Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЮЛМӨХӘМӘТОВ Ринад Салауат улы

ЮЛМӨХӘМӘТОВ Ринад Салауат улы (17.1.1957, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Түб. Этҡол а., хәҙ. БР‑ҙың Ишембай р‑ны Үрге Этҡол а.), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), физика‑матем. ф. д‑ры (1987), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1982 й. алып Математика ин‑тында эшләй:...

ЮЛСУРИНА Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы

ЮЛСУРИНА Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25.4.1960, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (2002) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1983; Ә.К. Мәсәлимова класы) Бөрйән район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, 1996 й. алып Башҡорт филармонияһының артист‑вокалисы....

ЮЛТИМЕР, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ЮЛТИМЕР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Дияш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта Йондоҙ й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 255 кеше; 1959 — 282; 1989 — 329; 2002 — 301; 2010 — 274 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се...

ЮЛТЫЕВА Нинель Дауыт ҡыҙы

ЮЛТЫЕВА Нинель Дауыт ҡыҙы (3.2.1926, Өфө — 23.11.2014, Ҡазан), балет артисы, педагог, балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1957), БР‑ҙың (1995) һәм ТР‑ҙың (1996) халыҡ артисы. Проф. (1985). Д.Юлтыйҙың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1949; педагогы М.Ф.Романова), Ленинград консерваторияһын (1972; педагогы...

ЮЛТЫЙ (Юлтыев) Дауыт Исхаҡ улы

ЮЛТЫЙ (Юлтыев) Дауыт Исхаҡ улы [18.4.1896 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1893), Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Юлтый а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. Яҙыу­сылар­ союзы ағзаһы (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тыуған ауылындағы һ.б....

ЮЛЫЕВ Батыргәрәй Ғабдулмөхәмәт улы

ЮЛЫЕВ Батыргәрәй Ғабдулмөхәмәт улы [18.8.1861, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Йәрмөхәмәт а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 1915, Ырымбур губ. Орск өйәҙе 1‑се Этҡол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны)], этнограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Өфө­ ир­ балалар­ гимназияһын­ тамамлаған. Өфө губернаһында, 1891 й. алып...

ЮЛЫҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ЮЛЫҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1911 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) М.М.Рәмиев һәм Мөхәмәтшакир М.Рәмиев (ҡара: Рәмиевтәр) аҡсаһына төҙөлә. Ырымбур­ мосолман­ диниә ­назараты ҡарамағында була. Мәсет (20×12×8) бер ҡатлы, таштан һалынған, ҡыйығы 4 яҡлы, 5 ҡырлы михрабы (ғибәҙәт уйымы) бар....

ЮЛЫҠ МӘҘРӘСӘҺЕ

ЮЛЫҠ МӘҘРӘСӘҺЕ, урта уҡыу йорто. 19 б. башында Ырымбур­ өйәҙе Юлыҡ Ямы а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Юлыҡ а.) мәсете эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Ә.Мо­ҡаев. Ырымбур ­мосолман­ диниә ­на­зараты ҡарамағында була. Шәхси иғәнәләргә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис, мәсеттең (1911 й. алып Юлыҡ­ йәмиғ...

ЮЛЫҠ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЮЛЫҠ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 41 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Мағаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 435 кеше; 1920 — 1617; 1939 — 919; 1959 — 423; 1989 — 475; 2002 — 544; 2010 — 470 кеше. Башҡорттар, та­тарҙар...

ЮЛЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ЮЛЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 52 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 737 кеше; 1920 — 843; 1939 — 1132; 1959 — 905; 1989 — 835; 2002 — 805; 2010 — 741 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ЮЛЫШЕВ Ирек Ғәле улы

ЮЛЫШЕВ Ирек Ғәле улы [28.4.1934, Свердловск өлк. Барҙы р‑ны Танып а. (Пермь крайы)], агроном. А.х. ф. д‑ры (1989), проф. (1990). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Пермь а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Фалёнки селекция ст. (Киров өлк.) агроном‑орлоҡсолоҡ белгесе: 1960 й. алып...

ЮМАЛИН Бәҙретдин Абдулғәзе улы

ЮМАЛИН Бәҙретдин Абдулғәзе улы [15.7.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сәғит а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 19.1.1994, Яңы Петровка а., БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Иҫәнғол а. ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған(1967).1941 й. алып Ейәнсура р‑нында...

ЮМАТОВ Василий Степанович

ЮМАТОВ Василий Степанович [?—17.7.1848, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Йоматау а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны)], тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дворяндарҙан. Өфө өйәҙ судында судья булып хеҙмәт итә, “Оренбургские губернские ­ведомости” гәз. эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт халҡының археологияһына, фольклорына,­этно­графияһына,...

ЮМОР

ЮМОР (ингл. humour), ысынбарлыҡты көлкөлө итеп һүрәтләү ысулы. Ябай мәҙәктән айырмалы рәүештә, Ю. көлкө предметына уйланыбыраҡ ҡарарға, анализларға һәм борсолор­ға мәжбүр итә; көлкөгә ҡалдырыуға, көлкөнөң фаш итеүсе төрҙәренә (ирония, сатира) ҡаршы ҡуйыла. Башҡорт­ әҙәбиәтендәЮ. көлкөнөң бөтә төрҙәре...

ЮНАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ЮНАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Үтәғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 81 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 416; 1939 — 332; 1959 — 314; 1989 — 216; 2002 — 235; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ЮНЕСКО

ЮНЕСКО (UNESCO — United Nations Educational, Scientific and Cultural Organization), хөкүмәт‑ара ойошма. 1945 й. асыла. Штаб‑фатиры Парижда урынлашҡан. Составына 193 ағза­дәүләт (2010), ш. иҫ. Рәсәй­ Федера­цияһы (1954 й. алып), инә. Юғары етәксе органы — Ген. конференция, башҡарма органдары — Башҡарма...

ЮНОСТЬ, Шаран р‑нындағы ауыл

ЮНОСТЬ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 109 кеше; 1959 — 118; 1989 — 60; 2002 — 114; 2010 — 106 кеше. Сыуаш­тар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 20‑се...

ЮНЫС, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЮНЫС, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Үрге Ҡыйғы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 6 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 110 кеше; 1920 — 173; 1939 — 193; 1959 — 166; 1989 — 120; 2002—178;2010—161 кеше. Башҡорттар йәшәй(2002). Балалар баҡсаһы,...

ЮНЫСОВ Марат Сабир улы

ЮНЫСОВ Марат Сабир улы (18.3. 1940, Мәскәү), химик. РФА акад. (2003), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), химия ф. д‑ры (1974), проф. (1983). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Үзбәк ССР‑ы ФА‑нда (Ташкент) эшләй: Үҫемлек матдәләре химияһы ин‑тында (1981— 90 йй. лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1987—89 йй. химия‑технология...

ЮНЫСОВ Наил Кәбир улы

ЮНЫСОВ Наил Кәбир улы [10.1. 1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Тәтер‑Арыҫлан а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны)], тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. канд. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1978), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998), РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1998). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть...