Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СКОБЕЛКИН Валерий Михайлович

СКОБЕЛКИН Валерий Михайлович (20.8.1969, Өфө), композитор, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2016). Композиторҙар союзы (1999), РФ Композиторҙар союзы (2000) ағзаһы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; З.Ғ.Исмәғилев класы) М.Ғафури ис. Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының (Өфө) Ҡала эстрада‑тынлы оркестры...

СКОВОРОДИН Евгений Николаевич

СКОВОРОДИН Евгений Николаевич (6.6.1958, Иваново ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1999), проф. (2001). Иваново а.х. ин‑тын тамамлаған (1980). 2001 й. алып БДАУ‑ҙа: 2005—11 йй. анатомия, патологик анатомия, акушерлыҡ һәм хирургия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге малдарҙың үрсеү ағзалары һәм эске...

СКОЛИОЗ

СКОЛИОЗ (гр. scoliosis — кәкрәйеү), умыртҡалыҡтың фронталь, торсия м‑н, сагитталь һәм горизонталь йүнәлештәрҙә кәкрәйеп формаһы боҙолоуы. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре б‑са диспластик (тоташтырғыс туҡыманың системалы дисплазияһы), тыумыштан (умыртҡаның үҫеш аномалияһы), нейро‑мускул (үҙәк нервы системаһы...

СКРИПИЛЬ Валентин Иванович

СКРИПИЛЬ Валентин Иванович (3.1. 1920, Краснодар ҡ. — 3.7.1998, Өфө), тау инженеры. Новочеркасск политехник ин‑тын тамамлаған (1948). 1949 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑нда: геолог, өлкән геолог, 1956 й. башлап Гай экспедицияһының баш геологы, 1960 й. — тематик партия нач., 1963 й. — комплекслы тематик...

СКРИПКИН Артур Геннадиевич

СКРИПКИН Артур Геннадиевич (9.9. 1968, Украина ССР‑ы Рубежное ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1992). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). “Хеҙмәт” ДСО‑һы (Белорет ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе, 1992—97 йй. армия спорт клубы өсөн...

СКРЯБИН Игорь Петрович

СКРЯБИН Игорь Петрович (17.2. 1937, Киров ҡ.), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1974). 1956 й. алып “Хеҙмәт” ДСО‑һы (Киев), 1962 й. — “Спартак” ДСО‑һы (Белорет ҡ.) тренеры. 1976 й. башлап Украинала эшләй. СССР (1980 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—98) ҡатын‑ҡыҙҙар йыйылма командаһы...

СКУЛЬПТУРА

СКУЛЬПТУРА (лат. sculptura), әҫәрҙәре өс үлсәүле формалы булған, соҡоу, ҡырҡыу, әүәләү, сүкеү, ҡойоу һ.б. алымдар м‑н эшләнгән һынлы сәнғәт төрө. С. һүрәтләү объекты — кеше, һирәгерәк хайуандар һ.б.; төп жанрҙары: портрет, анималистика, тормош‑көнкүреш жанры, тарихи жанр, ш. уҡ символик, аллегорик композициялар;...

СКУРКО Евгения Романовна

СКУРКО Евгения Романовна (5.8. 1947, Куйбышев ҡ.), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2005), проф. (2007). БР‑ҙың (2001) һәм РФ‑тың (2014) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1984). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1970) Белорус консерваторияһы эргәһендәге урта махсус музыка...

СЛАВИНСКИЙ Пётр Михайлович

СЛАВИНСКИЙ Пётр Михайлович (16.10.1899, Харьков ҡ. – 2.5.1977, Мәскәү), дирижёр. РСФСР‑ҙың атҡ., БАССР‑ҙың халыҡ (икеһе лә – 1944) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1928; С.М.Козолупов класы). 1925 й. алып СССР‑ҙың Ҙур театры оркестры солисы, 1936 й. – Пермь, Ташкент ҡҡ. опера театрҙары дирижёры....

СЛАВЯНДАР ТУРАҺЫНДА ФӘН

СЛАВЯНДАР ТУРАҺЫНДА ФӘН, с л а в и с т и к а, славян халыҡтарының теле, әҙәбиәте, фольклоры, тарихы, матди һәм рухи мәҙәниәте т‑дағы фәнни дисциплиналар йыйылмаһы. С.т.ф. барлыҡҡа килеүе 16—17 бб. ҡарай, ул ваҡытта төрлө славян грамматикалары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда С.т.ф. б‑са тикшеренеүҙәр 20...

СЛИВА

СЛИВА (Prunus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ағас йәки ҡыуаҡлыҡ заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда уссури С. һәм ҡытай С. төрҙәренә ҡараған сорттар үҫтерелә. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған ағас йәки ҡыуаҡ. Япрағы йомортҡа йәки кире...

СЛИНИН Владимир Игоревич

СЛИНИН Владимир Игоревич (28.12. 1951, Ярославль ҡ. — 18.12.2004, Өфө), спортсы. Пуля менән атыу б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1975). Мәскәү өлкә физик культура ин‑тын тамамлаған (1990). ДОСААФ‑тың атыу клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры А.П.Банников). СССР (1975) һәм РСФСР (1973—79)...

СЛОБОДЧИКОВ Иван Фёдорович

СЛОБОДЧИКОВ Иван Фёдорович [27.3.1905, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Слободчикова а. (Силәбе өлк. Кәҫле р‑ны) — 2.7.1994, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй: Учалы урман хужалығы дир., Учалы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары,...

СЛОВАКИЯ

СЛОВАКИЯ, С л о в а к и я  Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 49 мең км2. Баш ҡалаһы — Братислава. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 5,4 млн кеше (2011): словактар (85,8%), венгрҙар (9,7%) һ.б. Рәсми тел — словак теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың С. м‑н...

СЛУЧЕВСКИЙ Измаил Фёдорович

СЛУЧЕВСКИЙ Измаил Фёдорович (17.10.1903, Тула ҡ. — 21.6.1966, Ленинград), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1938), проф. (1943). РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1944), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). 1‑се Ленинград мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1926) шунда уҡ эшләй, 1932 й....

СЛЮДАЛАР

СЛЮДАЛАР, ҡатлы силикаттар ярым класы минералдар төркөмө, XY2‑3Z(Al)0‑2 Z(Si)2‑4O10(OH,F)2, X — K, Na, Ca, Ba, Rb, Sc һ.б.; Y — Al, Mg, Fe, Mn, Cr, Li, Ti; Z — Si, Al, Fe3+, Ti. С. үҙе (мусковит, парагонит, флогопит‑биотит, лепидолит һ.б.) һәм мурт (маргарит, клинтонит һ.б.), химик составы б‑са алюмин...

СМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

СМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 247 кеше; 1920 — 257; 1939 — 251; 1959 — 290; 1989 — 536; 2002 — 478; 2010 — 444 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

СМАҠАЙ, ауыл, Ишембай ҡ. эсендә

СМАҠАЙ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (18 йортта 85 кеше иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Исмаҡай исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 55 йортта 252 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана яһау...

СМАҠОВ Ғәли Мөғәллим улы

СМАҠОВ Ғәли Мөғәллим улы (20.10. 1938, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Инйәр а. — 2.7.2002, Мәскәү), хирург. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1990). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Иглин һәм Өфө райондары участка дауаханаларында (1963 й. алып баш табип) эшләгән. 1965 й. башлап Мәскәү мед.‑стоматология ун‑тында....

СМАҠОВ Илфаҡ Мөзип улы

СМАҠОВ Илфаҡ Мөзип улы (22.1. 1940, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Рапат а. — 27.5.1993, Өфө, тыуған ерендә ерләнгән), йырсы (лирик баритон). РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1985) һәм атҡ. (1978) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1963; М.Ғ.Мортазина класы). 1964—66 йй. һәм 1968—91 йй. Башҡ. филармонияһы,...