Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы

ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы [1.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Малай а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 1.4.1984, Өфө], ташсы, тимер-бетон конструкциялар монтажлаусы. 1954—83 йй. 3‑сө төҙөлөш тресының 2‑се төҙөлөш идаралығында эшләй: 1967 й. алып ташсылар бригадиры. “Башнефтегеофизика”, Өфө моторҙар эшләү...

ҠОҘАҠАЙ, ауыл, Салауат ҡ. эсендә

ҠОҘАҠАЙ, ауыл, 1956 й. алып Салауат ҡ. эсендә. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡоҙаҡай Ҡолгилдин исеме м‑н аталған. 1795 й. 10 йортта 54 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта – 156 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана һәм...

ҠОҘАЛАУ

ҠОҘАЛАУ, я у с ы л а у, д и м л ә ү, никахлашыуға кәләштең яҡындарынан алдан ризалыҡ алыу йолаһы. Башҡорттарҙа туй йолаларының традицион өлөшө. Ҡайһы бер ырыуҙарға — 8 б. тиклем, ара, аймаҡтарға (ҡара: Ырыу бүленештәре) 20 б. башына тиклем экзогамия хас була, шуға күрә ғәҙәттә кәләште башҡа ауылдан...

ҠОҘАШ РАХМАНҒОЛОВ

ҠОҘАШ РАХМАНҒОЛОВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорто. Ҡошсо улусы старшинаһы, мулла, 1739 й. алып Себер даруғаһының баш старшинаһы. Ихтилал барышында баш күтәреүселәргә, ғәйебен танырға тәҡдим итеп, хаттар ебәрә. 1737 й. ғин. ихтилал башлыҡтары...

ҠОҘАШ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠОҘАШ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 8 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1021 кеше; 1920 – 1074; 1939 – 851; 1959 – 705; 1989 – 421; 2002 – 456; 2010 – 409 кеше. Башҡорттар...

ҠОҘАШ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠОҘАШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Учалы т. юл ст. 29 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 423 кеше; 1920 – 547; 1939 – 376; 1959 – 351; 1989 – 327; 2002 – 366; 2010 – 377 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар...

ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы

ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы [24.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Абдулла а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 17.2.2015, Өфө ҡ.], инженер‑иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1970). Мәскәү транспорт‑иҡтисад институтын тамамлаған (1953). 1960 й. башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм...

ҠОҘАЯРОВ Ғабдулла Хәбир улы

ҠОҘАЯРОВ Ғабдулла Хәбир улы [7.6.1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 14.9.1984, Өфө], офтальмолог. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (1962). РСФСР‑ҙың (1973) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм БАССР‑ҙың (1940) атҡ. табибы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь ун‑тын...

ҠОҘАЯРОВ Радомес Ғабдулла улы

ҠОҘАЯРОВ Радомес Ғабдулла улы (13.3.1926, Пермь ҡ. — 4.3.2005, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1977). РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1967), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1958). Ғ.Х.Ҡоҙаяровтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) 1970 й. тиклем Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда (1959 й. алып фәнни...

ҠОҘАЯРОВ Ринат Ғабдулхаҡ улы

ҠОҘАЯРОВ Ринат Ғабдулхаҡ улы (19.6.1940, Алма‑Ата ҡ. — 13.2.2021, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2006). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Пермь политехник институтында эшләй, 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мехатрон станоктар...

ҠОҘАЯРОВА Гүзәл Радомес ҡыҙы

ҠОҘАЯРОВА Гүзәл Радомес ҡыҙы (18.1.1953, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (1996), проф. (2000). Р.Ғ.Ҡоҙаяровтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй; 1986 й. алып Биология ин-тының үҫемлектәр физиологияһы лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлектәрҙең...

ҠОҘАЯРОВА Лилиә Ҡасим ҡыҙы

ҠОҘАЯРОВА Лилиә Ҡасим ҡыҙы (22.4.1955, Өфө), музыка белгесе, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2017). Композиторҙар союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлаған (1979), Берлин музыка һәм бейеү ин‑тында (ГДР, 1989), Музыка, йыр һәм бейеү ин‑тында (Нью‑Дели ҡ., Һиндостан, 1990) стажировка...

ҠОҘҒОН‑ӘХМӘР, Белорет р‑нындағы ауыл

ҠОҘҒОН‑ӘХМӘР, Әхмәр, Белорет р‑нындағы ауыл, Әзекәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 9 км һәм Белорет т. юл ст. 7 км алыҫлыҡта Буғанаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 440 кеше; 1920 – 451; 1939 – 355; 1959 – 303; 1989 – 247; 2002 – 256; 2010 – 275 кеше. Башҡорттар...

ҠОЙОУ

ҠОЙОУ, ғәҙәттә иретелгән материалды (металдар, иретмәләр, пластик массалар, ҡайһы бер тау минералдары һ.б.) ҡойоу формаларына һалып ҡойолмалар әҙерләү. Ҡ. бер нисә тиҫтә ысулын айыралар. Формаларҙы тултырыу алымына ҡарап ғәҙәти, үҙәктән ситкә ҡыуҙырып, баҫым аҫтында һ.б.; формаларын яһау алымына ҡарап —...

ҠОЙОШТО, һырт

ҠОЙОШТО, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Оло һәм Ҡоро Ҡотҡор йй. (Ағиҙел й. басс.) араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 7 км, киңлеге яҡынса 2 км, абс. бейеклеге 817 км. Рельефында яҫы түбәләр, текә төньяҡ һәм көньяҡ битләүҙәре айырылып тора. Үҙәк һәм көньяҡ...

ҠОЙРОҠЛО ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ

ҠОЙРОҠЛО ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ (Caudata), ер-һыу хайуандары отряды. 10 ғаиләгә ҡараған яҡынса 400 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа, бер нисә төрө Көньяҡ Америкала таралған. БР-ҙа тараҡлы тритон һәм ябай тритон (ысын саламандралар ғаиләһе) осрай һәм, себер углозубы (углозубтар ғаиләһе) бар, тип фараз...

ҠОЙРОҠҺОҘ ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ

ҠОЙРОҠҺОҘ ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ (Anura), ер-һыу хайуандары отряды. Бөтә Ер шарында таралған. 25 ғаиләһе, 4000‑дән ашыу төрө билдәле. БР‑ҙа 4 ғаиләгә (бесәй күҙле әрмәнделәр, түңәрәк теллеләр, тәлмәрйендәр, әрмәнделәр) ҡараған 8 төрө осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 4 см алып (бесәй күҙле әрмәнде) 10 см тиклем (күл...

ҠОЛ ҒӘЛИ

ҠОЛ ҒӘЛИ (12—13 бб.), шағир. “Ҡисса-и Йософ” әҫәренең авторы. Ҡ.Ғ. тормошо т‑да мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған. Уның нәҫел‑нәсәбен Т.Ялсығол үҙенең “Тарихнамә-и Болғар” (ҡара: “Тәуарихи Болғарийа”) хеҙмәтендә башҡорттарҙың әйле ырыуына бәйләй. Хеҙмәттә бирелгән мәғлүмәттәргә таянып, татар ғалимы Х.Мөхәмәтов...

ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил

ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил (ысын исеме Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы; 30.5.1958, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. – 12.1.1998, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир, драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1981 й. алып Бөрйән район мәҙәниәт һарайында эшләй, 1988 й. башлап — “Китап”...

ҠОЛАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠОЛАЙ, Алтыбай, Иҫке Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Көмөшлө й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1078 кеше; 1920 — 1223; 1939 — 718; 1959 — 735; 1989 — 434; 2002 — 429; 2010 —...