Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУҠТАМЫШ ИШБУЛАТОВ

ТУҠТАМЫШ ИШБУЛАТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты. Мәғдән сығарыусы. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы (Пермь крайының Барҙы р‑ны) Барҙы а. башҡорто. Башҡорт ихтилалын (1755—56) баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1755 й. Ғәйнә...

ТУҠТАР, Благовещен р‑нындағы ауыл

ТУҠТАР, Благовещен р‑нындағы ауыл, Волков а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 240 кеше; 1920 — 256; 1939 — 259; 1959 — 270; 1989 — 209; 2002 — 136; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар, мариҙар йәшәй (2002)....

ТУҠТАР, Мишкә р‑нындағы ауыл

ТУҠТАР, Мишкә р‑нындағы ауыл, Тымбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 47 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта Соšаяҙ й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 415 кеше; 1920 — 400; 1939 — 377; 1959 — 336; 1989 — 237; 2002 — 199; 2010 — 162 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ТУҠТАРОВ Варис Рәфҡәт улы

ТУҠТАРОВ Варис Рәфҡәт улы (9.6. 1959, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре умартасылыҡҡа, бал ҡорто ауырыуҙарына, экологияға арналған. Т. тарафынан...

ТУҠҺАНБАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ТУҠҺАНБАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Йәнәби‑Урсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 368 кеше; 1920 — 508; 1939 — 385; 1959 — 300; 1989 — 195; 2002 — 172; 2010 —128 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТУҠЫУ СӘНӘҒӘТЕ

ТУҠЫУ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең үҫемлектән, мал‑тыуарҙан алынған сүстән, ш. уҡ яһалма һәм синтетик сүстән туҡыма, трикотаж, туҡылмаған туҡыма һ.б. етештереү тармағы. Т.с. составына туҡыу сеймалын беренсел эшкәртеү, кизе-мамыҡ, етен, йөн, ебәк, туҡылмаған материалдар, киндер сүсе һәм джут, ау бәйләү,...

ТУҠЫУСЫ ТУРҒАЙҘАР

ТУҠЫУСЫ ТУРҒАЙҘАР (Ploceidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 200 төрө билдәле, Австралия, Африка, Евразияла таралған. Башҡортостанда йорт турғайы һәм ҡыр турғайы осрай. Ултыраҡ ҡоштар. Йорт турғайының кәүҙә оҙонлоғо — 17,5 см тиклем, ауырлығы — 35 г тиклем. Кәүҙәһе тығыҙ. Ата...

ТУҠЫУСЫЛЫҠ

ТУҠЫУСЫЛЫҠ (һуғыу, туҡыма һуғыу), буй һәм арҡыры (арҡау) үрелгән ептәрҙе ишеп туҡыма эшләү. Башҡорттарҙың традицион шөғөлө; ҡатын-ҡыҙ һөнәре (ҡара: Һөнәрселек). Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында Т. өсөн башлыса һарыҡ, ҡайһы берҙә дөйә йөнө, кәзә мамығы (ҡара: Балаҫ һуғыу, Тула...

ТУЛА БАҪЫУ

ТУЛА БАҪЫУ, тула һәм йөн әйберҙәр эшләү. Башҡорттарҙа традицион шөғөл. Йоҡа буҫтау (соға) һәм ҡалын буҫтау (мәллә) булған. Һарыҡ, ҡайһы берҙә дөйә йөнөнән иләнгән тәбиғи төҫтәге ептәр (һирәгерәк буялған) ҡулланылған. Йөндө тимер йәки ағас тараҡ м‑н тарап, ҡул м‑н теткәндәр, артабан ҡолға, орсоҡ ярҙамында...

ТУЛАЙКОВСКАЯ 10

ТУЛАЙКОВСКАЯ 10, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 1999 й. В.В.Сюков, А.А.Вьюшков, С.Н.Шевченко, С.Е.Поротькин, А.В.Милёхин тарафынан Тулайковская 5 һәм Альбидум 653 сорттары гибридынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла (Н.М.Тулайков ис. а.х. ҒТИ, Һамар ҡ.). Һабағы ярым төҙ, бейеклеге 85—95 см. Башағы 6—7...

ТУЛАЙКОВСКАЯ ЗОЛОТИСТАЯ

ТУЛАЙКОВСКАЯ ЗОЛОТИСТАЯ, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 1998 й. В.В.Сюков, А.А.Вьюшков, С.Н.Шевченко, С.Е.Поротькин, А.В.Милёхин тарафынан Тулайковская 5 һәм Альбидум 653 сорттары гибридынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла (Н.М.Тулайков ис. а.х. ҒТИ, Һамар ҡ.). Һабағы төҙ, бейеклеге 1 м тиклем. Башағы...

ТУЛАЙЫМ ЙӘМҒИӘТ ПРОДУКТЫ

ТУЛАЙЫМ ЙӘМҒИӘТ ПРОДУКТЫ, й ә м ғ и ә т т е ң  й ы й ы л м а  п р о д у к т ы, йәмғиәт тарафынан билдәле бер ваҡыт эсендә етештерелгән матди байлыҡтарҙың хаҡы. Матди сағылышында Т.й.п. — етештереү сараларынан һәм ҡулланыу әйберҙәренән; хаҡ сағылышында ҡулланылған етештереү саралары хаҡынан һәм милли...

ТУЛАЙЫМ ТӨБӘК ПРОДУКТЫ

ТУЛАЙЫМ ТӨБӘК ПРОДУКТЫ, төбәк иҡт. тарафынан етештереү процесында алынған табыштың дөйөм дәүмәле. Эш хаҡы, табыш суммаларынан, социаль страховкалау, амортизация бүлемдәренән, ситләтелгән һалымдарҙан (субсидиялар тотоп ҡалына) тора. Т.т.п. структураһы тауар етештереүҙән, хеҙмәт күрһәтеүҙән һәм продукттарға...

ТУЛВИНСКИЙ Шәйхулла Сибәғәт улы

ТУЛВИНСКИЙ (Зәйнин) Шәйхулла Сибәғәт улы [1.8.1886, Пермь губ. Уҫы өйәҙе Усть‑Ашап а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) — 15.10.1970, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Түб. Тәтешле а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрге Тәтешле а.], шағир. Пермь губ. Уҫы өйәҙе Солтанай а. (хәҙ. Барҙы р‑ны) мәҙрәсәһендә уҡыған, башҡа мәғлүмәттәр...

ТУЛҒАУ

ТУЛҒАУ, ә й т е м, ҡобайырҙың бер төрө, кешенең йәне, тәбиғәт һәм йәмғиәт т‑да тулы фәлс. йомғаҡлауҙарҙы үҙ эсенә алған дидактик характерҙағы сюжетһыҙ әҫәр. Думбыраға ҡушып башҡарыла. Т. композицион нигеҙен мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар тәшкил итә. Һәр бер строфа (парлы йәки ҡатнаш рифмаларҙан торған...

ТУЛЕНКОВ Константин Иванович

ТУЛЕНКОВ Константин Иванович (15.4.1908, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Үҙән а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны, — 17.5.1978, Магнитогорск ҡ.), инженер‑металлург. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1938) Чусов металлургия з‑дының (Свердловск өлк.) смена инженеры,...

ТУЛИН Сергей Заһит улы

ТУЛИН Сергей Заһит улы (1992 й. тиклем Ғиззәтуллин Риф З.; 11.9.1957, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Гәйнә а.), десантсы, ген.‑майор (2001). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). Юридик ф. канд. (2009). Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан (1994—95). Рязань юғары һауа-десант команда уч‑щеһын (1980), М.В.Фрунзе...

ТУЛҠЫН ҠАНАТЛЫЛАР

  ТУЛҠЫН ҠАНАТЛЫЛАР (Lymantriidae), күбәләктәр ғаиләһе. Яҡынса 3 мең төрө билдәле, иң күп төрҙәре Азия һәм Африканың дымлы тропик урмандарында осрай. БР‑ҙа яҡынса 30 төрө бар: антик Т.ҡ., тал Т.ҡ., ҡыҙғылт һоро Т.ҡ., сыбарғанат, парһыҙ ебәк күбәләге һ.б. Ҡанат ҡоласы 2,5—7 см, киң, аҡ, һарғылт, һоро,...

ТУЛТЫРМА

ТУЛТЫРМА, б ө й ә т, башҡорт аш-һыуында традицион ит аҙығы. Мал-тыуарҙың, һирәгерәк ҡоштарҙың, эс- ҡарынынан әҙерләнә. Бауыр, йөрәк, үпкә, эс майы, итте ваҡ итеп турап, төрлө тәмләткестәр ҡушып болғайҙар ҙа малдың туҡ эсәгенә (30—40 см оҙонлоҡта) тултыралар һәм ике яғынан еп м‑н бәйләйҙәр. Башҡортостандың...

ТУЛЫБАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ТУЛЫБАЙ, 3 ‑ с ө  ф е р м а, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 296 кеше; 1959 — 342; 1989 — 375; 2002 — 378; 2010 — 319 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы,...