Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒИНИӘТУЛЛИНА Светлана Ғәйнулла ҡыҙы

ҒИНИӘТУЛЛИНА Светлана Ғәйнулла ҡыҙы (7.7.1975, БАССР-ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), актриса. БР-ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2005) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; А.И.Карякин, Т.Н.Хәйбуллина курсы) Стәрлетамаҡ ҡала урыҫ драма театры актрисаһы. Төрлө пландағы...

ҒИРФАНОВ Агиш Шәйех улы

ҒИРФАНОВ Агиш Шәйех улы [14.4.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 8.11.1999, Өфө], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Учалы р‑ны Наурыҙ урта мәктәбендә...

ҒИРФАНОВ Вәкил Кәли улы

ҒИРФАНОВ Вәкил Кәли улы [25.1.1909, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 10.5.1980, Өфө], агробиолог, йәмәғәт эшмәкәре. А.х. ф. д‑ры (1965), проф. (1967). РСФСР‑ҙың (1969) һәм БАССР‑ҙың (1957) атҡ. фән эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан...

ҒИРФАНОВ Солтан Ғирфан улы

ҒИРФАНОВ Солтан Ғирфан улы [3.7.1913, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 31.3.1989, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Ҡыйғы р‑нында эшләй: 1938 й. башлап баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1946 й. — йылҡысылыҡ...

ҒИРФАТУЛЛИН Урал Рәхмәтулла улы

ҒИРФАТУЛЛИН Урал Рәхмәтулла улы (27.7.1956, Өфө), театр һәм йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың (2006) һәм ТР‑ҙың (2001) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1979; П.Р.Мельниченко курсы) Респ. урыҫ драма театры актёры, 1987 й. алып постановка бүлеге мөдире, 1989 й. —...

ҒИСМӘТУЛЛИН Абдулла Төхвәтулла улы

ҒИСМӘТУЛЛИН Абдулла Төхвәтулла улы (14.3.1883, Турғай өлк. Ҡустанай ҡсб – 10.6.1938, Өфө), педагог, дәүләт эшмәкәре, журналист. Троицк ҡ. мәҙрәсә тамамлаған, 1911—14 йй. Психоневрология ин‑тында уҡый (С.-Петербург). 1907 й. алып “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) уҡыта. 1918 й. башлап Милләттәр эштәре...

ҒИШВАРОВ Әнәс Сәйет улы

ҒИШВАРОВ  Әнәс  Сәйет  улы  (10.10.1950, Коканд ҡ.),  инженер-механик. Техник ф. д-ры (1993), проф. (1994). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973), 1975 й. алып шунда уҡ эшләй (2001 й. башлап авиация двигателдәре каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге авиацияла, ракеталар төҙөүҙә, энергия...

ҒОСМАНОВ Искәндәр Үзбәк улы

ҒОСМАНОВ Искәндәр Үзбәк улы (22.1.1971, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006). Ү.Ғ.Ғосмановтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Дүртөйлө р‑ны “Маяҡ" к‑зының баш иҡтисадсыһы. 1995 й. алып БДАУ‑ҙа, 1996 й. — БНИИСХ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1999 й. башлап бүлек начальнигы. 2005 й. алып РФ Үҙәк банкыһы...

ҒОСМАНОВ Рәсүл Үзбәк улы

ҒОСМАНОВ Рәсүл Үзбәк улы (19.12.1972, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). Ү.Ғ.Ғосмановтың улы. БДАУ‑ҙы тамамлағандан һуң (1995) шунда уҡ эшләй. 1995 й. окт. алып “Башҡортостан" агросәнәғәт банкыһында төп иҡтисадсы. 1996 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БНИИСХ‑ла: өлкән, 2000 й. окт. алып төп ғилми хеҙм‑р,...

ҒОСМАНОВ Үзбәк Ғосман улы

ҒОСМАНОВ Үзбәк Ғосман улы (13.8.1935, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Таймырҙа а. — 25.9.2016, Дүртөйлө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), иҡтисадсы. Рәсәй а.х. ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1997), БР ФА акад. (1991), иҡт. ф. д-ры (1988), проф. (1991). РФ-тың (1994), БАССР-ҙың (1984) атҡ. фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлағандан...

ҒОСМАНОВ Хәйрулла

ҒОСМАНОВ Хәйрулла, У с м а н о в Х. [1848 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1846), Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а. — 1907, Өфө], дин эшмәкәре, мөҙәрис. Ахун (1888). Вятка губ. Мачкара а. мәҙрәсәһен тамамлаған. 1888 й. Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, унда мәҙрәсә (уның хөрмәтенә “Ғосмания” исеме...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы (9.12.1949, Ишембай ҡ. — 15.7.2017, шунда уҡ), график. РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1979). П.П.Беньков ис. Ташкент художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969) Ташкентта, 1980 й. алып Ишембайҙа эшләй. 1992—96 йй. Рәсәй һынлы сәнғәт...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН М.Х. МУЗЕЙЫ

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН М.Х. МУЗЕЙЫ, Миәкә р‑ны Өршәкбаш-Ҡарамалы а. урынлашҡан. 1965 й. ойошторола, 1991—2006 йй. Милли музей филиалы, 2010 й. алып Үҙәк мәҙәниәт һарайы (Ҡырғыҙ-Миәкә а.) составында. Экспозицияһы 1982 й. асыла. Музей фондында 270‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.Х.Ғөбәйҙуллиндың шәхси әйберҙәре,...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Мансур Садиҡ улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Мансур Садиҡ улы [29.11.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Әлшәй а. (хәҙ. БР-ҙың Әлшәй р-ны Раевка а.) – 10.12.2008, Өфө], иҡтисадсы. БР ФА-ның почётлы акад. (1996), иҡт. ф. д-ры (1978). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Марсель Ғәлиулла улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Марсель Ғәлиулла улы (3.7.1948, БАССР‑ҙың Илеш районы Түбәнге Сереккүл а.), геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2003), профессор (2009). РФ‑тың атҡаҙанған геологы (2011). Пермь университетын тамамлағандан һуң (1972) 1975 й. тиклем Ҡустанай геофизика экспедицияһында (Ҡаҙағстан),...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Миңлеғәли Хәбибулла улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Миңлеғәли Хәбибулла улы [28.10.1923 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 8.3.1921), БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Өршәкбаш-Ҡарамалы а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.3.1944, Украина ССР-ы Дудчаны а. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия лейт. (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Буйнаҡ хәрби пехота уч-щеһын...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Мырҙахан улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Мырҙахан улы [4.5.1953, БАССР-ҙың Боҙаяҙ районы Исмәғил а. (БР-ҙың Ауырғазы районы)], инженер-механик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), профессор (2011). БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013). БАХИ-ны (1981), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1990) тамамлаған. 1975...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Шәғбән улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Шәғбән улы [23.11.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 19.3.2011, Өфө], муз. белгесе, композитор. Сәнғәт ғилеме канд. (1968). Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1960; Н.Ғ.Йыһанов һәм А.С.Леман класы) 1976 й....

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Ренат Рәмил улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Ренат Рәмил улы (10.6.1973, Өфө), анестезиолог-реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1996) 2000 й. тиклем ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, бер үк ваҡытта 4‑се бала табыу йортонда (икеһе лә — Өфө) эшләй. 2001 й. алып Мәскәүҙә: Рәсәй халыҡтар дуҫлығы ун‑тында, 2005 й. —...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Рөстәм Мансур улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Рөстәм Мансур улы (8.10.1946, Өфө), пианист. Проф. (2009). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). М.С.Ғөбәйҙуллиндың улы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1971; О.М.Жукова класы) 1992 й. тиклем һәм 1998 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта, 1992—98 йй. Сүриә Юғары музыка һәм театр ин‑тында (Дамаск)...