Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РӘХИМОВ Әнүәр Мөбәрәкша улы

РӘХИМОВ Әнүәр Мөбәрәкша улы (5.3.1913, Стәрлетамаҡ ҡ. — 17.9. 1994, Өфө), агроном. А.х. ф. канд. (1954). РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы (1977), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент а.х. ин‑тын (1935), Маркс—Энгельс— Ленин ин‑тын (Мәскәү, 1941) тамамлаған. 1933 й. алып Ташкентта...

РӘХИМОВ Әхмәт Зәки улы

РӘХИМОВ Әхмәт Зәки улы (6.8. 1934, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Киәҙетау а.), психолог, педагог. Психология ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Бүздәк р‑нының Кәпәй‑Ҡобау урта мәктәбе дир., 1968 й. алып Башҡ‑н проф....

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы (25.8.1900, Севастополь ҡ. — 25.2.1978, Өфө ҡ.), композитор, фольклорсы, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). Композиторҙар союзы ағзаһы (1943 й. алып). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1929) Башҡ. драма театрының музыка бүлеге мөдире,...

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы (25.8.1900, Севастополь ҡ. — 25.2.1978, Өфө ҡ.), композитор, фольклорсы, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). Композиторҙар союзы ағзаһы (1943 й. алып). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1929) Башҡ. драма театрының музыка бүлеге мөдире,...

РӘХИМОВ Марат Науруз улы

РӘХИМОВ Марат Науруз улы (6.10. 1958, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ибрай а.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1985—2001 йй. Салауат филиалында, 2005 й. башлап технология ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2011—15 йй....

РӘХИМОВ Мортаза Ғөбәйҙулла улы

РӘХИМОВ Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7.2.1934, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Тәүәкән а. — 11.1.2023, Өфө ҡ.), дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Президенты. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1974), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1977). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1956 й. алып Өфө НЭЗ‑ында оператор....

РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы

РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы (20.4.1948, БАССР‑ҙың Саҡмағош районы Рәжәп а.), музыка белгесе‑фольклорсы, педагог‑методист, баянсы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Өфө сәнғәт училищеһын (1967; Ф.М.Сиражетдинов класы), Гнесиндар исемендәге музыкаль‑педагогия институтын (Мәскәү ҡ., 1972; А.Н.Гусь класы) тамамлаған....

РӘХИМОВ Рәйес Сәйетғәле улы

РӘХИМОВ Рәйес Сәйетғәле улы (24.2.1942, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Билгеш а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1992). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2002). Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Асҡын р‑нының Төй с‑зында баш инженер. 1970 й. алып Силәбе...

РӘХИМОВ Ришат Рәшит улы

РӘХИМОВ Ришат Рәшит улы (24.10. 1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а.), ҡурайсы, педагог. БР‑ҙың халыҡ артисы (1995), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982). Ҡурайсылар союзы ағзаһы (1998). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1977; Ғ.З.Сөләймәнов класы), БДУ‑ны (1990), ӨДСИ‑не (1994; А.М.Ҡобағошов класы) тамамлаған....

РӘХИМОВ Таһир Тимерхан улы

РӘХИМОВ Таһир Тимерхан улы (25.9.1953, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а.), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2007). В.Т.Рәхимованың ҡустыһы. Рәсәй театр сәнғәте акад. тамамлаған (1993; П.Н.Фоменко курсы). 1971—72 йй., 1974—76 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1993 й. алып Мәскәүҙең “П.Фоменко оҫтаханаһы” театры...

РӘХИМОВ Хәлиулла Мөхәмәтрәхим улы

РӘХИМОВ Хәлиулла Мөхәмәтрәхим улы, Х ә л и л х ә ҙ р ә т [1863, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Түб. Таулыҡай а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 1927, шунда уҡ], дин әһеле, мәғрифәтсе. Йәдитселек яҡлы була. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлаған, Муллаҡай мәҙрәсәһендә, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1893 й. алып мәсеттә...

РӘХИМОВА Венера Тимерхан ҡыҙы

РӘХИМОВАВенера Тимерхан ҡыҙы (10.6.1946, Үзбәк ССР‑ы Ҡарадаръя а.), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1985) һәм атҡ. (1977) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1975). Т.Т.Рәхимовтың апаһы. Респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Стәрлетамаҡҡ., 1967; Ғ.Х.Хәбибуллин курсы) Башҡ....

РӘХИМОВА Физәлиә Әнүәр ҡыҙы

РӘХИМОВА Физәлиә Әнүәр ҡыҙы (25.1.1970, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Туйыш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2001) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ, 1993 й. алып Стәрлетамаҡ дәүләт театр‑концерт берекмәһенең Башҡ. драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 2004— 08...

РӘХМӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

РӘХМӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 79 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 274 кеше; 1920 — 368; 1939 — 227; 1959 — 252; 1989 — 273; 2002 — 353 кеше. Башҡорттар йәшәй. Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб...

РӘХМӘТОВ Салауат Кипай улы

РӘХМӘТОВ Салауат Кипай улы (17.12.1967, Алма‑Ата ҡ.), спортсы. Ҡаяға үрмәләү спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). Армия спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе, 1988 й. алып “Спартак” (тренеры С.М.Архипов; икеһе лә — Алма‑Ата;)...

РӘХМӘТУЛЛА Салауат Ибраһим улы

РӘХМӘТУЛЛА (Рәхмәтуллин) Салауат Ибраһим улы (1.2.1942, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а.), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) мәғариф системаһында, мәҙәниәт учреждениеларында эшләй; 1998—2002 йй. “Ашҡаҙар” гәз. хеҙм‑ре. “Әйтелмәгән әйтер һүҙҙәрем”...

РӘХМӘТУЛЛИН Айбулат Дәүләтбай улы

РӘХМӘТУЛЛИН Айбулат Дәүләтбай улы (12.5.1967, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а.), ҡурайсы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (1999) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1986; Р.Р.Рәхимов класы), ӨДСИ‑не (1994; И.Ҡ.Илбәков класы) тамамлаған. 1989—90 йй. Н.Сабитов ис. Беренсе Өфө балалар музыка мәктәбендә, 1993 й. алып...

РӘХМӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәйзулла улы

РӘХМӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәйзулла улы (20.2.1936, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ҡужабаҡ а. — 19.7.1998, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Туймазы р‑ны Күҙәй участка дауаханаһының баш табибы. 1966 й. алып БДМИ‑ла (1993 й. башлап урология...

РӘХМӘТУЛЛИН Мәргән Абдулла улы

РӘХМӘТУЛЛИН Мәргән Абдулла улы (30.5.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.2006, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1988). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 2004 й. тиклем РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында, эшләй, бер үк ваҡытта 1970 й. алып бүлек мөдире, 1980—2006 йй. “Отечественная...

РӘХМӘТУЛЛИН Мөхәмәт Абдрахман улы

РӘХМӘТУЛЛИН Мөхәмәт Абдрахман улы [13.3.1915, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Салауат а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 1972, Өфө], ҡурайсы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1939) БАДТ, 1955— 72 йй. Башҡ. филармонияһы ҡурайсыһы. Р. сәнғәтенә юғары аккомпаниаторлыҡ оҫталығы хас була, башҡарыу манераһы...