Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӨРКИ

ТӨРКИ, 11—19 бб. әҙәби төрки телдәрҙең дөйөм атамаһы. Термин теркәлгән иң тәүге сығанаҡ — Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәте. Тәүҙә урта төрки дәүер телдәрен (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) аңлатыу өсөн ҡулланыла. Һуңынан билдәле бер төбәккә ҡарағанлығынан сығып урта...

ТӨРКИ ҠАҒАНАТЫ

ТӨРКИ ҠАҒАНАТЫ, 552—745 йй. Үҙәк Азия, Урта Азияның бер өлөшө, Төньяҡ Ҡытай биләмәләрендәге төрки ҡәбиләләр берлеге дәүләттәре. 6 б. башында Жужан ҡағанатындағы низағтар төрки ҡәбиләләр берлеге тарафынан Т.ҡ. ойошторолоуына килтергән (жужандарҙың нәҫелдәре һуңыраҡ “аварҙар” тип атала башлаған һәм Паннонияла...

ТӨРКИ ҠӘБИЛӘЛӘР

ТӨРКИ ҠӘБИЛӘЛӘР, хәҙерге күп төрки телле (ҡара: Төрки телдәр) халыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе өсөн нигеҙ булған боронғо ҡәбиләләрҙең дөйөм исеме. Антик (Геродот, Өлкән Плиний, Помпоний Мела, Страбон), Боронғо Ҡытай (Сыма Цянь), ғәрәп (Гардизи, Ибн Хордадбех, Рәшитетдин һ.б.) авторҙары хеҙмәттәрендә телгә...

ТӨРКИ ТЕЛДӘР

ТӨРКИ ТЕЛДӘР, генетик ҡәрҙәшлек м‑н берләштерелгән телдәр ғаиләһе (ҡара: Телдәр классификацияһы). Т.т. башлыса Евразияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 110 млн ашыу кеше. Грамматик тибы б‑са монгол телдәренә һәм тунгус‑манжур телдәренә яҡын, улар м‑н гипотезаға ярашлы алтай телдәре, ш. уҡ урал‑алтай...

ТӨРКИӘ, Төрөк Республикаһы

ТӨРКИӘ, Т ө р к и ә Р е с п у б л и к а һ ы, Азияның төньяҡ-көнбайышында һәм Европаның көньяғында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 783,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Анкара. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 75,6 млн кеше (2012): төрөктәр (82%), курдтар (10,6%) һ.б. Рәсми тел — төрөк теле. Диндарҙарҙың күпселеге...

ТӨРКИӘ, Төрөк Республикаһы

ТӨРКИӘ, Т ө р к и ә Р е с п у б л и к а һ ы, Азияның төньяҡ-көнбайышында һәм Европаның көньяғында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 783,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Анкара. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 75,6 млн кеше (2012): төрөктәр (82%), курдтар (10,6%) һ.б. Рәсми тел — төрөк теле. Диндарҙарҙың күпселеге...

ТӨРКИӘТ

ТӨРКИӘТ, т ю р к о л о г и я, төрки телле халыҡтарҙың телдәрен, тарихын, әҙәбиәтен, фольклорын, мәҙәниәтен өйрәнгән гуманитар фәндәр комплексы; шәрҡиәт бүлеге. Тәүҙә Т. филол. фән, 19 б. уртаһынан тарихи‑филол. фән булараҡ үҫешә. Төрки ҡәбиләләр т‑да иң тәүге мәғлүмәттәр боронғо ҡытай тарихи сығанаҡтарында...

ТӨРКӨСТАН АРМИЯҺЫ

ТӨРКӨСТАН АРМИЯҺЫ, 1919 й. мартында Көнсығыш фронт командующийы күрһәтмәһе б‑са Ырымбур уҡсылар див. һәм 3‑сө Төркөстан кавалерия див. ойошторола. Майҙа Т.а. 2‑се, 25‑се һәм 31‑се уҡсылар див. ҡушылған. Көньяҡ армиялар төркөмө составына инә. Т.а. Ырымбур ҡ. тирәһендә Ырымбур армияһы м‑н һуғыша (март—апр.),...

ТӨРКӨСТАН ФРОНТЫ

ТӨРКӨСТАН ФРОНТЫ, 1919 й. авг. РСФСР Ҡораллы көстәре баш командующийы күрһәтмәһе б‑са Көньяҡ армиялар төркөмө базаһында ойошторола. Т.ф. составына Төркөстан биләмәләрендә һуғышҡан Беренсе армия (1919 й. авг. — 1920 й. дек.), Көнсығыш фронттың 4‑се (1919 й. марты — 1920 й. апр.), 11‑се (1919 й. авг.—окт.)...

ТӨРКСОЙ

ТӨРКСОЙ (TÜRKSOY), төрки мәҙәниәт һәм сәнғәтте берлектә үҫтереү б‑са халыҡ-ара ойошма. Штаб-квартираһы Анкарала урынлашҡан. 1992 й. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төркмәнстан, Үзбәкстан һәм Әзербайжан тарафынан ойошторола. Был илдәр 1993 й. Алматыла “ТӨРКСОЙ‑ҙы ойоштороу һәм уның эшмәкәрлек принциптары...

ТӨРӨК ТЕЛЕ

ТӨРӨК ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уғыҙ төркөмө). Төрөктәрҙең милли теле, Төркиәнең һәм Кипрҙың (грек теле м‑н бер рәттән) дәүләт теле. Шулай уҡ Австрияла, Болгарияла, Германияла, Грецияла, Иранда, Румынияла һәм БДБ илдәрендә (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Әзербайжан һ.б.) таралған....

ТӨРӨКМӘН 1-се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ТӨРӨКМӘН 1-се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 69 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Туғажман й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 825 кеше; 1920 — 637; 1939 — 255; 1959 — 275; 1989 — 1270; 2002 — 1190; 2010 — 1043 кеше. Башҡорттар...

ТӨРӨКМӘН 2-се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ТӨРӨКМӘН 2-се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 68 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Яҡшыдәүләт й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 30 кеше; 1920 — 556; 1939 — 177; 1959 — 145; 1989 — 162; 2002 — 146; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар...

ТӨРӨКМӘН ЙӘНСӘЙЕТОВ

ТӨРӨКМӘН ЙӘНСӘЙЕТОВ (1731—1811), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Төрөкмән а. башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. окт. аҙ. ҡушылған, Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнашҡан. Т.Й. отряды Үрге Яйыҡ (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе) һәм Орск...

ТӨРӨКМӘН ТЕЛЕ

ТӨРӨКМӘН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уғыҙ төркөмө). Төрөкмәндәрҙең милли теле, Төркмәнстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Ираҡта, Иранда, Ҡаҙағстанда, Тажикстанда, Төркиәлә, Үзбәкстанда һәм Ставрополь крайында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 5 млн ашыу кеше. БР‑ҙа Т.т. 1300‑ҙән ашыу кеше белә...

ТӨРӨКМӘН, ауыл, Октябрьский ҡ. эсендә

ТӨРӨКМӘН, ауыл, 1946 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә. Ауылға 1684 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1738 й. бында ш. уҡ шарттарҙа сыуаштар, 1738 й., 1792 й. типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре, 1743 й., 1759 й. мишәрҙәр, 1750 й. Ҡазан...

ТӨРӨЛӨҮ ТИГЕҘЛӘМӘҺЕ

ТӨРӨЛӨҮ ТИГЕҘЛӘМӘҺЕ. Т.т. айырым осраҡтары булып дифференциаль тигеҙләмәләр, коэф. даими булған дифференциаль‑айырмалы тигеҙләмәләр, интеграль тигеҙләмәләр һ.б. тора. Т.т. теорияһы тиң Т.т. сиселешенең экспоненталар м‑н аппроксимациялау мөмкинлеген тикшерә, тиң тигеҙләмәнең сиселештәре арауығындағы...

ТӨРӨМБӘТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ТӨРӨМБӘТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Төрөмбәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 27 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 406 кеше; 1920 — 489; 1939 — 739; 1959 — 565; 1989 — 563; 2002 — 573; 2010 — 559 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

ТӨРӨШЛӨ, Благовещен р‑нындағы ауыл

ТӨРӨШЛӨ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 19 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 238 кеше; 1920 — 360; 1939 — 257; 1959 — 317; 1989 — 336; 2002 — 357; 2010 — 351 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...

ТӨРӨШТАМАҠ, Благовар р‑нындағы ауыл

ТӨРӨШТАМАҠ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 58 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 78 кеше; 1920 — 161; 1939 — 148; 1959 — 173; 1989 — 105; 2002 — 101; 2010 — 93 кеше. Башҡорттар,...