Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОРФ

ТОРФ (нем. Torf), һ а ҙ т и р е ҫ е, янар файҙалы ҡаҙылма, үҫемлектәр материалы күмергә әүерелеүенең беренсе стадияһы продукты. Ҡороған үҫемлек ҡалдыҡтарының тупланыуы һәм уларҙың тулыһынса тарҡалмауы һөҙөмтәһендә һаҙлыҡтарҙа барлыҡҡа килә. Структураһы сүсле йәки аморфлы. Текстураһы башлыса ҡатламһыҙ....

ТОРФЯНОЙ, Өфө р‑нындағы ауыл

ТОРФЯНОЙ, Өфө р‑нындағы ауыл, Чесноковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Өршәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 82 кеше; 1989 — 676; 2002 — 170; 2010 — 196 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-аушерлыҡ пункты бар....

ТОТАШТЫРҒЫС ТУҠЫМАНЫҢ ДИФФУЗИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

ТОТАШТЫРҒЫС ТУҠЫМАНЫҢ ДИФФУЗИЯ АУЫРЫУҘАРЫ аутоиммун һәм иммун комплекслы процестар үҫеше м‑н төрлө ағзалар һәм системалар шешеүенә, ш. уҡ артыҡ фиброздар барлыҡҡа килеүенә бәйле. Т.т.д.а. ревматоид артрит (ш. иҫ. ювениль), системалы ҡыҙыл сөсө ауырыуы (ҡара: Ауто аллергия ауырыуҙары), системалы склеродермия,...

ТОТЕМИЗМ

ТОТЕМИЗМ, кеше һәм тотем — хайуан, үҫемлек, һирәгерәк тәбиғәт күренеше йәки әйбер араһында ҡөҙрәтле көсө булған туғанлыҡ барлығына нигеҙләнгән традицион инаныуҙар. Ҡағиҙә булараҡ үҙ тотемының исемен йөрөткән тотем төркөмө (ырыуйәки ырыу бүленеше) ағзаларына тотем ҡоштары һәм хайуандарына һунар итеү,...

ТОТМАНОВ Рәдис Нурислам улы

ТОТМАНОВ Рәдис Нурислам улы (5.8.1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишмырҙа а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1974) һәм Рәсәй театр сәнғәте акад. (1998; педагогы Е.П.Валукин) тамамлаған. 1975—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге...

ТОТМАНОВА Ася Валентиновна

ТОТМАНОВА Ася Валентиновна (5.11.1954, Өфө), бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1975). 1970 й. алып “Шаратын” Абхаз халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1971 й. — Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 й....

ТОТОРОҠЛОЛОҠ ТЕОРИЯҺЫ

ТОТОРОҠЛОЛОҠ ТЕОРИЯҺЫ, система хәрәкәтенең йәки тигеҙләнешенең тотороҡлолоғо шарттарын өйрәнеү м‑н бәйле төшөнсәләр һәм ысулдар йыйылмаһы. Тотороҡлолоҡ — динамик системаларҙың болартыу йоғонтоларын компенсациялау һәләтлеге. Математикала дифференциаль тигеҙләмәнең сығарылышы (йәки динамик системаның...

ТОТОШ МӨХИТТӘР МЕХАНИКАҺЫ

ТОТОШ МӨХИТТӘР МЕХАНИКАҺЫ, механиканың һәм теоретик физиканың деформациялана торған  газ, шыйыҡ хәлдәге һәм ҡаты хәлдәге мөхиттәрҙең төрлө физик шарттарҙағы макроскопик хәрәкәтен өйрәнгән бүлеге. Фундаменталь материаль континуум төшөнсәһенә нигеҙләнгән бойондороҡһоҙ үҙ аксиоматикаһы бар. Мөхиттең эске...

ТОФА ТЕЛЕ

ТОФА ТЕЛЕ, ҡ а р а ғ а с  т е л е, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Тофаларҙың милли теле. Иркутск өлк. Түб. Удинск р‑нында таралған. Тофаларҙың һаны — 800‑ҙән ашыу кеше, шуларҙың яҡынса 370‑е Т.т. һөйләшә (2002). Тува теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм уғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа. Көндәлек...

ТОЧИССКИЙ Павел Варфоломеевич

ТОЧИССКИЙ Павел Варфоломеевич (3.5.1864, Екатеринбург ҡ. — 10.7.1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы а., хәҙ. Белорет ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворян. 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. 1885 й. С.‑Петербургта “Петербург мастеровойҙары ширҡәте” социал‑демократик ойошмаһына нигеҙ һалған....

ТӨБӘК ТЕЛДӘРЕ ЙӘКИ МИЛЛИ АҘСЫЛЫҠ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ЕВРОПА ХАРТИЯҺЫ

ТӨБӘК ТЕЛДӘРЕ ЙӘКИ МИЛЛИ АҘСЫЛЫҠ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ЕВРОПА ХАРТИЯҺЫ (European Charter for Regional or Minority Languages and Explanatory Report), 1992 й. 5 нояб. Европа Советының Министрҙар комитеты тарафынан ҡабул ителә. 1998 й. 1 мартында үҙ көсөнә инә. Преамбуланан һәм 15 статьянан ғибәрәт. Европа Советында...

ТӨБӘК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

ТӨБӘК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, дәүләт авт. ғилми учреждениеһы. 2009 й. Сибай ҡ. БР ФА‑ның Сибай филиалы (1999 й. ойошторолған) базаһында БР ФА‑ның Т.т.и. булараҡ асыла, 2012 й. алып БР‑ҙың Т.т.и. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: мәҙәниәт, педагогика, психология, тарих, философия, этнолингвистика, этнология,...

ТӨБӘК ҮҪЕШ БАНКЫҺЫ

ТӨБӘК ҮҪЕШ БАНКЫҺЫ, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. Сит ил валютаһы һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы), иҫәп‑хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик (бәләкәй һәм урта бизнес, төрлө иҡтисад тармаҡтары пр‑тиелары) һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы, депозит операцияларын...

ТӨБӘК, археологик ҡомартҡыһы

ТӨБӘК, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Мәләүез р‑ны Сурағол а. көнбайыш ситендә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1955 й. В.Д.Викторова тарафынан асыла, 1962 й. К.В.Сальников, 1982—83 йй. М.Ф.Обыдённов, 1986— 91 йй. В.С.Горбунов, Г.Т.Обыдённова һ.б. тикшерә. Боронғо торама б.э.т. 17—15 бб. ҡарай....

ТӨБӘК, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ТӨБӘК, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 410 кеше; 1959 — 258; 1989 — 167; 2002 — 188; 2010 — 176 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1919 й. Стәрлетамаҡ...

ТӨБӘКТЕ ҺАУАНАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ

ТӨБӘКТЕ ҺАУАНАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ, осоу аппараттарынан ер өҫтөн фотоға төшөрөү. Масштабы (ҙур һәм бәләкәй масштаблы), геодезия (планлы, перспективалы, майҙанлы, маршрутлы) һәм спектраль (аҡлы‑ҡаралы, төҫлө, күп зоналы, спектраль зоналы, инфраҡыҙыл) характеристикалары б‑са айырыла. Алынған аэрофотоһүрәттәрҙең...

ТӨҘӨК‑ТЕҮӘЛ МӘСЬӘЛӘ

ТӨҘӨК‑ТЕҮӘЛ МӘСЬӘЛӘ, д ө р ө ҫ  ҡ у й ы л ғ а н  м ә с ь ә л ә, абстракт оператор тигеҙләмәһенең сиселешен түбәндәге шарттар үтәлгән ваҡытта эҙләп табыу б‑са математик мәсьәлә: 1) сиселештәрҙең бирелгән U метрик арауығында мәсьәләнең сиселеше була; 2) был арауыҡта уның сиселеше берҙән‑бер була; 3) был...

ТӨҘӨЛӨШ

ТӨҘӨЛӨШ, иҡтисад тармағы. Төрлө тәғәйенләнешле бина һәм инженер ҡоролмаларын төҙөү, реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау, инженер ҡорамалдарын монтажлау, проект, тикшеренеү, быраулау һәм билдәле объекттарҙы төҙөүгә бәйле башҡа эштәрҙе үҙ эсенә ала. Объекттарҙың тәғәйенләнеше б‑са торлаҡ-гражданлыҡ...

ТӨҘӨЛӨШ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ТӨҘӨЛӨШ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, төҙөлөш өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы, техник белем биреү тармағы; проф. һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Т.б.б. 1877 й. Ер үлсәү училищеһы асылғандан һуң үҫешә. 20 б. 30‑сы йй. Өфөлә төҙөлөш техникумы, 2 төҙөлөш өйрәнсектәре...

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫ

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫ, биналарҙың, ҡоролмаларҙың элементтары. Тәғәйенләнеше б‑са терәк, үҙен тотҡан һәм һаҡлаусы (конструкцияларҙың функциялары тура килергә мөмкин); геом. билдәләре б‑са — һыҙыҡлы (стерженлы), яҫы, арауыҡлы; файҙаланылған материалдары б‑са ағас конструкциялар, бетон конструкциялар,...