Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УДМУРТ ФОЛЬКЛОРЫ

УДМУРТ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы удмурттары фольклорының жанрҙары күп төрлө. Күсеп килеү һәм ауылдар һалыныуы тарихына арналған тарихи риүәйәттәр һәм легендалар; тәбиғәт һәм ихата әруахтары т‑да бәйән иткән хөрәфәти хикәйәләр билдәле. Ҡорбан килтереү ваҡытында ҡорбан салыусы тарафынан башҡарылған...

УДМУРТИЯ

УДМУРТИЯ, У д м у р т Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Вятка м‑н Кама йй. араһында урынлашҡан. Киров өлкәһе, Пермь крайы, Башҡортостан Республикаһы, Татарстан респ. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы — Ижевск. Юғары вазифалы кешеһе — Удмурт респ. башлығы. 1920...

УДМУРТТАР

УДМУРТТАР (үҙ атамаһы удмурт, удморт, укморт), халыҡ, Удмуртияның төп халҡы. У. Һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 714,8 мең, Удмурт АССР‑ында — 496,5 мең; 2002 й. РФ‑та — 636,9 мең, Удмурт Респ. — 460,6 мең кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. У. һаны — 23,7 мең; БР‑ҙа 2002 й. 22,6 мең кеше иҫәпләнгән. Айырыуса Тәтешле (5,7...

УҘЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл

УҘЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 358 кеше; 1959 — 265; 1989 — 178; 2002 — 220; 2010 — 238 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

УҘЫТАМАҠ, Шишмә р‑нындағы ауыл

УҘЫТАМАҠ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Алкин т. юл ст. Т. табан 1 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 393; 1939 — 550; 1959 — 320; 1989 — 310; 2002 — 411; 2010 — 429 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

УЖА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

УЖА, Я ң ы В е р х о т о р к а, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ужа й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 356 кеше; 1920 — 468; 1939 — 299; 1959 — 181; 1989 — 231; 2002 — 274; 2010 — 242 кеше. Урыҫтар...

УЖЫМ КУЛЬТУРАЛАРЫ

УЖЫМ КУЛЬТУРАЛАРЫ, бер йыллыҡ а.х. үҫемлектәре, уларҙың нормаль үҫеше өсөн 30 — 70 көн дауамында түбән т‑ралар (0 — 10°С) тәьҫире мөһим. У.к. көҙ көнө, тотороҡло һыуыҡтар башланғанға тиклем 50 — 60 көн ҡалғас ултыртыла, уңышы киләһе йылда йыйып алына. 2 вегетация осоро бар: көҙгө осорҙа (40 — 45 көн)...

УЗИКОВ Юрий Андреевич

УЗИКОВ Юрий Андреевич (28.5.1931, Архангельск ҡ. — 14.4.2010, Өфө), тыуған яҡты өйрәнеүсе. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982). Ленинград Юғары партия мәктәбен тамамлаған (1962). 1954—58 йй. Калининград ҡ. партия эшендә була. 1962 й. алып Өфөлә: “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре, бүлек мөдире, 1967 й. башлап...

УЙ ЗАВОДЫ

УЙ ЗАВОДЫ, 1748 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусында үҙ ерендә Уй й. (Сылва й. басс.) буйында суҡындырылған башҡорт Т.И.Шавкунов тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Шавкунов, 1762 й. алып А.И.Глебов, 1769 й. — Яковлевтар, 1858 й. — О.Н.Рошефор. Ольга (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Алапаевск)...

УЙ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһе

УЙ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең үҙәгендә урынлашҡан. 1926 й. 4 нояб. ойошторолған. Майҙаны — 2637 км2. Адм. үҙәге — Уй ауылы. Районда 11 ауыл советы, 43 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 26,2 мең кеше (2010), ш. иҫ. 8,9% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама...

УЙ, йылға

УЙ, йылға, Тубыл й. (Обь й. басс.) һул ҡушылдығы. Учалы р‑ны Аҙнаш а. төньяҡ‑көнбайышҡа 11 км, Йомро сусаҡ тауынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. БР‑ҙың Учалы р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа, артабан Силәбе, Ҡурған өлк. һәм Ҡаҙағстан сиге буйлап көнбайышҡа...

УЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

УЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 66 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 254 кеше; 1920 — 265; 1939 — 233; 1959 — 554; 1989 — 294; 2002 — 279; 2010 — 262 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

УЙҒЫР ТЕЛЕ

УЙҒЫР ТЕЛЕ, я ң ы у й ғ ы р т е л е, төрки телдәрҙең береһе (ҡарлыҡ төркөмө). Уйғырҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың Синьцзян‑Уйғыр авт. районында (2000 й. һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 900 мең кеше); өлөшләтә Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда (1989 й. был дәүләттәрҙә дөйөм һөйләшеүселәр...

УЙЛАП ТАБЫУСЫЛАР ҺӘМ РАЦИОНАЛИЗАТОРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

УЙЛАП ТАБЫУСЫЛАР ҺӘМ РАЦИОНАЛИЗАТОРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, уйлап табыусыларҙы, рационализаторҙарҙы, үҙешмәкәр авторҙарҙы, патент эйәләрен, ш. уҡ техник ижад үҫешенә булышлыҡ иткән юридик шәхестәрҙе берләштереү, уларҙың хоҡуҡтарын, законлы мәнфәғәттәрен яҡлау һәм һөнәри ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында ойошторолған...

УЙМАҠ СӘСКӘ

УЙМАҠ СӘСКӘ (Digitalis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ Африкала, Европала, Кесе Азияла, Көнбайыш Себерҙә һәм Кавказда таралған. Башҡортостанда эре сәскәле У.с. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, өҫкө өлөшөндә биҙле төктәре бар, бейеклеге 60—120...

УЙТАШ, тау

УЙТАШ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Учалы р‑ны Аҙнаш а. эргәһендә урынлашҡан. Абс. бейеклеге 874,5 м. Формаһы конус рәүешендә. Ашалыу йоғонтоһонда рельефында ҡалдыҡ тауҙар барлыҡҡа килгән. Өҫкө рифейҙың ҡурташ свитаһы кварциттарынан, мусковит‑кварцлы һәүерташтарынан тора. Ландшафы ҡараһыу һоро урман...

УЙФАЛЬВИ

УЙФАЛЬВИ де Мезо‑Ковезд Шарль Эжен (18.5.1842, Вена — 31.1.1904, Флоренция ҡ., Италия), француз антропологы, шәрҡиәтсе. 1876—78 йй. Рәсәй, Урта һәм Үҙәк Азия буйлап йөрөгән фәнни экспедицияларҙа ҡатнашҡан. Башҡорттарҙы өйрәнеү б‑са краниологик (ҡара: Антропология) тикшеренеүҙәр үткәргән. Башҡорттарҙың...

УЙЫЛ”, халыҡ йыры

“УЙЫЛ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың көйөн тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. И.В.Салтыков яҙып ала, “Башҡорт көйҙәре” (“Башкирские мелодии”; “Йыйынтыҡ №2” исеме м‑н билдәле; ӨДСИ‑нең фольклор кабинетында һаҡлана) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән, тексын Ә.И.Харисов 1946 й. БАССР‑ҙың Илеш р‑нында Ш.Ш.Шәрифуллиндан яҙып...

УЙЫЛДАНОВ Рауил Нуретдин улы

УЙЫЛДАНОВ Рауил Нуретдин улы (13.10.1941, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Һәйтәк а. — 20.7.2000, Өфө), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (1995), проф. (1997). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Учалы р‑нында эшләй: “Поляковка” с‑зының ветеринар врачы, 1972 й. алып В.И.Ленин ис. к‑здың баш ветеринар врачы. 1978 й. башлап...

УЙЫЛДАНОВ Фәнил Ғәфүр улы

УЙЫЛДАНОВ Фәнил Ғәфүр улы (25.3.1965, Сибай ҡ.), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). “Искра” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Сибай; тренерҙары Р.Р.Кәримов, Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.Т.Әхмәтвәлиев). Европа (1996, 1998), Евразия (2001), Рәсәй...