Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РОСТО СПОРТ‑АТЫУ КЛУБЫ

РОСТО СПОРТ‑АТЫУ КЛУБЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1961—2002 йй. эшләй. Тиры, “Тыуыш” атыу урыны булған. Пуля менән атыу б‑са балалар һәм үҫмерҙәр спорт‑техник мәктәбе эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.В.Гулак, Ю.Р.Ҡорбанғәлиева, В.И.Слинин, И.А.Соколов, А.Р.Әхмәтов һ.б. Клуб м‑н тренерҙар А.П.Банников, В.Б.Гулак...

РОТКОВ, ауыл, Нефтекама ҡ. эсендә

РОТКОВ, ауыл, 2005 й. алып Нефтекама ҡ. эсендә. Ауылға Уҫы даруғаһында дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, 1781 й. башлап билдәле. 1795 й. 57 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта — 244 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Шулай уҡ Неволин исеме м‑н билдәле...

РОЩИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

РОЩИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Рощинский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 1468 кеше; 2002 — 1757; 2010 — 1957 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Р. — «“Рощинский” совхозы» ДУАХП‑ның...

РСАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

РСАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Рсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 11 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 97 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1279 кеше; 1920 — 1830; 1939 — 1856; 1959 — 1238; 1989 — 918; 2002 — 928; 2010 — 926 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы,...

РУБАН Анна Никитична

РУБАН (Симахина) Анна Никитична (21.2.1935, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Липовка утары, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Благовещенка а., — 27.9.1983, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1962) һәм респ. категориялы судья (1968). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1975)....

РУБЛЁВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

РУБЛЁВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Бик-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 394 кеше; 1920 — 499; 1939 — 508; 1959 — 209; 1989 — 115; 2002 — 114; 2010 — 112 кеше. Украиндар йәшәй (2002). Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә...

РУБРУК Виллем

РУБРУК Виллем (1215 й. һәм 1220 й. араһы — 1293), фламанд сәйәхәтсеһе, монах. 1253—55 йй. Монголдар империяһына Мүнке ханға француз короле Людовик IX тарафынан ебәрелгән дипломатик миссияны етәкләй. Р. маршруты Фәләстандан Урта Азияға Константинополь, Ҡырым, Волга й. түбәнге ағымы һәм Урал буйы далалары,...

РУБУС

РУБУС, б ө р л ө г ә н (Rubus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 300—600 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр, ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары сәнскеле, ябай йәки тармаҡлы, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 30—200 см. Япраҡтары...

РУДАВСКИЙ Павел Павлович

РУДАВСКИЙ Павел Павлович (1859—1919), архитектор. Граждандар инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1885) Пермь губ. Чердын өйәҙ земствоһы, 1891 й. алып Архангельск ҡ. төҙөлөш бүлеге инженеры, 1906 й. — Өфө губ. төҙөлөш бүлеге, 1911 й. — Харьков ҡ. губ. инженеры. Өфөлә Р. проекттары б‑са...

РУДЕНКО Олег Александрович

РУДЕНКО Олег Александрович (6.6. 1966, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). ӨАИ‑ны (1988), Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). “Батыр” (ауыр атлетика б‑са тренеры Л.Н.Копнин), “Геракл” (пауэрлифтинг б‑са тренеры С.В.Горшков) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе....

РУДЕНКО Сергей Иванович

РУДЕНКО Сергей Иванович (29.1. 1885, Харьков ҡ. — 16.7.1969, Ленинград), этнограф, антрополог, археолог, географ, гидролог. Техник ф. д‑ры (1945), проф. (1919). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1910). 1919 й. алып Томск ун‑тында уҡыта (1920 й. декан). 1921 й. башлап Ленинградта: 1930 й. тиклем ЛДУ-ла...

РУДЕНЧЕНКО Виталий Алексеевич

РУДЕНЧЕНКО Виталий Алексеевич (3.2.1940, Андижан ҡ. — 13.11. 1985, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1974; педагогы А.А.Мыльников) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Р. эштәре образдарҙың психологик тәрәнлеге,...

РУДЕРАЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР

РУДЕРАЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР, с ү п с а р  ү ҫ е м л е к т ә р е (лат. rudus, эйәлек килеш ruderis — ваҡ таш, сүп-сар), сүплектә, ҡалдауҙарҙа, торлаҡ янында, юл буйҙарында һ.б. ерҙә үҫә. Синантроп (кеше эшмәкәрлеге м-н бәйле) нитрофиль үҫемлектәр булып тора, кеше һәм хайуандарҙан һаҡланырға мөмкинлек биргән...

РУДЕРМАН Семён Юрьевич

РУДЕРМАН Семён Юрьевич (15.10. 1935, Минск), физик. Техник ф. д‑ры (1973), проф. (1976). Һарытау ун-тын тамамлаған (1959). 1962 й. алып БДУ-ла эшләй: 1970 й. башлап өлкән ғилми хеҙм-р, 1978 й. — матем. модель әҙерләү каф. мөдире. 1986—2014 йй. ӨДАТУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге системаларҙың ышаныслылығын...

РУДНЕВ Николай Васильевич

РУДНЕВ Николай Васильевич [24.2.1915, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Троицкий а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 28.5.1993, Өфө], селекционер. А.х. ф. канд. (1956). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1939). 1933—35 йй. Ҡырмыҫҡалы МТС‑ы агрономы, өлкән агрономы, 1939—40...

РУДОЙ Борис Петрович

РУДОЙ Борис Петрович (4.4.1941, Днепропетровск ҡ. — 10.2.2006, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1982), проф. (1983). РФ-тың (1997) һәм БАССР-ҙың (1987) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м-н): 1982—2006 йй. эске яныулы двигателдәр каф. мөдире,...

РУДОЛЬФ НУРЕЕВ, ҡытай шыҡтымы сорты

РУДОЛЬФ НУРЕЕВ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Л.Н.Миронова, Л.Ә.Төхвәтуллина, А.А.Реут тарафынан (Ботаника баҡса‑институты) Appassionata сортын ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Ярым йәйенке, аҙ япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 75 см тиклем. Һабағы йыуан, антоциан төҫөндә. Япрағы оҙон, йәшел...

РУМЫНИЯ

РУМЫНИЯ, Р у м ы н и я Р е с п у б л и к а һ ы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 237,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Бухарест. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 22,2 млн кеше (2008), 89,5% ‑ы — румындар. Рәсми тел — румын теле. Диндарҙарҙың күпселеге православие динен тотоусылар (86,8%). БР м‑н Р. бәйләнештәре...

РУМЯНЦЕВА Эльвира Рим ҡыҙы

РУМЯНЦЕВА Эльвира Рим ҡыҙы (18.8.1973, Өфө), физиолог. Биол. ф. д‑ры (2006), проф. (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1995) БДАУ‑ҙа эшләй. 2002 й. алып Башҡ. физик культура ин‑тында (2005 й. башлап инновациялар һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге спорт физиологияһы мәсьәләләрен өйрәнеүгә...

РУС АРМИЯҺЫ

РУС АРМИЯҺЫ, 1918—20 йй. Юғары хаким адмирал А.В.Колчактың ҡораллы көстәре. Нояб. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең ҡораллы көстәренән ойошторолған. Р.а. составына Ырымбур армияһы, Себер армияһы, Урал армияһы (бөтәһе лә — 1918 й. дек. алып), Көнбайыш армия (1919 й. ғин. алып), Төньяҡ фронт (1919 й. майы...