бүлексәһенең Көньяҡ Уҫылы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Южный бүлексәһе а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2021). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлаған...

ПАЛЮТИНА Зилаира Рияз ҡыҙы

ПАЛЮТИНА Зилаира Рияз ҡыҙы (18.9.1951, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге сағыштырма‑тарихи, типологик һәм сағыштырма тел ғилеме мәсьәләләренә, инглиз теле, немец теле,...

ПАМФЛЕТ

ПАМФЛЕТ (ингл. — pamphlet), билдәле ижт.‑сәйәси күренешкә (дәүләт, хөкүмәт, класс, идея хәрәкәте, ҡайһы берҙә — тотош ҡоролошҡа) йәки йәмғиәттәге конкрет абруйлы эшмәкәрҙәргә (сәйәсмәндәргә, социологтарға, ғалимдарға, әҙиптәргә) ҡаршы йүнәлтелгән киҫкен һәм экспрессив фашлау м‑н характерланған публицистика...