Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОЛАҠЛЫ ТЕРПЕ

ҠОЛАҠЛЫ ТЕРПЕ (Hemiechinus auritus), бөжәк ашаусылар отрядының терпе һымаҡтар ғаиләһенә ҡа‑ раған имеҙеүсе. Европаның көньяҡ‑ көнсығыш өлөшөндә, Кавказ аръяғында, Көнбайыш Себерҙә, Үҙәк Ҡаҙағстанда, Урта һәм Үҙәк Азияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 14—23 см, ауырлығы 200—500 г. Башы шына рәүешле осло, оҙон...

ҠОЛАҠСЫН, баш кейеме

ҠОЛАҠСЫН, башҡорт ир-егеттәренең йәнлек тиреһенән осло түбәле итеп тегелгән традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ҡ. осо киҫелгән 4 ҡыйыҡтан, козырёк рәүешендәге маңлайсанан һәм 3 арҡалыҡтан (арҡа яғынан һәм баулы итеп 2 яурын яғынан ҡалдырылған) беселгән. Башлыса һарыҡ, төлкө, бүре, һеләүһен...

ҠОЛБАЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

ҠОЛБАЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 25 км һәм Приют т. юл ст. 56 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйын‑ да урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 756 кеше; 1920 – 893; 1939 – 767; 1959 – 561; 1989 – 423; 2002 – 370; 2010 – 339 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ҠОЛБАҠ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ҠОЛБАҠ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 500 кеше; 1920 – 403; 1939 – 482; 1959 – 461; 1989 – 315; 2002 – 312; 2010 – 322 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠОЛБАҠОВ Вәлиша Ҡолбаҡ улы

ҠОЛБАҠОВ Вәлиша Ҡолбаҡ улы (1776 — ?), кантон башлығы, зауряд-сотник (1810). Троицк өйәҙе Әйле улусы Ҡолбаҡ а. (хәҙ. БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) башҡорто. 1796 й. алып хәрби хеҙмәттә. 1798 й. Ырымбур сик һыҙығының Степной ҡәлғәһендә (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), 1815 й. башлап Троицк ҡ., 1821 й. Магнит...

ҠОЛБАРИСОВ Фәтих Әкрәм улы

ҠОЛБАРИСОВ Фәтих Әкрәм улы [10.7.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Субай а. (хәҙ. БР‑ҙың Мишкә р‑ны Сабай а.) – 7.10.1981, Ҡазан], актёр. ТАССР‑ҙың атҡ. артисы (1968). Ғ.Камал ис. Татар театры эргәһендәге студияны тамамлағандан һуң (1941) 1981 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) ошо уҡ театр (Ҡазан) актёры. Төп ролдәре:...

ҠОЛБАРИСОВ Шамил Зөфәр улы

ҠОЛБАРИСОВ Шамил Зөфәр улы [23.5.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Нөрлө а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 30.9.2004, Өфө], комп., йырсы (баритон), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1990), БАССР‑ҙың (1968) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. муз. уч‑щеһында уҡыған (1945— 1948;...

ҠОЛБАХТИН Нәзир Мырҙабай улы

ҠОЛБАХТИН Нәзир Мырҙабай улы (17.9.1941, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шәрипҡол а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) һәм 1979 й. алып шунда уҡ эшләй (2000—13 йй. археология,...

ҠОЛБӘКОВ Шәрәфетдин Әбделғәлим улы

ҠОЛБӘКОВ Шәрәфетдин Әбделғәлим улы (1849 — ?), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Златоуст өйәҙе башҡорто. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Улус суды рәйесе, 1878— 80 йй., 1884—90 йй. һәм 1903— 05 йй. Златоуст өйәҙ земствоһы гласныйы булып хеҙмәт...

ҠОЛҒАНА, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ҠОЛҒАНА, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ҡолғана а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 127 км алыҫлыҡта Үҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 366 кеше; 1920 – 516; 1939 – 277; 1959 – 215; 1989 – 226; 2002 – 281; 2010 – 288 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

ҠОЛҒОНА, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠОЛҒОНА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ҡолғона а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 87 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Оло Шешәнәк й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 688 кеше; 1939 – 538; 1959 – 742; 1989 — 845; 2002 – 821; 2010 – 774 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠОЛҠАН, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҠОЛҠАН, Алдашлы, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 60 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 75 км алыҫлыҡта Алдашлы й. (Еҙем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 505 кеше; 1920 – 672; 1939 – 628; 1959 – 335; 1989 – 178; 2002 – 211; 2010 – 166 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠОЛМӘТ ЯҘЫУЫ

ҠОЛМӘТ ЯҘЫУЫ, энеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡы. Ҡыйғы р‑ны Ҡолмәт а. көнбайышҡа табан 3— 4 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы яланғас ҡаяға төшөрөлгән. 1988 й. В.Н.Широков тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр 3 төркөмдән тора. Береһе өйрәнелгән. Ҡуйы күк төҫтәге буяу м‑н эшләнгән...

ҠОЛМӘТ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ҠОЛМӘТ, Сыбарҡая, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Йыланлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.  38 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 662 кеше; 1920 – 325; 1939 – 782; 1959 – 764; 1989 – 423; 2002 – 361; 2010 – 293 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ҠОЛМОЙ Яҡуп Хәйрулла улы

ҠОЛМОЙ (Ҡолмөхәмәтов) Яҡуп Хәйрулла улы [7.9.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 11.10.1994, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары...

ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы

ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы (6.8.1953, Өфө), дипломат. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ин‑тын тамамлаған (1976). 1978 й. алып Алеппо ҡ. (Сүриә) СССР Ген. консуллығы атташеһы, 1982 й. — СССР Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш бүлегендә 3‑сө секретарь, 1987 й. — Мысырҙа СССР илселегендә...

ҠОЛОЙ БАЛТАСОВ

ҠОЛОЙ БАЛТАСОВ, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Балтас (Ҡолой) а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.) башҡорто. Ҡыр-Танып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ҡара-Табын) улусы старшинаһы. Речь Посполитаялағы 1768—72 йй. Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша....

ҠОЛОМБӘТОВ Вәлиулла Фәйзулла улы

ҠОЛОМБӘТОВ Вәлиулла Фәйзулла улы [1881, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яҡтыкүл а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 1964, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә, “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый. Төрки һәм ғәрәп телдәрен белгән. Тыуған ауылында уҡыта, 20‑се йй. Табын кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге...

ҠОЛОНҒОЙРОҠ

ҠОЛОНҒОЙРОҠ (Calamagrostis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да башлыса субарктик, уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, 40—150 см бейеклектә. Япрағы эре, ҡыяҡлы, яҫы, ситтәре киртләсле....

ҠОЛОШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҠОЛОШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. табан 1 км һәм Ибраһим т. юл разъезынан 2 км алыҫлыҡта Ҡарайылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 545 кеше; 1920 – 724; 1939 – 836; 1959 – 498; 1989 – 315; 2002 – 280; 2010 – 255 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....