Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШЫҠТЫМ

ШЫҠТЫМ, п и о н (Paeonia), шыҡтым һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, күбеһенсә Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда янтайыусан Ш. һәм дала Ш. үҫә. Тарбаҡлы тамырһабаҡлы һәм ҡеүәтле тамырлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары...

ШЫЛВА ЗАВОДЫ

ШЫЛВА ЗАВОДЫ, Б о р о в е ц к з а в о д ы, 1731 й. Шылва й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында И.Е.Небогатов тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына, 1749 й. завод өсөн ерҙәр Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттарынан ҡуртымға алына. Хужалары: Небогатовтар, 1755 й. алып К.И.Небогатов һәм П.Л.Красильников...

ШЫЛТЫРАУЫҠ

ШЫЛТЫРАУЫҠ (Rhinanthus), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер йыллыҡ ярымпаразит үләндәр. Һабаҡтары ябай йәки бер аҙ тарбаҡлы, яланғас тиерлек йәки бер аҙ төклө, ҡуйы ҡуңыр һыҙыҡлы,...

ШЫМА КҮРӘН

ШЫМА КҮРӘН (Juncus), шыма күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 250‑нән ашыу төрө билдәле, баш­лыса ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә, ш. уҡ бейек тау тропиктарында һәм субтропиктарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: альп Ш.к., быуынлы Ш.к., ҡара Ш.к., өймәксәскә Ш.к., әрмәнде...

ШЫМА ҠУРАЙ

ШЫМА ҠУРАЙ (Angelica), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 80) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа һәм Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: дарыулы Ш.ҡ., йәки айыу көпшәһе, урман Ш.ҡ., һаҙ Ш.ҡ. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, йыуан,...

ШЫМАМОРОНДАР

ШЫМАМОРОНДАР (Eptesicus), ярғанаттар отрядының шымаморондар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. 17 төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала таралған. БР‑ҙа 2 төрө осрай. Төн Ш. кәүҙә оҙонлоғо 6,4— 7,5 см, ауырлығы 15—30 г, ҡанаттары киң, ҡанат йәйеме 32—38 см. Мороно ҡуңыр йәки...

ШЫРЛЫҠ, Благовар р‑нындағы ауыл

ШЫРЛЫҠ, Благовар р‑нындағы ауыл, Яныш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡаҙанкүл й. (Ҡармасан й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й.– 767 кеше; 1920 — 1293; 1939 — 961; 1959 — 694; 1989 — 506; 2002 – 489; 2010 — 506 кеше. Башҡорттар,...

ШЫРТҮЛӘН

ШЫРТҮЛӘН (Setaria), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 120‑нән ашыу төрө билдәле, ер шарының тропик, субтропик, һирәк осраҡта уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда буҙ Ш. һәм йәшел Ш. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Сәскәлек аҫтындағы һабаҡтары бер аҙ ҡытыршы, төҙ, бейеклеге 5— 60 см. Япраҡтары...

ШЫРШЫ

ШЫРШЫ (Picea), ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Төрлө мәғлүмәттәр б‑са 35‑тән алып 50‑гә ти­клем төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер Ш. үҫә. 250— 500 йәшкә еткән күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры конус һымаҡ,...

ШЫРШЫ‑ТАРТЫШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ШЫРШЫ‑ТАРТЫШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Ҡарасайылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Һарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 821 кеше; 1920 — 896; 1939 — 757; 1959 — 554; 1989 — 396; 2002 — 410; 2010 — 366 кеше....