Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм (1765— 31.1.1840, Өфө), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1825—40). Ахун (1805). Тархан (1817). Ҡазанда мәҙрәсә һәм Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1799 й. алып Ырымбур ҡала муллаһы, 1805 й — 1‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре)...

ҒӘБДРӘХИМОВ Камил Мәхмүт улы

ҒӘБДРӘХИМОВ Камил Мәхмүт улы (6.2.1962, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ваныш‑Алпауыт а.), урмансылыҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. урмансылыҡ белгесе (2010). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй: 2003 й. алып урман культуралары каф. мөдире, 2006 й. — ер төҙөлөшө һәм урман...

ҒӘБДРӘХИМОВ Марат Миңлеәсләм улы

ҒӘБДРӘХИМОВ Марат Миңлеәсләм улы (12.6.1962, Өфө), тренер. Кикбоксинг б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1997), тай боксы б-са халыҡ-ара категориялы судья (1994). РФ‑тың (2017) һәм БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2003). Урал физик культура акад. тамамлаған (2006). 1995 й. алып 8-се ДЮСШ, 2004 й. – 24-се...

ҒӘБДРӘХИМОВ Мәүлитйән Сәғитйән улы

ҒӘБДРӘХИМОВ Мәүлитйән Сәғитйән улы (31.12.1941, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Туймазы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976), РФ‑тың почётлы юғары һәм проф. белем биреү хеҙм‑ре...

ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы

ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы [25.10.1903, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Ҡандра а. (БР‑ҙың Туймазы районы) — 5.4.1975, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Бүздәк ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем һәм 1946 й. алып Туймазы һәм Бүздәк район ҡулланыусылар союздарының...

ҒӘБДҮК, Белорет р-нындағы ауыл

ҒӘБДҮК, Сысҡан, Белорет р-нындағы ауыл, Йөйәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 158 км һәм Йөйәк т. юл ст. Т.-Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 417 кеше; 1920 – 334; 1939 – 375; 1959 – 383; 1989 – 440; 2002 – 461; 2010 — 558 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...

ҒӘБИҘУЛЛИН Зәйнулла Ғәйнулла улы

ҒӘБИҘУЛЛИН Зәйнулла Ғәйнулла улы [10.10.1941, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Әрмет а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 8.8.2014, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1972)....

ҒӘБИҘУЛЛИН Самат Мәһәҙи улы

ҒӘБИҘУЛЛИН Самат Мәһәҙи улы (30.10.1939, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Аҫҡар а. — 21.3.1997, БР‑ҙың ш. уҡ районы Иҫке Собханғол а.), шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Бүздәк р‑ны Ҡаңны‑Төркәй урта мәктәбендә эшләй, 1966 й. алып “Красный...

ҒӘБИТ СӘСӘН

ҒӘБИТ СӘСӘН [ысын исеме Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы; 1856 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1850), Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Иҙрис а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Иҙрис а., — 1921, шунда уҡ], башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. Ишмөхәмәт сәсәндең уҡыусыһы. Ғ.с. репертуары бай һәм күп төрлө....

ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы

ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы (3.5. 1962, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.) инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). И.Ә.Ғәбитовтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре төҙөлөш конструкцияларының коррозияға сыҙамлы...

ҒӘБИТОВ Зариф Нурый улы

ҒӘБИТОВ Зариф Нурый улы [20.4.1887, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 8.4.1928, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. 1905—07 йй. Англияла штейгерға уҡый. Революцияға (1917) тиклем Рәмиевтәрҙең алтын приискыларында тау мастеры, Етеғара руднигында (Аҡмулла өлкәһе) идарасы була, 1910—16 йй. Тамъян-Түңгәүер...

ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы

ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы (22.12. 1963, Белорет ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). И.Ә.Ғәбитовтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй: 1996—99 йй. фәнни эштәр б‑са проректор, 2001 й. алып тракторҙар һәм автомобилдәр каф. мөдире,...

ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы

ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы (25.11.1939, БАССР-ҙың Бөрйән р-ны Ғәлиәкбәр а.), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. РФ-тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994). Стәрлетамаҡ пед. ин-тын (1961), БАХИ‑ны (1972), КПСС ҮК‑һы эргәһендәге юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1977) тамамлаған. 1961 й. алып Бөрйән һәм Белорет р‑ндарында...

ҒӘБИТОВ Миҙхәт Исмәғил улы

ҒӘБИТОВ Миҙхәт Исмәғил улы [13.1.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Дәүләт а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 10.10.2010, Сибай ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1961). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950—82 йй. Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тында эшләй: экскаватор машинисы, 1966 й. алып электромеханик. Ғ. ҡатнашлығында тау ҡорамалдарын...

ҒӘБИТОВ Рәйеф Лотфулла улы

ҒӘБИТОВ Рәйеф Лотфулла улы [25.11.1913, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) —  1943], композитор. Композиторҙар союзы ағзаһы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур башҡ. пед. техникумын (1932), Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын (1942; В.А.Белый класы) тамамлаған....

ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы

ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы [1.2.1943, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Бекетов а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 16.6.2016, Өфө], хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында эшләй (1995—2011 йй. экологик, хеҙмәт һәм финанс хоҡуҡтары...

ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы

ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы (5.12.1952, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Аҙналы а.), бейеүсе, балетмейстер. Ф.Ғ.Ғәбитовтың улы. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1974—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2000 й. алып художество етәксеһе, 2003 й. —...

ҒӘБИТОВ Фәтих Ғәбит улы

ҒӘБИТОВ Фәтих Ғәбит улы [15.3. 1910, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҙналы а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 8.9.1990, шунда уҡ], халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1923 й. алып Белорет р‑нында эшләй: 1939—41 йй. “Боғанаҡ” к‑зы бригадиры, 1946—51 йй. рәйесе; 1941 й. — “Яҡтылыҡ” к‑зы, 1942...

ҒӘБИТОВ Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы

ҒӘБИТОВ Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы [1886 й. майы, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбделкәрим а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 14.4.1938, Төньяҡ- көнсығыш хеҙмәт м‑н төҙәтеү лагеры, Алыҫ Көнсығыш крайы Магадан ҡсб], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый (1909—12)....

ҒӘҘЕЛБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ҒӘҘЕЛБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, 1‑се Этҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 28 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Батҡаҡлы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 215 кеше; 1920 — 498; 1939 — 265; 1959 — 295; 1989 — 330; 2002 — 347; 2010 — 309 кеше. Башҡорттар...