Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ

ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ, Урал алды бөгөлөндә ятҡан һәм уны Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, Ағиҙел депрессияһы уйпатлыҡтарына бүлгән субкиңлек йүнәлешле тектоник структура. Ҡ.ҡ. төҙөлөшөндә Ҡаратау, Турғай тауҙары һәм Ажығарҙаҡ (Минйәр) антиклинорийҙарының төньяҡ ҡанаттарын ҡатмарлаштырған һәм киҫеп үткән субкиңлектәге...

ҠАРАТАУ, һырт

ҠАРАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Нуриман, Салауат р‑ндары һәм Силәбе өлк. буйлап Шарҙалы й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) алып Һалдыбаш й. киңлек ағымына тиклем субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Оҙонлоғо 80 км, көнбайыш өлөшөнөң киңлеге 10—13 км, урта өлөшөнөң — 5—6 км, көнсығыш өлөшөнөң...

ҠАРАТАУИ

ҠАРАТАУИ, рифейҙың үрге хроностратиграфик бүлексәһе, уның стратотип киҫелешен тамамлай. Йәше 1030±30 млн йыл — 600±10 млн йыл. Юрматыни өҫтөндә ята, йыуылыу аша венд менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар хас. Б.М.Келлер тарафынан айырып күрһәтелә (1952). О.П.Горяинова,...

ҠАРАТАШ, тау

ҠАРАТАШ, тау түбәһе, Ҡырҡтытау һыртының иң бейек нөктәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Әбйәлил р‑ны Буранғол а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 1118 м, оҙонлоғо яҡынса 4 км, киңлеге 1 км тирәһе. Формаһы һуҙылған. Таш ҡаласыҡтары (бейеклеге 8—10 м) булған, билән (тәрәнлеге 20...

ҠАРАТАШ, һырт

ҠАРАТАШ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ҡатасҡын, Айғыр (Кесе Инйәр й. ҡушылдыҡтары) һәм Минйәк (Инйәр й. ҡушылдығы) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 17 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 6 км, көньяҡ өлөшөнөң — яҡынса 4 км, абс. бейеклеге 919 м. Һыртта...

ҠАРАТӘКӘ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠАРАТӘКӘ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1153 кеше; 1920 – 1531; 1939 – 1144; 1959 – 748; 1989 – 404; 2002 – 364; 2010 – 370 кеше. Башҡорттар,...

ҠАРАУЫЛТАУ, тау

ҠАРАУЫЛТАУ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Маҡар а. көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) уң ярында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 250 м. Оҙонса формала, текә битләүҙәре террасалап эшкәртелгән, ҡарағайҙар ултыртылған. Әртә ярусы тоҡомдарынан...

ҠАРАҺАҠАЛ

ҠАРАҺАҠАЛ, С о л т а н г ә р ә й , Б а й б у л а т Х ә с ә н о в (ысын исеме Миңлеғол Юлаев; ? — 1749, Урта ҡаҙаҡ йөҙө), 1739—40 йй. башҡ. ихтилалы юлбашсыларының береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Күсем нәҫеленә ҡараған Себер...

ҠАРАШАР ҺАҘЛЫҒЫ

ҠАРАШАР ҺАҘЛЫҒЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Вознесенка а. көнсығышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 63 га. Карбонатлы күрән‑гипна һәм ҡамышлы һаҙлыҡтар, һаҙлыҡҡа әйләнгән йәшел мүкле ҡарағайлыҡтар, ереклектәр, ҡайынлыҡтар, шыршылыҡтар һәм болондар комплексынан тора. Ҡарашар...

ҠАРАЯҠУП АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ҠАРАЯҠУП АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 5—3 мең йыллыҡтарға ҡарай. Шишмә р‑ны Ҡара Яҡуп а. төньяҡ-көнсығышҡа табан Дим й. уң ярында урынлашҡан. Ҡ.а.к. тора һәм ҡәберлек инә. Ю.А.Морозов тарафынан 1980 й. асыла һәм 1980—82 йй., 1984 й. өйрәнелә. Ҡараяҡуп тораһында...

ҠАРАЯҠУП ҠАЛАСЫҒЫ

ҠАРАЯҠУП ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 8—9 бб. ҡарай. Шишмә р‑ны Ҡара Яҡуп а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1952 й. И.А.Талицкая тарафынан асыла, 1962 й. һәм 1967 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе Г.И.Матвеева) өйрәнә. Майҙаны 2300 м2, 568 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ...

ҠАРАЯҠУП МӘҘӘНИӘТЕ

ҠАРАЯҠУП МӘҘӘНИӘТЕ, һуңғы тимер быуат археологик мәҙәниәте. Күпселек тикшеренеүселәр, Ҡ.м. 8—9 бб., ҡайһы берҙәре 7—12 бб. ҡарай, тип иҫәпләй. Ҡараяҡуп ҡаласығы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Ҡ.м. ҡомартҡылары Дим й. басс., Ағиҙел й. түбәнге һәм урта ағымында тупланған (Бикеш ҡурғандары, Иҫке Ҡалмаш...

ҠАРАЯР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ҠАРАЯР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡараяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 190 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 933 кеше; 1989 — 912; 2002 — 729; 2010 — 751 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАРГИҘӘР

ҠАРГИҘӘР, ҡар һәм боҙ өҫтөндә йөрөү өсөн ер өҫтө транспорт сараһы. Киң сылбырҙар ярҙамында хәрәкәткә килтерелә һәм башлыса машинаның алғы өлөшөндә торған ике саңғы табаны м‑н идара ителә. Сылбырҙары резинанан йәки композициялы материалдарҙан, корпусы алюмин иретмәләренән, ҡорос йәки быяла пластиктан...

ҠАРГИҘӘРҘӘР СПОРТЫ

ҠАРГИҘӘРҘӘР СПОРТЫ, мотоспорт төрө, ҡаргиҙәр кросында, кантри‑кросында (тигеҙһеҙ урында түңәрәк буйлап уҙышыу) һ.б. ҡаргиҙәрҙәрҙә ярыштар. 1990 й. Башҡортостанда Өфөнөң Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионында СССР, Канада һәм АҠШ уҙышсылары ҡатнашлығында Ҡ.с. б‑са “Дуҫлыҡ” кубогына тәүге ярыштар үтә....

ҠАРҒА КҮҘЕ

ҠАРҒА КҮҘЕ (Paris), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда дүрт япраҡлы Ҡ.к. үҫә. Оҙон һырылыусы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—40 см. Япрағы (һаны — 4) киң эллипс...

ҠАРҒА, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠАРҒА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта Алпыяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 649 кеше; 1920 – 652; 1939 – 676; 1959 – 741; 1989 – 563; 2002 – 540; 2010 – 556 кеше. Мариҙар йәшәй...

ҠАРҒАЛАР

ҠАРҒАЛАР (Corvidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 26 заты, яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 6 заттан 8 төрө бар. Ҡ. күпселеге (ала ҡарға, баянғош, ҡыжҡылдаҡ, сәүкә) күсмә, ҡайһы бер төрҙәре (бараба, ҡоҙғон, һайыҫҡан) — ултыраҡ, ҡара ҡарға — күсәр, даими ҡышлаусы...

ҠАРҒАЛЫ

ҠАРҒАЛЫ, бронза быуаты – тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө, ҡомартҡылар Һаҡмар й. түбәнге ағымы басс., Ырымбур өлк. Октябрь, Һаҡмар, Александровка, Переволоцк р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал буйының тау итәге далаларын биләп тора. Майҙаны яҡынса 500 км2. Баҡырлы ҡомташтар ятҡылығын...

ҠАРҒАЛЫ

ҠАРҒАЛЫ, бронза быуаты – тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө, ҡомартҡылар Һаҡмар й. түбәнге ағымы басс., Ырымбур өлк. Октябрь, Һаҡмар, Александровка, Переволоцк р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал буйының тау итәге далаларын биләп тора. Майҙаны яҡынса 500 км2. Баҡырлы ҡомташтар ятҡылығын...