Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РОМАДАНОВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл

РОМАДАНОВКА, О с и н о в к а, Ишембай р‑нындағы ауыл, Верхотор а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 36 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Торғаҫ й. (Тор й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1117 кеше; 1920 й. — 1385; 1939 — 1081; 1959 — 872; 1989 — 138; 2002 — 130; 2010...

РОМАН

РОМАН (фр. roman), әҙәби жанр, билдәле осорҙо йәки кешеләрҙең бөтә ғүмерен төрлө яҡлап һүрәтләгән ҙур күләмле эпик әҫәр. Хикәйә һәм повестан ҡатмарлы композиция, күп тармаҡлы сюжет, тиң әһәмиәтле персонаждар системаһы булыуы, күтәрелгән проблемалар төрлөлөгө м‑н айырыла. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Р....

РОМАНКЕВИЧ Владимир Михайлович

РОМАНКЕВИЧ Владимир Михайлович (10.9.1889, Гродно ҡ. — 6.11.1966, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1963), проф. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Харьков ун‑тын тамамлағандан һуң (1918) Харьков һәм Ярославль ҡҡ. эшләй. 1919 й. алып Өфөлә: хирургия һәм хәрби госпиталдәрҙә, 1922—27 йй. 1‑се совет дауаханаһында,...

РОМАНОВ Анатолий Александрович

РОМАНОВ Анатолий Александрович (27.9.1948, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Михайловка а.), ген.‑полк. (1995). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). СССР ЭЭМ‑ы Эске ғәскәрҙәренең Ф.Э.Дзержинский ис. Һарытау юғары команда уч‑щеһын (1972), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1982), СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының К.Е.Ворошилов...

РОМАНОВ Анатолий Никитович

РОМАНОВ Анатолий Никитович (28.8.1926, Пенза өлк. Усть‑Вазерки а. — 20.3.2012, Өфө, Иглин р‑нының Ауструм а. ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1996). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һынлы сәнғәт студияһын тамамлағандан һуң (Хабаровск ҡ., 1950) Хабаровскиҙың төрлө төҙөлөш ойошмаларында эшләй....

РОМАНОВ Илдар Саяф улы

РОМАНОВ Илдар Саяф улы (11.9. 1961, Үзбәк ССР‑ы Теләү ҡсб), тренер. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1983). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1991). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө;...

РОМАНОВ Николай Кириллович

РОМАНОВ Николай Кириллович (10.5.1919, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Үрге Ҡаҙмаш а. — 20.10.1943, Белорус ССР‑ы Козероги а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып Ҡариҙел р‑нында “8 март” к‑зында, ВЛКСМ‑дың район ком‑тында эшләй. 1939 й. окт. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943...

РОМАНОВ ТОҠОМО

РОМАНОВ ТОҠОМО, һарыҡтарҙың шырт йөнлө, ит‑тун йүнәлешле тоҡомо. 18—19 бб. Ярославль губ. крәҫтиәндәре тарафынан тун сифаттары һәм үрсемлелек б‑са иң яҡшы булған урындағы төньяҡ ҡыҫҡа ҡойроҡло һарыҡтарҙы һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Исемен тәүге таралыу урынынан — Романов‑Борисоглебск өйәҙенән ала....

РОМАНОВКА ТОРАМАЛАРЫ

РОМАНОВКА ТОРАМАЛАРЫ, мезолит, бронза быуаты һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Өфө эсендә, Ағиҙел й. Козарез утрауын барлыҡҡа килтергән иҫке үҙәненең һул ярында урынлашҡан. 1959 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1961 й. К.В.Сальников, 1965 й., 1989 й. Г.И.Матвеева тикшерә. Күп...

РОМАНОВКА, ауыл, Өфө эсендә

РОМАНОВКА, ауыл, 2005 й. алып Өфө эсендә. Ауылға 1799 й. Өфө өйәҙендә Романовскийҙарҙың алпауыт крәҫтиәндәре Анненский бәләкәй ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1865 й. 15 йортта 876 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башында Романовка а. булараҡ теркәлгән. 1906 й. мөгәзәй иҫәпкә алынған. Халҡы:...

РОМАНОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

РОМАНОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 143 кеше; 1959 — 460; 1989 — 158; 2002 — 267; 2010 — 273 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб...

РОМАНОВТАР

РОМАНОВТАР, баярҙар нәҫеле, батшалар (1613 й. алып), императорҙар (1721—1917) фамилияһы. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Никита Романович Захарьин-Юрьев (?—1586). 16 б. аҙ. — 17 б. башында Өфөлә һөргөндә кенәз А.А.Репнин м‑н бергә ш. уҡ Иван Р. була. Р. нәҫеленә ш. уҡ ҡарағандар: Пётр Алексеевич Р. (ҡара:...

РОМАНС

РОМАНС (исп. romance), тауыш өсөн музыка ҡоралына ҡушылып башҡарылған муз.‑шиғри әҫәр; камерный вокаль музыка жанры. Йырҙан Р. муз. формаларҙың күберәк булыуы, мотлаҡ музыка ҡоралына ҡушылып башҡарылыуы, текстың субъектив йөкмәткеле булыуы, индивидуаль образ кәүҙәләндерелеүе м‑н айырыла. Башҡортостанда...

РОМАНТИЗМ

Р О М А Н Т И З М (фр. romantism), художестволы методты формалаштырған художестволы фекерләү тибы һәм ысынбарлыҡты сағылдырыу ысулы, кеше индивидуаллеген сикһеҙ эске раҫлау; бөтә көслөгә, сағыуға, юғарыға ҡыҙыҡһыныу; ысынбарлыҡ м‑н уртаҡ тел тапмауға ғазаплы көйөнөү; геройҙың абсолют азатлыҡҡа, рухи...

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович (11.8.1945, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д-ры (2002). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2001), РФ-тың юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. алып шунда уҡ эшләй. 1982 й. башлап ӨДИСУ-ла: өлкән ғилми хеҙм-р, 1991 й. тиклем сервис...

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович (11.8.1945, Өфө ҡ. — 7.10.2020, шунда уҡ), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (2002). БР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), РФ-тың юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. алып шунда уҡ эшләй. 1982 й. башлап...

РОМАШКА

РОМАШКА, ҡ а р а б а й (Matricaria), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла һәм Африкалатаралған. Башҡортостанда тишелгән Р. үҫә. Төҙ тармаҡлы һабағы булған бер йыллыҡ үлән, бейеклеге 20—60 см. Япрағы ултырма, ике, өс тапҡыр епкә оҡшаған осло өлөштәргә ҡауырһын...

РОМАШКИН Иван Данилович

РОМАШКИН Иван Данилович (15.9. 1909, Дон ғәскәре өлк. Ромашкин утары — 26.9.1998, Өфө), майор. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Сталинград өлк. эшләй. Кесе лейт. курстарын тамамлаған (1942). 1931—34 йй., 1935—40 йй. һәм 1941 й....

РОПШИН МИНОМЁТ ПОЛКЫ

РОПШИН МИНОМЁТ ПОЛКЫ, Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са 1942 й. февр.—авг. БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Покровка а. ойошторола. Сент. алып полк Ленинград фронтының 67‑се, 2‑се удар армияһы, 1944 й. окт. — 4‑се Украина фронтының 38‑се, 1‑е гвардия армияһы составына ингән. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда...

РОССИНСКАЯ Галина Михайловна

РОССИНСКАЯ Галина Михайловна (8.11.1956, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009), БР-ҙың мәғариф отличнигы (2013). Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) 1993 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) РФА Өфө ФҮ‑лә эшләй (1985 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р). 1986—87 йй. Бөтә Союз совет сауҙаһы ин‑тының уҡыу‑консультация...