Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШӘРИПОВ Әмир Усман улы

ШӘРИПОВ Әмир Усман улы [3.2. 1933, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Иҫке Аҡҡолай а. (хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) – 3.9.2007, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1996). РФ‑тың (1999) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1996). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956)...

ШӘРИПОВ Әхсән Шәрифғәли улы

ШӘРИПОВ Әхсән Шәрифғәли улы [17.8.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Шишмә а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 14.3.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1957). 1944—50 йй. Балтас р‑нының “Искра” к‑зында хисапсы....

ШӘРИПОВ Борис Усман улы

ШӘРИПОВ Борис Усман улы (25.1. 1940, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Амурҙағы Комсомольск киске политехник ин‑тында: 1967 й. алып дөйөм техник, 1970 й. – машиналар эшләү ф‑ттары деканы. 1972 й. алып...

ШӘРИПОВ Глүс Ләбиб улы

ШӘРИПОВ Глүс Ләбиб улы (14.4. 1950, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Борай а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1992), проф. (2013). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Борай р‑ны Ҡайынлыҡ урта мәктәбе уҡытыу­сыһы. 1973 й. алып Органик химия ин‑тында (1987 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р). 1992...

ШӘРИПОВ Ришат Муса улы

ШӘРИПОВ Ришат Муса улы (1.1. 1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Имәнлеҡул а. — 17.6.2004, Өфө), Соц. Хеҙмәт Ге­ройы (1977). Т.М.Шәриповтың ҡустыһы. 1960—1993 йй. ӨПЭПБ‑ла эшләй: слесарь‑йыйыусы, электромонтажсы, элек­тромеханика һәм радиотехника системаларын һәм приборҙарын көйләүсе, бригадир. Ш. етәкс....

ШӘРИПОВ Сабир Нәғим улы

ШӘРИПОВ Сабир Нәғим улы (20.3.1948, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Баҡый а. — 31.8.2018, Өфө), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Яҙыусылар союзы (1986), Журналистар союзы (1991) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1967— 69 йй. Баҡый 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1974 й. алып “Совет Башҡортостаны” (1979...

ШӘРИПОВ Тәлғәт Муса улы

ШӘРИПОВ Тәлғәт Муса улы [1.1. 1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) Имәнлеҡул а. — 21.3.2013, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978). Р.М. Шәриповтың ағаһы. Респ. мәҙәни ағартыу мәктәбен (Стәрлетамаҡ ҡ., 1954),...

ШӘРИПОВ Фәнис Вәғиз улы

ШӘРИПОВ Фәнис Вәғиз улы (20.9. 1941, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Сабай а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1997), проф. (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1967) КПСС‑тың XXII съезд ис. Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1968—71 йй. 11‑се Техник...

ШӘРИПОВА Гөлсәсәк Табрис ҡыҙы

ШӘРИПОВА Гөлсәсәк Табрис ҡыҙы [28.4.1958, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) Кинйәкәй а.], актриса, йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1999) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995). Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1986; Л.Ғ.Төхвәтуллина класы). 1989...

ШӘРИПОВА Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы

ШӘРИПОВА Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (10.6.1948, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Яңы Монасип а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1976 й. алып СССР ФА БФ, 1977 й. – ТТӘИ хеҙм‑ре. 1988 й. башлап БДПИ‑ла (1992 й. алып башҡорт...

ШӘРИПОВА Марина Юрьевна

ШӘРИПОВА Марина Юрьевна (15.4. 1958, Салауат ҡ.), ботаник. Биол. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ уҡыта (1994— 95 йй. биология ф‑ты деканы урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге ылымыҡтар экологияһына...

ШӘРИПОВТАР, сауҙагәрҙәр

ШӘРИПОВТАР, сауҙагәрҙәр. Мөхәмәтйән Хәсән улы Ш., 2‑се гильдия сауҙагәре. Ырымбур алыш-биреш йортонда 2 кибетте ҡуртымға алған. 1887—97 йй. Ырымбур ҡала думаһы гласныйы, янғын һүндереү, сауҙа эштәрен күҙәтеү комис­сиялары составында эшләгән. 1888 й. Ырымбур ҡ. Ярлыларға ярҙам итеү ком‑ты ағзаһы. Уның...

ШӘРИФЙӘНОВ Билус Ғәлимйән улы

ШӘРИФЙӘНОВ Билус Ғәлимйән улы (26.4.1961, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Иҫке Татыш а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) Илеш р‑нындағы В.И.Ульянов ис. к‑зда баш зоотехник. 1992 й. алып БНИИСХ‑ла: 1993—2004 йй. һәм 2009 й. башлап өлкән, 2005 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2007—08 йй. а.х....

ШӘРИФЙӘНОВ Вадим Рим улы

ШӘРИФЙӘНОВ Вадим Рим улы (23.12.1975, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БДУ‑ны тамамлаған (2001). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). 1992—94 йй. “Салауат Юлаев”, 1994—95 йй. Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү ҡ.), 2001—02 йй. “Лада” (Тольятти ҡ.)...

ШӘРИФУЛЛИН Шәйҙулла Шәрифулла улы

ШӘРИФУЛЛИН Шәйҙулла Шәрифулла улы [1883, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡораласыҡ а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) – 1959, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны 5–6‑сы участкалар ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Ибраһим а.], шағир‑импровизатор. 1920 йй. Илеш р‑нында йәшәй, колхозда эшләй. Уның “Сәсән”, “Милли музыка” шиғырҙары башҡорт милли...

ШӘРҠИ Заһид

ШӘРҠИ Заһид (ысын исеме Йосопов Заһид Ғәйфулла улы; 9.1.1901, Ырымбур ҡ. — 14.4.1961, Өфө), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. кандидаты. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған, Ҡыҙыл профес­сура ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1937). 1918 й. “Мөхбир” гәз. (Ырымбур), 1919 й. “Красный...

ШӘРҠИӘТ

ШӘРҠИӘТ, о р и е н т а л и с т и к а, Көнсығыш халыҡтары, цивилизациялары һәм илдәренең тарихын, иҡтисадын, те­лен, әҙәбиәтен, этнографияһын, сәнғәтен, динен, философияһын өйрәнгән комплекслы фән. Ш. эсендә ғәрәп фәне, башҡорттар тураһында фән, индология, монголдар т‑да фән, семитология, синология,...

ШӘРМӘЙЕТ ЗАВОДЫ

ШӘРМӘЙЕТ ЗАВОДЫ, 1759 й. мартында Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Ғәйнә улусы башҡорттарының ерҙәрендә Шәрмәйет й. (Кама й. басс.) буйында ген.‑аншеф А.И.Глебов тарафынан баҡыр иретеү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Глебов, 1769 й. алып Яковлевтар, 1858 й. башлап О.Н.Рошефор. Ольга тау округына...

ШӘҮӘЛИЕВ Рауил Рәшит улы

ШӘҮӘЛИЕВ Рауил Рәшит улы (3.2.1958, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Табанлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Бүздәк а.), хи­рург. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (1998). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында эш­ләй. 1986 й. башлап БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында: 1994 й. алып баш...

ШӘҮӘЛИЕВА Дилара Миңәхмәт ҡыҙы

ШӘҮӘЛИЕВА Дилара Миңәхмәт ҡыҙы (18.2.1940, ТАССР‑ҙың Әлмәт а.), инженер‑технолог. Ҡазан химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) 2003 й. тиклем ИПТЭР‑ҙа эшләй: инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р. Производство эшмәкәр­леге изоляция материалдарын эшләү һәм производствоға индереү, уларҙың файҙаланыу характеристикаларын...