Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯХИНА Әнисә Алтынтимер ҡыҙы

ЯХИНА Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (11.5.1952, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Табылды а.), эстрада артисы. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын (1976), ӨДСИ‑не (1989; Ғ.Ғ. Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1970 й. алып Башҡорт ҡурсаҡ театры актрисаһы, 1974 й. —...

ЯХЪЯ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЯХЪЯ, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 609 кеше; 1920 — 609; 1939 — 512; 1959 — 432; 1989 — 268; 2002 — 368; 2010 — 333 кеше....

ЯҺАҠ

ЯҺАҠ, Урал‑Волга буйы һәм Себер халыҡтарына һалынған натуралата йәки аҡсалата һалым. Рус поданныйлығын ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар Монгол империяһына, Алтын Урҙаға, 15 б. уртаһынан Нуғай Урҙаһына, Ҡазан ханлығына, Себер ханлығына Я. түләгән. Я. (һунарсынан инә төлкө йәки ярты һыуһар йәки улустан...

ЯҺАҠ КИТАПТАРЫ

ЯҺАҠ КИТАПТАРЫ, яһаҡлы кешеләр һәм яһаҡтүләү т‑да мәғлүмәтте үҙ эсенә алған Себер һәм Волга буйы улустары исемлеге. Түләүселәргә түләү т‑да квитанция бирелгән. 16 б. уртаһынан — 18 б. башынан Я.к. төҙөүгә Ҡазан һарайы приказы етәкселек иткән. 1701 й. приказ архивындағы янғындан һуң аҫаба һәм финанс...

ЯҺАҠЛЫ КЕШЕЛӘР

ЯҺАҠЛЫ КЕШЕЛӘР, Урал‑Волга буйында һәм Себерҙә яһаҡтүләүселәр. Шәхсән ирекле булған һәм дәүләт файҙаһына йөкләмәләр үтәгән. Я.к. 18—50 (һуңыраҡ 16—60) йәшлек ирҙәр ингән. Башҡорттар ергә яһаҡ түләгән һәм уны аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һаҡлау нигеҙе тип иҫәпләгән. Яһаҡ китаптары...

ЯҺАҠЛЫ КРӘҪТИӘНДӘР, ҡара: Яһаҡлы кешеләр.

ЯҺАҠЛЫ КРӘҪТИӘНДӘР, ҡара: Яһаҡлы кешеләр.  

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР

ЯҺАЛМА АУЫРЫУҘАР, билдәле ауырыуҙың классик билдәләренә өлөшләтә йәки тулыһынса тап килгән, аңлы рәүештә ҡылынған физик, химик йәки биол. тәбиғәтле тышҡы зарарлаусы факторҙар тәьҫирендә тыуҙырылған ауыртыныу торошо. Я.а. төрлө категориялы граждандар тарафынан ниндәй ҙә булһа йөкләмәнән баш тартыу (хәрбиҙәр...

ЯҺАЛМА БӨЙӨР

“ЯҺАЛМА БӨЙӨР”, г е м о д и а л и з а т о р, экстракорпораль гемодиализ өсөн аппарат, ҡандан алмашыу продукттарын һәм ағыулы матдәләрҙе сығарыу, организмда һыу‑электролит һәм кислота‑һелте балансын көйләү өсөн ҡулланыла. “Я.б.” эшләү принцибы үҙ эсенә ҡандың физиол. концентрацияларға яҡын төп электролиттарын,...

ЯҺАЛМА КҮН

ЯҺАЛМА КҮН, техник, галантерея изделиеларын әҙерләү, аяҡ кейеме, өҫ кейеме, баш кейеме тегеү өсөн тире урынына ҡулланылған полимер материал. Етештереү ысулы, баштағы материал тибы б‑са аяҡ кейеме резинаһына, ҡаты йәки йомшаҡ Я.к. (ҡатырға тибындағы); тәғәйенләнеше б‑са — аяҡ кейеме, өҫ кейеме, галантерея...

ЯҺАЛМА ҠАСЫРЫУ

ЯҺАЛМА ҠАСЫРЫУ, инә малды аталандырыу маҡсатында уның енси юлдарына сперманы яһалма индереү ысулы. А.х. малдарын Я.ҡ. тоҡом етештереүселәрҙе интенсив ҡулланырға һәм ҡыҫҡа ваҡытта малдың тоҡом сифаттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Я.ҡ. малды ҡасырыу ваҡытында йоға торған инфекцион ауырыуҙарҙы (бруцеллёз,...

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР, автомобиль юлдарында, тимер юлдарҙың башҡа юлдар, йылғалар, йырындар һ.б. ҡаршылыҡтар м‑н киҫешкән урындарында ҡорола. Я.ҡ. һыу үткәргән объекттар (күперҙәр, торбалар) һәм юлдар киҫешкән урындағы юл күперҙәре, тау юлдарындағы махсус ҡоролмалар (тоннелдәр, эстакадалар һ.б.) инә. 1952...

ЯШИН Захарий Михайлович

ЯШИН Захарий Михайлович (18.9. 1885, Ҡазан губ. Тәтеш өйәҙе — 1965, Өфө), агроном. Техник ф. канд. (1935), проф. (1958). Соц. а.х. отличнигы (1943). Үҙәк Рәсәйҙә һәм Алыҫ Көнсығышта рев‑ция хәрәкәтендә ҡатнашыусы (1904—12). Воронеж а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1922) шунда уҡ (өҙөклөктәр м‑н) эшләй...

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы (27.9. 1958, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2010), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1987 й. тиклем Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап 2‑се акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...