Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘЙНИӘХМӘТОВ Дамир Фларит улы

ҒӘЙНИӘХМӘТОВ Дамир Фларит улы (28.1.1977, Өфө), спортсы. Тхэквондо б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (2001). 15-се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе, 1995—2003 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренеры С.Н.Игнатьев). Тхэквондо б‑са Рәсәй чемп....

ҒӘЙНУЛЛИН Венер Кәлимулла улы

ҒӘЙНУЛЛИН Венер Кәлимулла улы (5.1.1943, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Арыҫлан а.), тренер. Грек-рим көрәше буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2001), халыҡ‑ара (1995) һәм бөтә Союз (1982) категориялы судья. БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура...

ҒӘЙНУЛЛИН Миҙхәт Фазлый улы

ҒӘЙНУЛЛИН Миҙхәт Фазлый улы (13.11.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бәләкәй Өстүбә а. — 15.3.2001, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР- ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев...

ҒӘЙНУЛЛИНА Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы

ҒӘЙНУЛЛИНА Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (6.9.1947, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Яңы Күл а.), акушер-гинеколог, профпатолог. Мед. ф. д‑ры (1999). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. табибы. Журналистар союзы ағзаһы (1997). БДМИ‑ны тамамлаған (1973). 1975 й. алып Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй:...

ҒӘЙФУЛЛИН Абдрахман Зәйнулла улы

ҒӘЙФУЛЛИН Абдрахман Зәйнулла улы [6.9.1908, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Яубүләк а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 17.4.1945, Хоэнвутцен ҡсб янында, Германия], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия лейтенанты. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. юғары коммунистик а.х. мәктәбен (Өфө, 1935), РККА‑ның командирҙар составын...

ҒӘЙФУЛЛИН Миңләхмәт Зиннәт улы

ҒӘЙФУЛЛИН Миңләхмәт Зиннәт улы [28.8.1914, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Бүреҡаҙған а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 19.4.2002, Ишембай ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). 1933—69 йй. “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында быраулаусы, быраулау мастеры булып эшләй. Ишембай нефть ятҡылығын, Кинйәбулат нефть...

ҒӘЙФУЛЛИН Эдуард Зөфәр улы

ҒӘЙФУЛЛИН Эдуард Зөфәр улы (27.10.1945, Өфө), фаготсы. РФ‑тың атҡ. артисы (2009), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1974; Я.Ф.Шуберт класы). 1972—84 йй., 2003—05 йй. БДОБТ оркестры артисы, 1986—87 йй. урта махсус...

ҒӘЙФУЛЛИНА Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы

ҒӘЙФУЛЛИНА Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы [12.12.1938, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Ҡандра‑Ҡотой а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1960). 1954 й. алып Туймазы р‑нының А.Матросов ис. к‑зында эшләй: сусҡа ҡараусы, 1962 й. — комплекслы бригада бригадиры, 1971—74 йй. һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977— 93 йй. зоотехник....

ҒӘЙФУЛЛИНА Рәсимә Риф ҡыҙы

ҒӘЙФУЛЛИНА Рәсимә Риф ҡыҙы (4.5.1964, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Нәсибаш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2002) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) — Йәш тамашасы театры (ҡара: Милли Йәштәр театры), 1991 й. алып “Нур” Өфө татар театры...

ҒӘЙФУЛЛИНА Эльвира Хәйретдин ҡыҙы

ҒӘЙФУЛЛИНА Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (10.6.1950, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ.), хор дирижёры. Проф. (1997). РФ‑тың (1998) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ артисы (2009). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1976; М.П.Фоменков класы)...

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Ишмөхәмәт Ғилметдин улы

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1.1.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Сораман а. — 10.10.2015, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), филол. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). РФ‑тың (2005) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү...

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Фәтхелислам Ғәйнислам улы

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Фәтхелислам Ғәйнислам улы [1.1.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Исай а. (БР-ҙың Нуриман р-ны) – 23.4.1995, Өфө], актёр, режиссёр. РСФСР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1980), БАССР- ҙың атҡ. артисы (1957). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр- художество...

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА Наилә Ғизетдин ҡыҙы

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА Наилә Ғизетдин ҡыҙы (3.1.1946, БАССР‑ҙың Архангел районы Тирәкле а.), диктор. РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), БР‑ҙың халыҡ артисы (1993), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1981). Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң (1965; Р.С.Сыртланов курсы) “Башҡортостан” ТРК‑һында эшләй. Йомшаҡ,...

ҒӘЛИ Муса

ҒӘЛИ Муса [ысын исеме Ғәлиев Ғабдрахман Ғәли улы; 15.10.1923, БАССР- ҙың Өфө кантоны Иҫке Муса а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 15.1.2004, Өфө], шағир. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын (1952), СССР Яҙыусылар...

ҒӘЛИӘКБӘР, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ҒӘЛИӘКБӘР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ғәлиәкбәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 178 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 216 кеше; 1920 — 337; 1939 — 231; 1959 — 365; 1989 — 492; 2002 — 470; 2010 — 483 кеше. Башҡорттар...

ҒӘЛИӘКБӘРОВ Әхтәм Хөснулла улы

ҒӘЛИӘКБӘРОВ Әхтәм Хөснулла улы [10.1.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Уҫылы а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 8.12.1990, шунда уҡ], комбайнсы. 1945—53 йй. һәм 1965—90 йй. Стәрлетамаҡ р‑нының Салауат ис. к‑зында эшләй (1973 й. алып бригадир), 1953—65 йй. Уҫылы МТС‑ы комбайнсыһы. СССР‑ҙың Дәүләт...

ҒӘЛИӘКБӘРОВ Вил Фәйзулла улы

ҒӘЛИӘКБӘРОВ Вил Фәйзулла улы (18.12.1946, БАССР-ҙың Байҡыбаш р-ны Үреш спиртзаводы ҡсб, хәҙ. БР-ҙың Ҡариҙел р-ны Ҡыҙыл Үреш а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д-ры (2002), проф. (2003). БАССР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1990—2001 йй. хисаплау...

ҒӘЛИӘКБӘРОВ Наил Ҡорбан улы

ҒӘЛИӘКБӘРОВ Наил Ҡорбан улы (22.4.1958, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р-ны Лена ҡсб), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). ДОСААФ спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Күмертау ҡ.; тренерҙары А.П.Прищепо, В.П.Чапало). Рәсәй шәхси чемпионаты еңеүсеһе (1993), СССР команда...

ҒӘЛИӘСКӘРОВ Зөфәр Карам улы

ҒӘЛИӘСКӘРОВ Зөфәр Карам улы [13.3.1938, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Байҡы-Юныс а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 19.4.2002, Тула ҡ.], аппаратсы. 1956 й. алып “Щёкиноазот” ААЙ‑нда (Тула өлк.) эшләй. Ғ. ҡатнашлығында пр‑тиела хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең һәм производствоны интенсивлаштырыуҙың Щёкин ысулы...

ҒӘЛИӘСКӘРОВ Фәнәүи Муллайән улы

ҒӘЛИӘСКӘРОВ Фәнәүи Муллайән улы (22.3.1937 Силәбе өлк. Минйәр ҡсб), инженер-технолог. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2002). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1976—78 йй. һәм 1992 й....