Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СПОРТ МӘКТӘБЕ №22

СПОРТ МӘКТӘБЕ №22. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. 22‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Бокс, дзюдо, кикбоксинг, пауэрлифтинг, тхэквондо, ушу бүлектәре бар. Мәктәптә 800‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Көрәш (19х5,5; 17х5,5; 18х6; 16х5 һәм 24х12 м), атлетик...

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8. Өфөлә урынлашҡан. 1977 й. 8‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Акробатика, бокс, кикбоксинг, тай боксы, тхэквондо бүлектәре бар. Мәктәптә 450‑нән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 18 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Вәхитов, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев,...

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8. 1977—2016 йй. Өфөлә 8‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ эшләй. Акробатика, бокс, кикбоксинг, тай боксы, тхэквондо бүлектәре булған. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Вәхитов, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев, Т.Т.Йосопов, К.Л.Москвин, М.В.Попов. Мәктәп менән М.М.Ғәбдрәхимов, М.А.Шәмиғолов...

СПОРТ МӘКТӘПТӘРЕ

СПОРТ МӘКТӘПТӘРЕ, спортсыларҙы әҙерләгән махсус учреждениелар. С.м. 3 төрө айырыла: балалар- үҫмерҙәр, олимпия резервы (махсус) һәм юғары спорт оҫталығы. Башҡортостанда беренсе С.м. 1946 й. Өфөлә асыла (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе). Респ. 130‑ға яҡын С.м. эшләй (2008), шулар араһында Биатлон...

СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ

СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ, спортсының хеҙмәттәрен күреү таныҡлығы, дәртләндереүҙең бер формаһы. С.н. 19 б. 2‑се ярт. алып заманса спорт төрҙәре үҫешеү, милли һәм халыҡ‑ара спорт ярыштары ойоштороу, спорт берекмәләрен булдырыу м‑н индерелә. С.н. донъя, континент һәм милли рекордтар өсөн бирелә, уларға Олимпия...

СПОРТ ОРИЕНТИРЫ

СПОРТ ОРИЕНТИРЫ, ярышта ҡатнашыусылар спорт картаһы һәм компас ярҙамында төбәктә контроль пункттарҙы үтергә тейешле спорт төрө. С.о. хәрәкәт итеү ысулдары (йүгереү, саңғыла һәм велосипедта) һәм мәсьәләләр үтәлеше (бирелгән йүнәлештә ориентир, тамғаланған трассала, һайлау б‑са, теүәл ориентир) б‑са айырыла....

СПОРТ ТУРИЗМЫ

СПОРТ ТУРИЗМЫ, спорт төрө, төрлө ҡатмарлы категориялы йәки класлы туристик маршруттар һәм дистанциялар б‑са ярыштар. Һыу, тау, атлы, йәйәүле һ.б. төрҙәре айырыла; дисциплиналары: спорт маршруттары (ситтән тороп ярышыу, унда спортсылар үҙҙәре геогр. районды, маршруттың оҙонлоғон һәм оҙайлығын, ш. уҡ...

СПОРТ ФЕДЕРАЦИЯЛАРЫ

СПОРТ ФЕДЕРАЦИЯЛАРЫ, физик культура һәм спорт өлкәһендә халыҡ‑ара (бөтә донъя һәм төбәк) һәм хөкүмәт ҡарамағында булмаған милли ойошмалар. Башҡортостанда С.ф. 20 б. 50‑се йй. башында ойошторола. БР‑ҙа 85‑тән ашыу С.ф. эшләй (2008): биатлон, бокс, велосипед спорты, грек‑рим көрәше, дзюдо, еңел атлетика,...

СПОРТ ҺАРАЙҘАРЫ

СПОРТ ҺАРАЙҘАРЫ, төрлө спорт төрҙәре б‑са күнекмәләр һәм ярыштар, тамаша һәм күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреү өсөн ябыулы архитектур ҡоролмалар. Спорт бассейндары, боҙ майҙансыҡтары, спорт һәм тренажёр залдары, трибуналары, ярҙамсы биналары һ.б. бар. Башҡортостанда тәүге С.һ. 1967 й. Өфө...

СПОРТ‑ТЕХНИКА МӘКТӘПТӘРЕ

СПОРТ‑ТЕХНИКА МӘКТӘПТӘРЕ, хеҙмәткә саҡырыу йәшенә тиклемге йәштәрҙе Ҡораллы көстәр рәтендә хеҙмәт итергә әҙерләгән, техник һәм ғәмәли‑хәрби спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән махсус учреждениелар. Башҡортостанда тәүге пуля менән атыу б‑са балалар‑үҫмерҙәр С.‑т.м. 20 б. 70‑се йй. уртаһында ДОСААФ...

СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ. Өфөлә урынлашҡан

СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ, ӨДНТУ‑ға ҡарай. Өфөлә урынлашҡан. Составына стадион__һәм 1‑се уҡыу‑физкультура корпусы (1967 й. төҙөлгән), 2‑се уҡыу‑физкультура корпусы (1997) инә. Стадионда футбол яланы (120х60 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), гимнастика ҡаласығы, 2 баскетбол майҙансығы, мини‑футбол...

СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ. Туймазы ҡ. урынлашҡан

СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ. Туймазы ҡ. урынлашҡан. 1980 й. “Спартак” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының физик культура йорто булараҡ асыла, 1987 й. алып Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте, 1992 й. — “Олимпиец” спорт‑һауыҡтырыу комплексы, 2000 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Бассейны (25х16 м), 2 электрон...

СПОРТТА МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР

СПОРТТА МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, рәсми халыҡ‑ара һәм милли спорт ярыштарында күрһәтелгән ҡаҙаныштар һәм спорт классификацияһы б‑са билдәләнгән нормативтарҙы үтәгәне, пед. һәм тренерлыҡ эшмәкәрлектәре һ.б. өсөн бирелә. 1966 й. БАССР‑ҙың спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзы “БАССР‑ҙың иң яҡшы физик культура...

СПУТНИК МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ

СПУТНИК МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, атмосфералағы процестарҙы Ерҙең махсус йыһазландырылған һәм билдәле орбиталарға сығарылған яһалма (метеорологик) спутниктары ярҙамында тикшереү ысулдарын эшләгән метеорология бүлеге. С.м. төп бурыстары: атмосфераның Ер өҫтөндәге һәм тропосфералағы хәле т‑дағы мәғлүмәттәрҙе алыу,...

СПУТНИК ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ

СПУТНИК ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ, телевидение сигналын (программаларын) үҙәктән файҙаланыусыға Ерҙең экваториаль геостационар орбитала урынлаштырылған яһалма спутнигы аша тапшырыу системаһы; уның Ер әйләнеше м‑н синхрон рәүештә күсеүе программаларҙы ҡабул итеүҙең өҙлөкһөҙ булыуын тәьмин итә. С.т. алыҫта урынлашҡан,...

СПУТНИК ЭЛЕМТӘҺЕ

СПУТНИК ЭЛЕМТӘҺЕ, ретрансляторҙар сифатында Ерҙең яһалма спутниктарын файҙаланыуға нигеҙләнгән радиоэлемтә төрө. Радиорелелы элемтәне үҫтереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Спутник ретрансляторҙары экваториаль (ш. иҫ. геостационар), ауыш йәки поляр орбиталарҙа урынлаштырыла. С.э. төрҙәре: спутник телевидениеһы,...

СССР‑ҘЫҢ 60 ЙЫЛЛЫҒЫ ИСЕМЕНДӘГЕ СОВХОЗ

СССР‑ҘЫҢ 60 ЙЫЛЛЫҒЫ ИСЕМЕНДӘГЕ СОВХОЗ, дәүләт пр‑тиеһы. Үҙәк усадьбаһы — Өфө р‑нының Николаевка ауылы. 1966 й. “Йоматау” с‑зы булараҡ ойошторола, 1982 й. алып СССР‑ҙың 60 йыллығы ис. с‑з, 2003 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 2009 й. ябыла. Составына йәш һыйыр малы үҫтереү һәм һимертеү комплексы (ҡеүәте 10 мең...

СТАВРОПОЛЬ ПРОВИНЦИЯҺЫ

СТАВРОПОЛЬ ПРОВИНЦИЯҺЫ, 1745 й. Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Волга аръяғының төп өлөшөн, Яңы Кама аръяғы сик һыҙығын (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы), Һамар ҡ. үҙ эсенә алған. Төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта — Бөгөлмә ведомствоһы, көньяҡта — Ырымбур провинцияһы, көнбайышта һәм төньяҡ‑көнбайышта...

СТАДИОНДАР

СТАДИОНДАР (гр. stadion — спорт ярыштары өсөн урын), тамашасы өсөн трибуналар м‑н уратып алынған спорт йәҙрәһен (футбол яланы, еңел атлетика өсөн йүгереү юлдары, һикереү һәм ырғытыу урындары), спорт уйындары һәм гимнастика өсөн майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә алған комплекслы спорт ҡоролмалары. Башҡортостанда...

СТАЛАГМИТТАР

СТАЛАГМИТТАР (гр. stálagma — тамсы), мәмерйәләр төбөндә һарҡыған тамсыларҙан барлыҡҡа килгән минераль төҙөлөштәр (йыш ҡына кальциттан торалар). Күп осраҡта сталактит аҫтында хасил булалар, уның м‑н ҡушылып үҫкән саҡта сталагнат барлыҡҡа килтерәләр. Нәҙек һәм оҙон С. — мәмерйәләрҙең сағыштырмаса ҡоро...