Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, ҡаты, шыйыҡ йәки газ хәлендәге матдәләр (тултырғыстар) сағыштырмаса тигеҙ урынлашҡан өҙлөкһөҙ полимер фазалы (матрицалы) гетероген системалар. Тултырғыс сифатында аҡбур, тальк, ҡором, каолин, ағас оно, быяланан матдәләр, икенсел полимер сеймал һ.б. ҡулланыла. Сығышы б‑са...

ТУМАНАҠ

ТУМАНАҠ (Bupleurum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Евразия, Төньяҡ Америка һәм Африканың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: һары Т. һәм ҡырҡйепсә Т. Ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында, төҙ, бейеклеге...

ТУМАНОВ Григорий

ТУМАНОВ Григорий, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Крәҫтиәндәрҙән. Воскресенка заводында төрки телдәр тәржемәсеһе. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушылған, И.Н.Грязновтың баш күтәреүселәр отрядында писарь булып хеҙмәт иткән. 1774 й. ғин.—февр. Силәбе ҡәлғәһен ҡамауҙа һәм штурмлауҙа...

ТУМЫРТҠА ҺЫМАҠТАР

ТУМЫРТҠА ҺЫМАҠТАР (Piciformes), ҡоштар отряды. 6 ғаиләһе, яҡынса 400 төрө билдәле. БР‑ҙа тумыртҡалар ғаиләһенә ҡараған 7 төрө бар. Ваҡ (бәләкәй тумыртҡа, кәүҙә оҙонлоғо 18 см тиклем, ауырлығы яҡынса 32 г) һәм уртаса (ҡара тумыртҡа, ярашлы рәүештә 49 см тиклем һәм яҡынса 450 г) ҙурлыҡтағы ултыраҡ, күсмә...

ТУН

ТУН (төркисә тон — күлдәк, кейем), тиренән тегелгән оҙон салғыйлы өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр (тура) һәм ҡатын‑ҡыҙҙар (билле, ултырма яғалы) өсөн тышланған һәм дупланған тиренән тегелгән (тышһыҙ тун, дуплы тун) Т. булған. Башлыса һарыҡ, һирәкләп кәзә, йылҡы, дөйә тиреһенән теккәндәр; бүре,...

ТУНГУС-МАНЖУР ТЕЛДӘРЕ

ТУНГУС‑МАНЖУР ТЕЛДӘРЕ, т у н г у с  т е л д ә р е, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. РФ‑тың Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш терр‑яһында, ш. уҡ Ҡытайҙа, Монголияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 90 меңгә яҡын кеше. Грамматик тибы б‑са гипотетик яҡтан алтай телдәре ғаиләһенә берләшкән монгол телдәренә һәм төрки...

ТУНДРА

ТУНДРА (фин теленән tunturi — урманһыҙ, яланғас ҡалҡыулыҡ), Ер шарының көньяҡтан урмандар, төньяҡтан арктик сүллектәр м‑н сикләнгән субарктик бүлкәтенә хас булған үҫемлектәр донъяһы тибы. Т. урманһыҙлыҡ, күп йыллыҡ үҫемлектәр, ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, мүкһымаҡтарһәм лишайниктарҙыңөҫтөнлөгө, үҫемлек япмаһының...

ТУННЕЛЬ

ТУННЕЛЬ (ингл. tunnel), транспорт, һыуҙы ағыҙыу, ер аҫты коммуникацияларын һалыу һ.б. маҡсаттар өсөн хеҙмәт иткән горизонталь йәки ауыш ер аҫты ҡоролмаһы. Тәғәйенләнеше б‑са автомобиль, тимер юл, гидротехник, коммуналь, суднолар, транспорттың бер нисә төрө өсөн Т. (бер киҫелештә), махсус (ГЭС, складтар...

ТУННЕЛЬ ЭФФЕКТЫ

ТУННЕЛЬ ЭФФЕКТЫ, үҙенең тулы энергияһы барьер кимәленән түбән микроөлөшсәнең потенциаль барьеры аша үтеүе; квант тәбиғәте күренеше. Билдәһеҙлек принцибы нигеҙендә аңлатыла: микроөлөшсәнең барьер эсендәге арауыҡ өлкәһендә теркәлеүе уның импульсын билдәләмәй, шуға күрә өлөшсәне тыйылған (классик механика...

ТУҢ МАЙ ИРЕТЕҮ ЗАВОДТАРЫ

ТУҢ МАЙ ИРЕТЕҮ ЗАВОДТАРЫ, туң май иретеү пр‑тиелары. Эш ҡаҙанда башҡарылған, алынған һыҙлыҡтарҙан май имән һалмауырлы йәки суйын винтлы пресс м‑н һығып сығарылған. 1844 й. сит илгә сығарыр өсөн 11 сорт, эске баҙар өсөн 2 сорт (һабын һәм шәм эшләр өсөн) туң май үҙләштерелгән. Һарыҡ һәм үгеҙ майы (ҡаты...

ТУҢҒАТАР, Учалы р‑нындағы ауыл

ТУҢҒАТАР, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Ҡорама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Уй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 870 кеше; 1920 — 1198; 1939 — 970; 1959 — 733; 1989 — 601; 2002 — 562; 2010 — 504 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Саңғалык...

ТУҢЛЫҠ ТУПРАҒЫ

ТУҢЛЫҠ ТУПРАҒЫ, т о р ф л ы - с е р е м т ә л е  т а у ‑ у р м а н  т у п р а ғ ы, Өфө яйлаһында фрагментар рәүештә таралған. Тәүге тапҡыр гидрогеолог А.Г.Лыкошин тарафынан табыла (1952). Т.т. барлыҡҡа килеүе плейстоцендың дымлы һәм һалҡын климаты м‑н бәйле (2,5 млн йыл). Даими туңлыҡ һыу киҫелеше кимәленән...

ТУПАҠ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТУПАҠ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Моһаҡ й. (Йәнгел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 414 кеше; 1920 — 634; 1939 — 466; 1959 — 435; 1989 — 687; 2002 — 684; 2010 — 718 кеше....

ТУПЛЫ ХОККЕЙ

ТУПЛЫ ХОККЕЙ, спорт төрө, боҙло майҙанда сәкән һәм туп м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Т.х. 1910 й. алып үҫешә. 1937 й. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте командаһы РСФСР‑ҙың авт. респ. һәм өлкәләре спартакиадаһының бронза призёры була. 1982 й. Өфөлә “Кировец” спорт комб‑ты ДЮСШ‑нда, 1988 й. — 10‑сы...

ТУПРАҠ

ТУПРАҠ, е р, генетик яҡтан бәйле горизонттарҙан торған һәм тере организмдар, һыу, һауа, т‑ра тәьҫире аҫтында өҫкө литосфера ҡатламдарының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тәбиғи органоген‑минераль ҡатлам; уңдырышлылыҡҡа эйә. Т. барлыҡҡа килеү факторҙарының (инә тоҡом, климат, үҫемлектәр һәм хайуандар...

ТУПРАҠ БУМИЛЛЕРИОПСИСЫ

ТУПРАҠ БУМИЛЛЕРИОПСИСЫ (Bumilleriopsis terricola), бер күҙәнәкле һары‑йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре оҙонса‑эллипс формаһында, тура йәки бер яғы бер аҙ ҡабарынҡы, остары тупаҡ йомрайтылған, бер осо икенсеһенән киңерәк, оҙонлоғо 7—41 мкм, киңлеге 5—13 мкм. Хлоропластары ялғаш рәүешле йәки еңелсә спираль...

ТУПРАҠ ҒИЛЕМЕ

ТУПРАҠ ҒИЛЕМЕ, тупраҡтың барлыҡҡа килеүе (генезисы), үҫеше, төҙөлөшө, составы, үҙенсәлектәре, геогр. таралыу законлыҡтары, уңдырышлылығының формалашыуы һәм уны рациональ файҙаланыу т‑дағы фән. Геоботаника, география, геология, геоморфология, зоология, климатология, математика, микробиология, физика,...

ТУПРАҠ ЫЛЫМЫҠТАРЫ

ТУПРАҠ ЫЛЫМЫҠТАРЫ, төп йәшәү мөхите тупраҡ булған ылымыҡтар төркөмө. Яҡынса 2 мең төрө билдәле, Башҡортостанда 500—600 (диатом ылымыҡтар, һары‑йәшел ылымыҡтар, йәшел ылымыҡтар, зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтарға ҡарай) төрө табылған. Күпселек ылымыҡтар микроскопик үлсәмле, төрлө йәшәү урындарында 1 г тупраҡта...

ТУПРАҠ ЭРОЗИЯҺЫ

ТУПРАҠ ЭРОЗИЯҺЫ, тупраҡтың ҡар һәм ямғыр һыуҙарынан (һыу эрозияһы), елдән (ел эрозияһы, йәки дефляция) ашалып тарҡалыуы, ҡуҙғатылып күсерелеүе. Һыуҙан булған Т.э. битләүҙәрҙә барлыҡҡа килә, яҫы (өҫкө) һәм һыҙыҡлы (йыуынты, йырынлы) төрҙәре айырыла. Елдән булған Т.э. төрлө типтағы рельефта үҫешә, тупраҡтың...

ТУПРАҠ-БОТАНИКА БЮРОҺЫ

ТУПРАҠ‑БОТАНИКА БЮРОҺЫ, 1931 й. Өфөлә БАХИ эргәһендә ойошторола, 1933—35 йй. Тупраҡ‑ботаника ин‑ты, 1935 й. алып Башҡ‑н игенселек һәм малсылыҡ ҒТИ, 40‑сы йй. башынан Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү тәж. станцияһы составына инә. БАССР‑ҙың игенселек ХК ҡарамағында була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:...