Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАРБАҠ ВЕЙСИЯ

ТАРБАҠ ВЕЙСИЯ (Weissia squarrosa), мүк һымаҡтар төрө. Тәпәш кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән ҡара йәшел төҫтәге бер өйлө, ос емешле күп йыллыҡ мүк, бейеклеге 3—6 мм. Япрағы тырпайып ситкә киткән йәки бөгөлгән, ҡыяҡлы‑ланцет, тупаҡ осланған, яҫы ситле. Япраҡтың епсәһе осонан ҡыҫҡа булып сығып тора. Ҡумтаһы...

ТАРБАҠ ПАЛЮДЕЛЛА

ТАРБАҠ ПАЛЮДЕЛЛА (Paludella squarrosa), мүк һымаҡтар төрө. Бейеклеге 5–10 см булған эре ҡуйы кейеҙ кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ, ике өйлө, ос емешле мүк, өҫкө өлөшө ҡара‑йәшел, аҫҡыһы тутлы‑көрән төҫтә. Һабағы ябай йәки 1–3 ос аҫты үренделәре бар, 5 рәт япраҡ м‑н ҡапланған. Япрағы киң йомортҡа‑ланцет...

ТАРБАҠ ЭВЕРНИЯ

ТАРБАҠ ЭВЕРНИЯ (Evernia divaricata), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы ҡыуаҡлы, оҙонлоғо 8—40 см, һаҡал рәүешле, һалынҡы, йомшаҡ, аҡһыл йәки һарғылт‑йәшкелт төҫтә, ҡуйы тармаҡлы, ҡайһы берҙә псевдогомфы бар (ҡайһы бер ҡыуаҡлы лишайниктарҙың беркетелеү ағзаһы). Айырсалары...

ТАРҘАУ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ТАРҘАУ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Тарҙау а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Тарҙау й. (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 362 кеше; 1920 — 712; 1939 — 447; 1959 — 211; 1989 — 130; 2002 — 136; 2010 — 89 кеше. Урыҫтар,...

ТАРИХ

ТАРИХ, йәмғиәт үҫеше барышын өйрәнгән ижт. фәндәр комплексы. Бөтә донъя Т. һәм айырым ил, халыҡтар Т. тора. Хронология б‑са боронғо, урта быуаттар, яңы һәм өр-яңы Т. айырыу ҡабул ителгән. Башҡортостанда Т. фәненең Рәсәй һәм уның башҡа төбәктәре Т. оҡшаш структураһы бар. Тикшеренеү объекты (ҡара: Тарихи...

ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, тарих өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда тарихи белем биреү 19 б. башынан проф. уҡыу йорттарында (ҡара: Урта профессиональ белем) башлана. Тарих уҡытыусылары Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институттары) әҙерләнә,...

ТАРИХ, ТЕЛ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИНСТИТУТЫ

ТАРИХ, ТЕЛ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИНСТИТУТЫ РФА‑ның Өфө ФҮ,1932 й. Өфөлә Башҡ‑н милли мәҙәниәт ҒТИ (ҡара: Милли мәҙәниәт институты) булараҡ Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының соц.‑мәҙәни бүлеге нигеҙендә ойошторола,1936 й. алып Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ, 1943 й. — Башҡ‑н тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ (1940—51 йй....

ТАРИХИ ГЕОГРАФИЯ

ТАРИХИ ГЕОГРАФИЯ, үткән тормоштоң физик, иҡт. һәм сәйәси географияһын өйрәнгән тарихи фән. Археология, геология, демография, иҡтисад, картография, халыҡ географияһы, этнология һ.б. фәндәр м‑н бәйле. Тәбиғәт шарттарының, тәбиғәт һәм соц.‑терр. комплекстарҙың һәм уларҙың компоненттарының үҙгәрешен өйрәнә;...

ТАРИХИ ЖАНР

ТАРИХИ ЖАНР, әһәмиәтле тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәрҙе сағылдырыусы графика, рәсем сәнғәте, скульптура әҫәрҙәрен берләштергән һынлы сәнғәт жанры. Т.ж. йыш ҡына башҡа жанрҙар м‑н берләшеп, аралаш формалар барлыҡҡа килтерә: тарихи‑көнкүреш, тарихи портрет, тарихи пейзаж жанрҙары. Айырыуса ҙур масштаблы...

ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР

ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР, тарихи ваҡиғаларҙы туранан-тура сағылдырған барлыҡ объекттар. Иң тәүге Т.с. — ер өҫтөндә, ер йәки һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйбер, ҡоролма, ҡәберлектәр — кешелек йәмғиәтенең үткәнен тергеҙергә мөмкинлек бирә (ҡара: Археологик ҡомартҡылар); археологияның тикшеренеү объекты...

ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР

ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары (2006). Башҡорт, урыҫ, татар һ.б. этник төркөмдәр тупланып йәшәгән ерҙәрҙә, йәки билдәле шәхестәр м‑н бәйле урындарҙа асыла. Т.‑м.ү. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указдарына ярашлы ойошторола, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора....

ТАРИХНАМӘ

ТАРИХНАМӘ (ғәр. тарих һәм фарс. намә — әҫәр), башҡорт әҙәбиәтенең ырыу, ҡәбилә йәки халыҡ тарихына арналған тарихи‑функциональ жанры. Башҡорттар араһында ислам таралыуынан һуң формалаша башлаған, тип фараз ителә. Үҙендә шәжәрә һәм тәуарих элементтарын йөрөтә. Ҡөрьәнгә ингән донъяның яралыуы, Туфан һыуы...

ТАРҠАҘЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

ТАРҠАҘЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Тарҡаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 43 км һәм Абдулла т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 15 км алыҫлыҡта Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1321 кеше; 1920 — 1585; 1939 — 1380; 1959 — 1236; 1989 — 811; 2002 — 788; 2010 — 731 кеше. Башҡорттар,...

ТАРЛАУЫҠ

ТАРЛАУЫҠ, йылға эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡаты нигеҙле тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән, текә ҡая ташлы битләүҙәре булған тар тау үҙәне. Т. тәрәнлеге киңлегенән ҙурыраҡ, төбө башлыса йылға үҙәне булып тора. Башҡортостанда Т. Ағиҙел й. киңлек ағымы өлөшөндә осрай, бында йылға тәпәш тауҙарҙы киҫеп үтә....

ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС

ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС, тулайым йәмәғәт продуктын етештереү һәм бүлеүҙә иҡт.‑матем. модель, тармаҡ‑ара етештереү бәйләнештәрен һүрәтләй: бер тармаҡтағы продукцияны етештереү һәм был продукцияны етештереү өсөн тотонолған башҡа тармаҡ продукциялары (сығымдары). Халыҡ хужалығын өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Т.‑а.б....

ТАРМАҠ-АРА ИНСТИТУТ

ТАРМАҠ-АРА ИНСТИТУТ, өҫтәлмә проф. белем биргән шәхси мәғариф учреждениеһы. 1967 й. Өфөлә “Башмежколхозстрой” уҡыу‑курс комб‑ты булараҡ асыла, 1992 й. алып “Башкирскагропромстрой”, 1998 й. — Башҡ‑н тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә проф. әҙерлек уҡытыу-методик үҙәге, 2002...

ТАРТАЙ

ТАРТАЙ (Crex crex), һыу тауыҡтары ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 27—30 см, ауырлығы 80—200 г, ҡанат йәйеме 46—53 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, кәүшәк, көрәнһыу йәки һорғолт ерән төҫтә, арҡаһында сыбарлыҡтар һәм ян‑яғында арҡыры һыҙаттар бар, ҡанаттары...

ТАРТАР, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ТАРТАР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 299; 1939 — 270; 1959 — 223; 1989 — 173; 2002 — 136; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ТАРУТ

ТАРУТ (Мilium), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда тарбаҡлы Т. үҫә. Тамырһабаҡлы үлән. Һабағы йыуан, шыма, бейеклеге 60—100 см. Япрағы киң ҡыяҡлы, яҫы, йомшаҡ. Башағы ваҡ, бер сәскәле, асыҡ йәшел төҫтә,...

ТАРХАН

ТАРХАН, 1) боронғо төрки дәүләттәрҙә юғары ҡатлам титулы. Башҡорттарҙа Т. титулы Монгол империяһы дәүерендә таралыу алған, тип фараз ителә; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң айырым хәрби, дипломатик һ.б. хеҙмәттәр өсөн батша исеменән бирелгән; нәҫел б‑са күскән һәм шәхси Т. титулдары булған....