Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШОКУРОВ Анисим Павлович

ШОКУРОВ Анисим Павлович [15.4. 1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Яңы Кәстәй а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 26.7.1990, Октябрьский ҡ.], археолог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1971), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1961). Урал дәүләт ун‑тында уҡыған (Свердловск ҡ., 1953—57). 1932 й. алып Баҡалы р‑нының...

ШОЛОМ Владимир Юрьевич

ШОЛОМ Владимир Юрьевич (12.2. 1955, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2009). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1983 й. алып өлкән инже­нер, 1985 й. – режим б‑са проректор. 1991 й. башлап “ӨАИ‑ның хужалыҡ иҫәбендәге...

ШОМБАЙ

ШОМБАЙ, фольклор персонажы, башҡорт әкиәттәре геройы. Хәйләкәр, алдаҡсы кешенең дөйөмләштерелгән образы. Шул уҡ исемле әкиәттә Ш. — үҙен һармаҡ итеп күрһәткән шаян кеше: байға ҡатыны хеҙмәтсе итеп Ш. исемле кешене алмаҫҡа ҡуша, әммә Ш. ауылда бөтә үҫмерҙәр ҙә бер үк исем йөрөтә тип байҙы ышандырып,...

ШОМБОЯ

ШОМБОЯ (Orobanche), шомбоя һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған хлорофилһыҙ паразит үҫемлектәр заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән ке­үек үҫемлектәр. Тамырҙары гаусторияларға (ҡыҫҡа итләс сүстәр) үҙгәргән, улар...

ШОҢҠАР, ҡош

ШОҢҠАР, ә т ә л г е (Falco rusticolus), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик, һирәгерәк уртаса бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—63 см, ата Ш. ауырлығы 0,8—1,3 кг, инә ҡоштарҙың — 1,4—2,1 кг, ҡанат йәйеме 126—160 см....

ШОҢҠАР”, әҙәби‑нәфис журналы

“ШОҢҠАР”, йәштәрҙең ижт.‑сәйәси, әҙәби‑нәфис журналы. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт са­ралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр (2007 й. авг. тиклем — 2 айға 1 тапҡыр) башҡорт телендә сыға. 1991 й. июненән “Ағиҙел” ж. эсендәге журнал булараҡ нәшер ителә, 1993 й. нояб. башлап үҙ аллы...

ШОҢҠАРОВ Ниғмәт Динәхмәт улы

ШОҢҠАРОВ Ниғмәт Динәхмәт улы [1.1.1931, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ташлы а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) – 4.3.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], фольклорсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Журналистар союзы ағзаһы (1963). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1954). 1958–90 йй. ТТӘИ‑лә ғилми...

ШОР ТЕЛЕ

ШОР ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Шорҙарҙың милли теле. Кемерово өлк., ш. уҡ Красноярск край­ында, Хакасияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 6 меңдән ашыу кеше (2002). Алтай теленә һәм хаҡас теленә яҡын. Ш.т. мрассу һәм кондома диалекттары айырыла. Мрассу диалекты 20 б. 20—30‑сы йй. әҙәби...

ШОРНИКОВ Дмитрий Владимирович

ШОРНИКОВ Дмитрий Владимирович (24.11.1961, Өфө ҡ. — 20.10.2020, шунда уҡ), спортсы. Химия фәндәре кандидаты (1991). Спорт туризмы буйына Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005), бөтә Рәсәй категориялы судья (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2008). ӨНИ‑не тамамлаған (1984)....

ШОРОХОВ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ШОРОХОВ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 30 кеше; 1939 — 78; 1959 — 169; 1989 — 130; 2002 — 137; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ШОРТ‑ТРЕК

ШОРТ‑ТРЕК (ингл. short trak, һүҙмә‑һүҙ — ҡыҫҡа юл), конькиҙа шыуыу спорты төрө, хоккей майҙансығында билдәләнгән ҡыҫҡа овал ябыҡ юлда йүгереү. Күпбәйгелә, айырым дистанцияларҙа һәм эстафетала ярыштар айырыла. Башҡортостанда Ш.‑т. 1987 й. Өфөләге 1‑се СДЮСШОР‑ҙа Ш.‑т. бүлексәһе асылыуға бәйле үҫешә (тренеры...

ШОРТГОРН ТОҠОМО

ШОРТГОРН ТОҠОМО, һыйыр малының ит‑һөт йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтары: ит һәм һөт‑ит. 18 б. Англияла урындағы ҡыҫҡа мөгөҙлө малдарҙы голланд һәм галловей тоҡомдарын башлап ҡасырыу юлы м‑н яҡшыртыу һәм малдарҙы ит һәм һөт продуктлылығы б‑са һайлап алыу һөҙөмтәһендә сығарыла. Рәсәйгә Ш.т. малы...

ШОСТАКОВИЧ Дмитрий Дмитриевич

ШОСТАКОВИЧ Дмитрий Дмитриевич (25.9.1906, С.‑Петербург — 9.8.1975, Мәскәү), композитор, пианист, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. СССР‑ҙың (1954), БАССР‑ҙың (1964) халыҡ артисы. Сәнғәт ғилеме д‑ры (1965), проф. (1939). Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1923, Л.В.Николаевтың...

ШӨҒӘЙЕПОВ Вәкил Шакир улы

ШӨҒӘЙЕПОВ Вәкил Шакир улы (29.8.1936, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Әлкә а. — 28.6.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), милли музыка ҡоралдары яһау оҫтаһы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Ҡазан художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1963) 77‑се урта мәктәптең рәсем һәм һыҙым уҡытыусыһы, 1966 й. алып...

ШӨҢГӘККҮЛ ЗАКАЗНИГЫ

ШӨҢГӘККҮЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1952 й. Шөңгәккүл тәбиғи комплексын һәм уның терр‑яһын һаҡлау өсөн зоол. заказник булараҡ ойошторола, 1965 й. алып тәбиғәт ҡомартҡыһы, 1995 й. хәҙ. статусын ала. Шишмә р‑ны Шөңгәккүл а. төньяҡ­көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 240 га. Заказник...

ШӨҢГӘККҮЛ, Дим й. басс. күл

ШӨҢГӘККҮЛ, Дим й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Шишмә р‑ны Шөңгәккүл а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Шөңгәккүл заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 2,4 км2, диам. — 1,6 км; һаҙланыу һөҙөмтә­ һендә күл 4 өлөшкә бүленгән. Аҫҡы пермгә ҡараған шишмә (алевролиттар, аргиллиттар,...

ШӨҢГӘККҮЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ШӨҢГӘККҮЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 588 кеше; 1939 — 1320; 1959 — 1257; 1989 — 2127; 2002 — 2553; 2010 — 2975 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002)....

ШРАГЕР Дмитрий Степанович

ШРАГЕР Дмитрий Степанович (Давид Соломонович; 6.9.1919, Иркутск губ. Баргузин ҡ. — 7.3.2009, Стәрлетамаҡ ҡ.), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ГИТИС эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курстарын тамамлаған (1969). 1968—69 йй....

ШРАМЧЕНКО Павел Платонович

ШРАМЧЕНКО Павел Платонович, дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1876). Дворяндарҙан. Нежин юридик лицейын (Чернигов губ.) тамамлағандан һуң Киев хәрби губернаторы канцелярияһында хеҙмәт итә: 1855 й. алып столоначальник ярҙамсыһы, 1865 й. — өлкән столоначальник. 1866 й. башлап Дәүләт канцелярияһында...

ШТАБЕЛЬ Альфред Артурович

ШТАБЕЛЬ Альфред Артурович (3.9. 1926, Һамар ҡ. – 6.11.2002, Өфө), график. БР‑ҙың халыҡ (2002), БАССР‑ҙың атҡ. (1976) рәссамы. Журналистар союзы (1958), Рәссамдар союзы (1974) ағзаһы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1955; педагогы Я.С.Хаст). 1957–87 йй. “Һәнәк” ж. художество мөхәррире....