Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТИМАНОВА Вера Викторовна

ТИМАНОВА Вера Викторовна (6.2. 1855, Өфө — 1942, Ленинград), пианист. Фортепианола уйнарға Өфөлә М.Игнатович һәм Л.К.Новицкийҙа, С.‑Петербургта А.Г.Рубинштейн һәм П.Л.Петерсонда (1865), Берлинда Юғары музыка мәктәбендә К.Таузигта (1868—70), Веймар ҡ. Ф.Листта (1872—73) өйрәнә. 1907—21 йй. Е.П.Рапгофтың...

ТИМАШЕВ, ауыл, Өфө эсендә

ТИМАШЕВ, ауыл, 1957 й. алып Өфө эсендә. Ауылға Өфө өйәҙендә Тимашевтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле (хужаһы майор К.О.Тимашевтың тол ҡатыны булған). Шулай уҡ Сергиев, Белоусов исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 46 йортта 292 кеше йәшәгән. Һыу тирмәне булған. Игенселек м‑н...

ТИМАШЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл

ТИМАШЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 938; 1939 — 864; 1959 — 592; 1989 — 330; 2002 — 388; 2010 — 385 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ТИМАШЕВТАР

ТИМАШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусылар — ағалы‑ҡустылы: Михаил Лаврентьевич Т. (1714—?), 1736 й. алып Шишмә драгун, 1738 й. — Алексеевск пехота полктарында (ҡара: Ландмилиция) хеҙмәт итә. Воронеж губ. поместьеһы (крәҫтиәндәрһеҙ) була; Иван Лаврентьевич Т. (1716—?), подполковник....

ТИМЕЛЕЯ

ТИМЕЛЕЯ (Thymelaea), бүре йүкәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса йылы өлөшөндә таралған. Башҡортостанда ябай, йәки турғай Т. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы йәки ябай, бейеклеге 10—30 см. Япрағы ҡыяҡ-ланцет формаһында...

ТИМЕР

ТИМЕР (Ferrum), Fe, Д.И.Менделеев периодик системаһының VIII төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы билдәле, радиоактив изотоптары бар. Көлһыу көмөш төҫөндәге һығылмалы металл, tиреү 1534 °С, t ҡайнау 2870 °С, тығыҙлығы 7874 кг/м3. 769 °С тиклем магнит үҙенсәлектәрен һаҡлай; артабан йылытҡанда...

ТИМЕР БЫУАТ

ТИМЕР БЫУАТ, бронза металлургияһынан тимер етештереүгә күсеү м‑н билдәле булған тарихи‑мәҙәни дәүер. 2 осорға бүлеп йөрөтөлә: иртә (б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ — б.э. 3—4 бб.) һәм һуң (б.э. 5 б. алып). Иртә Т.б. Көньяҡ Уралда — Ананьин мәҙәниәте, Гамаюн мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Иткүл мәҙәниәте, Ҡара...

ТИМЕР МӘҒДӘНДӘРЕ

ТИМЕР МӘҒДӘНДӘРЕ, составында тимер һәм уның берләшмәләре булған тәбиғи минераль ҡатламдар, уларҙан металды сәнәғәт күләмендә алыу иҡт. яҡтан маҡсатҡа ярашлы һанала. Т.м. минераль составы, тимер, файҙалы һәм зарарлы (суйын һәм ҡорос иреткәндә) ҡушылма миҡдары, барлыҡҡа килеү шарттары һәм сәнәғәт үҙсәнлектәре...

ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, үлсәмдәре, сифаты һәм ятыш шарттары буйынса сәнәғәттә үҙләштереү өсөн яраҡлы булған Ер өҫтөндәге йәки аҫтындағы тимер мәғдәндәренең тупланмаһы. Барлыҡҡа килеүе буйынса эндоген, экзоген һәм метаморфоген Т.м.я. айырыла. Эндоген Т.м.я. — магмалы (титан‑магнетит һәм ильменит‑титан‑магнетит,...

ТИМЕР ЮЛ АУЫЛЫ, Белорет р‑нындағы ауыл

ТИМЕР ЮЛ АУЫЛЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Тимер юл а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта, Белорет т. юл ст. эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. — 2657 кеше; 2010 — 3020 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ, тимер юлдар буйлап пассажирҙар һәм йөк ташыған транспорт төрө. Тәғәйенләнеше б‑са дөйөм ҡулланылыштағы һәм сәнәғәт Т.ю.т. бүленә. Башҡортостанда Т.ю.т. үҫешә башлауы 1888 й. Һамар—Өфө т. юлын асыуға бәйле. Хәрәкәт иткән юл составын 4 тауар‑пассажир һәм 27 тауар паровозы (А серияһы),...

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ ТЕХНИКУМЫ

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ ТЕХНИКУМЫ, Өфө т. юл транспорты техникумы 1959 й. асыла, 2009 й. башлап Өфө тимер юлдары ин‑ты — Һамар дәүләт тимер юлдар университеты филиалы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: т. юл транспортында автоматика һәм...

ТИМЕР ЮЛДАР

ТИМЕР ЮЛДАР, хәрәкәт иткән махсус составтар (локомотив һәм вагондар) өсөн тәғәйенләнгән рельслы юлдар; илдең берҙәм транспорт селтәренең ҡушма өлөшө. Техник саралар комплексы — хәрәкәт иткән состав (ҡара: Тимер юл транспорты), яһалма ҡоролмалар (күперҙәр, эстакадалар, туннелдәр), станциялар, автоматика...

ТИМЕР‑БЕТОН

ТИМЕР‑БЕТОН, монолит төҙөлөш материалы, бетон ҡатышмаһын ҡорос арматура м‑н берләштереү технологияһы б‑са эшләнә. Бетон м‑н арматураның Т.‑б. уртаҡлығы уларҙың ныҡ тоташыуы һәм һыҙыҡлы киңәйеү т‑раһының коэф. ҡиммәттәре яҡынлығы (‑40° алып 60°C тиклем) м‑н тәьмин ителә. Ябай һәм алдан ҡатырылған (ярылыуға...

ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1959 й

ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1959 й. Өфөлә “Башнефтезаводстрой” тресы составында трестың ярҙамсы пр‑тиелары контораһы (1945 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторола, 1993 й. алып бүлендек пр‑тие, 2005 й. ябыла. Составына кислород (1939 й. асылған), асфальт‑бетон, арматура, эре панелле йорттар төҙөү (бөтәһе...

ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1991 й

ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1991 й. “Башуралэнергострой” тресы составында Нефтекама тимер‑бетон изделиелар з‑ды булараҡ ойошторола, 2002 й. алып “Тимер‑бетон изделиелар заводы” ЯСЙ, 2012 й. ябыла. Составына арматура, бетон бутағыстар, форма эшләү һәм ярҙамсы цехтар (бөтәһе лә 1991 й. нигеҙләнгән)...

ТИМЕР‑БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР

ТИМЕР‑БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР, тимер‑бетондан яһалған төҙөлөш конструкциялары. Тәғәйенләнеше б‑са – терәк һәм кәртәләүсе; яһау ысулы б‑са монолит (төҙөлөш урынында ҡорола), йыйылма (заводта етештерелә һәм төҙөлөш урынында монтажлана) һәм йыйылма‑монолит (йыйылма элементтар монолит бетон м‑н берләштерелә)...

ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ҺӘМ ТӨҘӨЛӨШ ДЕТАЛДӘРЕ ЗАВОДЫ

ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ҺӘМ ТӨҘӨЛӨШ ДЕТАЛДӘРЕ ЗАВОДЫ, “РЖДстрой” ААЙ филиалы. Өфөлә урынлашҡан. Составына тимер‑бетон һәм ағас эше цехтары (икеһе лә 1937 й. нигеҙләнгән) инә. 2005 й. 58 кеше эшләгән. Продукцияһын төп ҡулланыусылар: Куйбышев т. юлы пр‑тиелары, трестың төҙөлөш поездары. 1937 й. Сызрань...

ТИМЕР, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ТИМЕР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Тимер а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 25 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 421 кеше; 1920 — 453; 1939 — 348; 1959 — 312; 1989 — 420; 2002 — 469; 2010 — 462 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

ТИМЕР, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТИМЕР, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ғәфүр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 497; 1939 — 322; 1959 — 303; 1989 — 139; 2002 — 115; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы...