Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЕБЕНЛЕ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

СЕБЕНЛЕ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Себенле а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1026 кеше; 1920 — 690; 1939 — 331; 1959 — 355; 1989 — 390; 2002 — 356; 2010 — 290 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, мәҙәниәт...

СЕБЕР АРМИЯҺЫ

СЕБЕР АРМИЯҺЫ, 1) 1918 й. Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең ҡораллы көстәре. 28 майҙа Хәрби ведомство б‑са бойороҡҡа ярашлы Көнбайыш Себер армияһы булараҡ ойошторола, 27 июлдә С.а. тип үҙгәртелә. Составына 5‑се Амур буйы, Урта Себер, Ялан Себер, 3‑сө Урал армияһы, Урал һәм 4‑се Көнсығыш Себер корпустары ингән....

СЕБЕР ГУБЕРНАҺЫ

СЕБЕР ГУБЕРНАҺЫ, 1708 й. ойошторола. Урал тауҙарынан Тымыҡ океанға тиклемге территорияны алып торған: Көнсығыш, Көньяҡ, Көнбайыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш. Дөйөм идара итеү менән Сенат, 1730 й. башлап Себер приказы, 1763 й. — айырым кабинет шөғөлләнгән. Административ үҙәге — Тубыл ҡалаһы. 1719 й. алып...

СЕБЕР ДАРУҒАҺЫ

СЕБЕР ДАРУҒАҺЫ, 16 б. аҙағында Өфө өйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. алып Ырымбур губернаһы составына инә (ҡара: Даруға). 17 б. аҙағында төньяҡ-көнбайышта — Көңгөр өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Верхотур һәм Тубыл өйәҙҙәре, көньяҡ‑көнсығышта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көньяҡ‑көнбайышта —...

СЕБЕР ПРИКАЗЫ

СЕБЕР ПРИКАЗЫ, Рәсәйҙә үҙәк дәүләт учреждениеларҙың береһе. 1637 й. Себер м‑н идара итер өсөн ойошторола. С.п. приказ судьяһы етәкселек иткән, составында 2 ярҙамсы, дьяктар, подьячийҙар булған. Суд, таможня, һалым (ш. иҫ. яһаҡ) йыйыу эштәре м‑н шөғөлләнгән; Ҡытай, Монголия һәм Урта Азия ханлыҡтары м‑н...

СЕБЕР ХАНЛЫҒЫ

СЕБЕР ХАНЛЫҒЫ, С е б е р й о р т о, 15 б. аҙ. — 16 б. Көнбайыш Себер, Төньяҡ, Урта һәм Көньяҡ Уралдағы (төньяҡ өлөшөндә) дәүләт. Төмән ханлығында хакимлыҡ иткән Тайбуғалар һәм Шейбаниҙарҙың үҙ-ара ыҙғышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Баш ҡалаһы — Иҫкер (Ҡышлыҡ). Дәүләт башында урындағы аҡһаҡалдар тарафынан...

СЕВАСТОПОЛЬ ЗЕНИТ-АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

СЕВАСТОПОЛЬ ЗЕНИТ-АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1927 й. ойошторола; хәҙ. С.П.Королёв ис. Житомир хәрби радиоэлектроника институты. 1941 й. сент. — 1945 й. дек. Өфөлә урынлашҡан. Уч‑щеның 26 зенит орудиеһы булған. Атыш б‑са күнегеүҙәр Турбаҫлы ст. һәм Благовещен урман дачаһы тирәһендә үткәрелгән. Офицерҙарҙың...

СЕВЕРНЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

СЕВЕРНЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Сухое Озеро т. юл ст. К.- Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 370 кеше; 1989 — 351; 2002 — 332; 2010 — 292 кеше. Немецтар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб...

СЕВЕРНЫЙ, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл

СЕВЕРНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 181 кеше; 1959 — 300; 1989 — 285; 2002 — 336; 2010 — 337 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Калинин М.И. исемендәге колхозда эшләй....

СЕВЕРЯНКА

СЕВЕРЯНКА, судан үләне сорты. 1991 й. Ф.Х.Лоҡманова, Ә.Н.Биктимеров, В.И.Никонов, Т.И.Бойкова тарафынан (БНИИЗиС) Бродская 2, Камышенская скороспелая, Лунинская һәм Пензенская ранняя сорттарынан иң продуктив үҙенән‑үҙе һеркәләнгән линияларҙы ике тапҡыр ҡайтанан ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла....

СЕВЕРЯНКА, судан үләне сорты.

СЕВЕРЯНКА, судан үләне сорты. 1991 й. Ф.Х.Лоҡманова, Ә.Н.Биктимеров, В.И.Никонов, Т.И.Бойкова тарафынан (БНИИЗиС) Бродская 2, Камышенская скороспелая, Лунинская һәм Пензенская ранняя сорттарынан иң продуктив үҙенән‑үҙе һеркәләнгән линияларҙы ике тапҡыр ҡайтанан ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла....

СЕВОСТЬЯНОВ Сергей Александрович

СЕВОСТЬЯНОВ Сергей Александрович (5.11.1960, Валуйки ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1992). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе, 1990— 2009 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры П.З.Буйлов). Паралимпия уйындары чемп. (2...

СЕВРЮКОВ Валерий Иванович

СЕВРЮКОВ Валерий Иванович (14.8.1952, Октябрьский ҡ. — 12.5. 1991, Кишинёв, тыуған ҡалаһында ерләнгән), тренер. Грек‑рим көрәше б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1984), СССР‑ҙың спорт мастеры (1973). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1979). 1975 й. башлап Өфөлә эшләй: Башҡ‑н өлкә...

СЕДЕЛЬНИКОВ Тимофей Иванович

СЕДЕЛЬНИКОВ (Сидельников) Тимофей Иванович [1871, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Спасск ҡсб (Силәбе өлк. Верхнеурал р‑ны) — 1930], Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Казактарҙан. 1918 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Ер үлсәү училищеһын тамамлаған. Урал күскенселәр партияһында, Һарытау,...

СЕЙ ЯРА АУЫРЫУЫ

СЕЙ ЯРА АУЫРЫУЫ, хроник, ҡабатланып торған ауырыу, ашҡаҙан йәки бөйән эсәгенең лайлалы тиресәһендә сей яра барлыҡҡа килеүе хас. С.я.а. хеликобактериаль инфекция м‑н ассоциацияланған һәм ассоциацияланмаған төрҙәргә; бер нисә ауырыу м‑н бергә барған, яңғыҙ һәм күмәккә айырып ҡарайҙар. Агрессияның дөйөм...

СЕЙӘ

СЕЙӘ (Cerasus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡыуаҡ С., йәки ҡыр С. үҫә. Бейеклеге 1,5—2,0 м булған ҡыуаҡлыҡ. Япрағы оҙонса-эллиптик формала, нигеҙе шына һымаҡ, сите ваҡ киртләсле....

СЕЙӘЛЕ-ӘТӘС, Илеш р‑нындағы ауыл

СЕЙӘЛЕ-ӘТӘС, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 37 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 775; 1939 — 650; 1959 — 589; 1989 — 427; 2002 — 339; 2010 — 310 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы...

СЕЙӘЛЕ‑ӘТӘС ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ

СЕЙӘЛЕ‑ӘТӘС ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Илеш р‑ны Сейәле-Әтәс а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Баҙы й. (Ағиҙел й. һул ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Квартерҙың эоплейстоцен ултырмалары Сейәле- Әтәс горизонтының һәм неогендың аҡсағыл ярусының төп геол. киҫелеше булып тора; дөйөм...

СЕЙӘЛЕК МӘҘӘНИӘТЕ

СЕЙӘЛЕК МӘҘӘНИӘТЕ, Урта быуаттар осоро археологик мәҙәниәте. 10—14 бб. ҡарай. Сөн й. уң ярында урынлашҡан Сейәлек а. (ТР) янындағы тораҡ б‑са аталған. С.м. көнбайышта Шишмә һәм Зәй йй. (Кама й. ҡушылдыҡтары) араһындағы терр‑яны алып торған урман- дала зонаһынан алып көнсығышта Тубыл й. тиклем таралған...

СЕЙМАЛ ТАБЫУ ҺӘМ ЯҒЫУЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ

СЕЙМАЛ ТАБЫУ ҺӘМ ЯҒЫУЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ, ер аҫты, һыу һәм урманда сеймал һәм яғыулыҡтың төрлө төрөн сығарыу, ш. уҡ уларҙы беренсел эшкәртеү (байыҡтырыу) м-н шөғөлләнгән сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. Башҡортостанда С.т.һ.я.ә.с. яғыулыҡ сәнәғәтенән (нефть сығарыу сәнәғәте), төҫлө металлургиянан (төҫлө...