Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯПОНИЯ

ЯПОНИЯ, Көнсығыш Азиялағы утрауҙа урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 372,8 мең км2. Баш ҡалаһы — Токио. Дәүләт башлығы — император. Халҡы — 126,9 млн кеше (2016): 98,5%‑ы — япондар. Рәсми тел — япон теле. Диндарҙарҙың күпселеге — синтоистар, буддистар. БР‑ҙың Я. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Я. мөнәсәбәттәре сиктәрендә...

ЯППАР‑ЙӘНБӘК, М и ш к ә, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ЯППАР‑ЙӘНБӘК, М и ш к ә, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 89 кеше; 1920 — 169; 1939 — 148; 1959 — 194; 1989 — 110; 2002 — 117; 2010 — 79 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ЯПРАҠ КЛАДОНИЯ

ЯПРАҠ КЛАДОНИЯ (Cladonia foliacea), кладония һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Горизонталь (беренсел) талломы ҡуйы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән 0,5— 2 см оҙонлоҡтағы һуҙынҡы бармаҡ кеүек теленмә тәңкәләрҙән ғибәрәт. Тәңкәләре һарғылт йәшел, аҫҡы яҡта тоноҡ һары, төбөндә ҡарараҡ төҫтә, урыны...

ЯПРАҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ

ЯПРАҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ, япраҡ кимергестәр (Chrysomelidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 50 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа яҡынса 100 төрө осрай: горчица япраҡ мыры, имән бөрсәһе, колорадо картуф ҡуңыҙы һ.б. Кәүҙәһе оҙонса түңәрәк, оҙонлоғо 1,2—20 мм. Төҫө...

ЯПРЫҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ЯПРЫҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Илсембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1052 кеше; 1920 — 1385; 1939 — 970; 1959 — 830; 1989 — 698; 2002 — 659; 2010 — 755 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ЯР ҠАРЛУҒАСЫ

ЯР ҠАРЛУҒАСЫ, к е р ә ш ә (Apus apus), яр ҡарлуғасы һымаҡтар отрядының керәшәләр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса һыҙатында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 16—18 см, ауырлығы 30—56 г, ҡанат йәйеме 42—48 см. Ҡауырһыны тығыҙ, ҡара‑көрән төҫтә, тамағы аҡһыл. Башы ҙур, яҫы. Суҡышы ҡара, ҡыҫҡа,...

ЯР‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ЯР‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 418 кеше; 1920 — 396; 1939 — 447; 1959 — 435; 1989 — 468; 2002 — 504; 2010 — 539 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәҙәниәт...

ЯРАН

ЯРАН 1) (Geranium), яран һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 350‑нән ашыу төрө билдәле, күбеһенсә Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 11 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк бер йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тарбаҡлы, төҙ, күтәрелеүсән, һирәк осраҡта түшәлеүсән,...

ЯРАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЯРАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ярат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 150 кеше; 1920 — 183; 1939 — 132; 1959 — 459; 1989 — 564; 2002 — 599; 2010 — 516 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ЯРҒАНАТТАР

ЯРҒАНАТТАР (Chiroptera), имеҙеүселәр отряды. 18 ғаиләһе, 900‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда 12 төрө осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Я. 8 төрө индерелгән: эңер ярғанаты, һыу төн күбәләге, этбаш төн күбәләге, яр төн күбәләге, ваҡҡолаҡ ярғанат, киске ваҡ ҡолаҡ ярғанат, ҡара шымаморон, төн шымамороно. А.Г.Яковлев...

ЯРҘАМСЫ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

ЯРҘАМСЫ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, пр‑тиеның, ойошманың, учреждениеның а.х. продукцияһын етештереүҙе арттырыу, хеҙмәт коллективтары ағзаларының өҫтәлмә аҙыҡ‑түлеккә ихтыяжын тәьмин итеү (ашханаларҙы, балалар баҡсаларын, лагерҙарҙы, ял базаларын тәьмин итеү, хеҙм‑рҙәргә һатыу) маҡсатында булдырылған һәм юридик шәхес...

ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ

ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, бәләкәй үлсәмдәге газ турбиналы двигатель. Компрессор м‑н ҡыҫылған һауа алыу, ш. уҡ даими һәм үҙгәреүсән ток генераторҙары булыуы хас. Ҡыҫылған һауа — төп двигателдәрҙе эшләтеп ебәреү, кондициялау системаларын, электр генераторҙарының приводтарын тәьмин итеү өсөн самолёт...

ЯРКАЛОВ Алексей Назарович

ЯРКАЛОВ Алексей Назарович [ысын исеме Йәркәев Хөснулла Хәбибназар улы; 28.12.1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Инйылға а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 1972, Дүшәнбе], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Төньяҡ, Ленинград, 3‑сө Балтик буйы һәм 2‑се...

ЯРЛЫ КӘРИМ

ЯРЛЫ КӘРИМ [ысын исеме Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы; 1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 1937, Өфө], шағир. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Кәримдеңағаһы. Төрлө мәҙрәсәләрҙә, Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик ун‑тында (Мәскәү, 1921—22) уҡый. Граждандар һуғышы йылдарында...

ЯРЛЫҠ

ЯРЛЫҠ (төркисә — фарман, әмер, бойороҡ), айырым кешеләргә, халыҡ төркөмдәренә, ҡәбиләләргә хоҡуҡтар һәм өҫтөнлөктәр биреү т‑да документ; тәүҙә Монгол империяһында таралыу ала. Я. төрҙәре: указдар, закондар, адм. күрһәтмәләр, жалованный грамоталар (суюргаль — хәрби хеҙмәт өсөн ер биреү, хеҙмәт — вазифа...

ЯРЛЫҠАПОВ Абрар Бәҙретдин улы

ЯРЛЫҠАПОВ Абрар Бәҙретдин улы [12.7.1942, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Матрай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1997), проф. (2007). Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы (1985—87). БАХИ‑ны (1964), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (1974) һәм Ижт. фәндәр акад. (1981; икеһе лә —...

ЯРЛЫЛАР КОМИТЕТЫ

ЯРЛЫЛАР КОМИТЕТЫ, 1918—20 йй. Рәсәйҙә ауыл ярлыларының ауыл һәм улус ойошмалары. РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 11 июнендәге “Ауыл ярлыларын ойоштороу һәм тәьмин итеү тураһында” декретына ярашлы аҙыҡ‑түлек отрядтарына продразвёрстканы ғәмәлгә ашырыуҙа (ҡара: Хәрби коммунизм) булышлыҡ итеү өсөн булдырыла. Урындағы...

ЯРМА КУЛЬТУРАЛАРЫ

ЯРМА КУЛЬТУРАЛАРЫ, үҫтерелгән үҫемлектәр, орлоҡтары башлыса ярма әҙерләү өсөн файҙаланыла. Күпселек Я.к. (дөгө, могар, сорго, тары һ.б.) — бажат һымаҡтар ғаиләһе, ҡарабойҙай — ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһе вәкилдәре. Я.к. йылы яратыусы үҫемлектәр, сорго һәм тары ҡоролоҡҡа сыҙамлы культураларға ҡарай,...

ЯРМУЛЛИН Азат Шакирйән улы

ЯРМУЛЛИН Азат Шакирйән улы (4.11.1975, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Үрге Сәлим а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2004). С.Ш. Ярмуллиндыңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1998). 1999 й. башлап “Башҡортостан” ДТРК‑нда программа алып барыусы, 2000 й. — радио тапшырыу студияһы, 2001 й. — телевидение студияһы...

ЯРМУЛЛИН Сәлмән Шакирйән улы

ЯРМУЛЛИН Сәлмән Шакирйән улы (24.9.1969, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Үрге Сәлим а.), журналист. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2018), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2009), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). Журналистар союзы ағзаһы (1991). А.Ш. Ярмуллиндыңағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1989—90...