Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘНӘҒӘТСЕЛӘР ҺӘМ ЭШҠЫУАРҘАР (ЭШ БИРЕҮСЕЛӘР) СОЮЗЫ

СӘНӘҒӘТСЕЛӘР ҺӘМ ЭШҠЫУАРҘАР (ЭШ БИРЕҮСЕЛӘР) СОЮЗЫ, БР‑ҙа сәнәғәтселәргә һәм эшҡыуарҙарға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. алып эшләй. Союз составында 200‑ҙән ашыу пр‑тие, коммерция фирмалары, БР‑ҙың төрлө сәнәғәт тармаҡтарында эшләгән шәхси...

СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ

СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ, 1968 й. Өфө дәүләт сәнғәт ин‑ты булараҡ асыла, 2003 й. алып З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы. Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Академия составына 4 ф‑т: музыка, башҡ. музыкаһы, театр, һынлы сәнғәт инә. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр квалификацияһы...

СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ

СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ, с ә н ғ ә т ф ә н е, йәмғиәттең тотош художество мәҙәниәтен, сәнғәтте һәм уның айырым төрҙәрен, уларҙың барлыҡҡа килеүен, үҫешен, художестволы әҫәрҙең эстәлеген һәм формаларын өйрәнгән фәндәр (әҙәбиәт ғилеме, музыка ғилеме, театр ғилеме, кино ғилеме һ.б.) комплексы; тарыраҡ һәм йышыраҡ...

СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫ

СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫ, З а һ и р И с м ә ғ и л е в  и с е м е н д ә г е  Ө ф ө  д ә ү л ә т  с ә н ғ ә т  и н с т и т у т ы, 1968 й. асыла (2003—15 йй. академия). 2003 й. З.Ғ.Исмәғилев исеме бирелә. Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Институт составына 4 ф‑т: музыка, башҡ. музыкаһы,...

СӘНҒӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ

СӘНҒӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1922 й. Башҡ. музыка техникумы булараҡ асыла, 1926 й. алып Башҡ. сәнғәт техникумы, 1936 й. 2 үҙ аллы уҡыу йортона үҙгәртелә: Башҡ. музыка һәм Башҡ. театр‑художество (1941—45 йй. эшләмәй) уч‑щелары, 1960 й. улар берләштерелгәндән һуң — Өфө С.у., 2012 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһы (колледж)....

СӘНСКЕБАШ СЕЛӘҮСЕНДӘР

СӘНСКЕБАШ СЕЛӘҮСЕНДӘР, с у с ҡ а с е л ә ү с е н д ә р е, а к а н т о ц е ф а л д а р (Acanthocephales), умыртҡаһыҙҙар тибы. Сусҡа селәүсендәре класына ҡараған яҡынса 500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 14 төрө табылған. С.с. — паразиттар. Кәүҙәһе муҡса рәүешле, оҙонлоғо 0,5—65 см. Кутикулаһы...

СӘҢГЕЛДӘК

СӘҢГЕЛДӘК, б и ш е к, күсермәле йәки аҫылмалы балалар карауаты. С. эшләү өсөн башҡорттар йүкә, муйыл, ҡайын, миләш ағастарын файҙаланған. Тегеү һәм биҙәү материалы итеп ат ҡылын һәм киндер еп ҡулланғандар. Бигерәк тә аҫылмалы ағас С. таралыу алған: тура мөйөшлө ҡыҫанды киндер туҡыма м‑н тарттырғандар...

СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР

СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР (Charadriiformes), ҡоштар отряды. 11 ғаиләһе, 300‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда беҙсуҡыштар, сарлаҡтар, сипылдаҡтар, сәпсәүҙәр, төн сәпсәүҙәре, һаралйындар ғаиләһенә ҡараған 50 төрө осрай. Ваҡ (ваҡ тәтелдәүек, кәүҙә оҙонлоғо 15 см, ауырлығы 30—50 г) һәм уртаса (ҙур ҡарабаш сарлаҡ,...

СӘПСӘҮҘӘР

СӘПСӘҮҘӘР (Charadriidae), сәпсәү һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 70 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 14—30 см, ауырлығы 30—270 г. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, төҫө төрлө: һорғолт көрән, муйынында һәм маңлайында арҡыры ҡара һыҙаты...

СӘПСЕКТӘР

СӘПСЕКТӘР (Motacillidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 50 төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 9 төр, уларҙың 7‑һе оя ҡора (аҡ сәпсек, урман деүете, һарыбаш сәпсек һ.б.). Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—23 см, ауырлығы 20—30 г. Ҡауырһын ҡапламы...

СӘРМӘСӘН, йылға

СӘРМӘСӘН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Сәрмәсән а. көньяҡҡа табан 1 км, Асылыкүлдән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүенән башлана. Бәләбәй, Бүздәк, Благовар, Кушнаренко р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм...

СӘРҮӘРОВА Рима Фәйзи ҡыҙы

СӘРҮӘРОВА Рима Фәйзи ҡыҙы (4.7.1954, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Лаяшты а.), радиожурналист. РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) “Заветы Ильича” (“Ильич васыяттары”; ҡара: “Панорама”) гәз. хеҙм‑ре, 1979 й. башлап “Башҡортостан”...

СӘС БИҘӘҮЕСТӘРЕ

СӘС БИҘӘҮЕСТӘРЕ, ҡатын‑ҡыҙҙың байрам, йола һәм көндәлек кейеменә (ҡара: Башҡорт кейеме) өҫтәмә: ҡаралыҡтар, елкәлектәр, сәсмәүҙәр һ.б. Традицион биҙәүестәр комплексына ингәндәр, төбәк үҙенсәлеге м‑н айырылған. С.б. киң таралған төрҙәренә йөн ептән йәки ат ҡылынан үрелгән, таҫма йә бауҙан яһалған, төрлө...

СӘСӘК

СӘСӘК, Poxviridae ғаиләһе вирустары тыуҙырған кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Кеше С. Натураль С. — кешегә генә хас булған айырыуса ҡурҡыныс вирус ауырыуы. Тыуҙырыусылары — РНК‑лы вирустар, тышҡы мөхиттә тотороҡлолар. С. (был ауырыуҙы үткәргән һәм вакцинацияланғандарҙы иҫәпкә алмағанда)...

СӘСӘН

СӘСӘН (фаразланыуынса, монгол теленән цэцэн — аҡыллы), башҡорттарҙа шағир‑импровизатор; ауыҙ‑тел ижадын яҡшы белгән һәм уны башҡаларға еткергән (башҡарған) кеше; үҙендә ошо ике башланғысты берләштергән сәсән‑импровизатор. Ижади һәләтенә, башҡарыу үҙенсәлегенә, ваҡытына һәм урынына ҡарап С. әҫәрҙәрҙе...

СӘСӘНИӘ Эльмира Йыһанбай ҡыҙы

СӘСӘНИӘ (Сәсәнбаева) Эльмира Йыһанбай ҡыҙы [27.8.1950, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). 1970—78 йй. “Сода” ПБ‑нда эшләй. “Рәхмәт һүҙе” исемле тәүге китабы 1983 й. сыға. “Илгиҙәр” (1990), “Моң Тәңре” (1996), “Ваҡыт әйләнеше” (2001) һ.б. шиғырҙар...

СӘСӘТМӘ

СӘСӘТМӘ, б ы у м а й ү т ә л, кешененең киҫкен инфекцион ауырыуы. С. тыуҙырыусы — Bordetella (Hаemophilus) pertussis бактериялары, тышҡы мөхиттә тотороҡһоҙ, дезинфекциялау саралары, ҡояш нурҙары һ.б. тәьҫирендә үлә. С. яңы тыуған һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар тиҙ бирешеүсән. Һауа аша йоға. Ауырыуҙың...

СӘСЕҮ

СӘСЕҮ, орлоҡтар шытып сыҡһын өсөн уларҙы тупраҡтың өҫкө ҡатламдарына күмеү. С. ы с у л д а р ы үҫемлектәр биологияһын, үҫемлектәр тәрбиәләүҙе механизациялау кәрәклеген, уңыштың тәғәйенләнешен иҫәпкә алып һайлана. Башҡортостанда башлыса С. түбәндәге ысулдары ҡулланыла: иген культуралары үҫтергәндә —...

СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ

СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ, ваҡыт һәм баҫыуҙар б‑са а.х. культураларын һәм таҙа парҙы (ҡара: Пар баҫыуы) фәнни яҡтан нигеҙләп сиратлаштырыу. С.ә. нигеҙендә — сәсеү майҙандарының структураһы. С.ә. — игенселек системаһының үҙәк звеноһы, уның бөтә элементтарын берләштерә (ер эшкәртеү һәм уны һыу эрозияһынан һәм дефляциянан...

СӘСКӘЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР

СӘСКӘЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР, я б ы ҡ о р л о ҡ л о л а р (Magnoliophyta йәки Angiospermae), ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. Бер өлөшлөләр һәм ике өлөшлөләр класын берләштерә. 250 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 1600‑ҙән ашыу төрө үҫә. Япраҡ ҡойоусы йәки мәңге йәшел ағастар,...