Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОРАЛАЙ

ҠОРАЛАЙ, ҡ ы р к ә з ә һ е (Capreolus capreolus), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның башлыса уртаса бүлкәтендә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 150 см тиклем, ауырлығы 60 кг тиклем, инә зат вағыраҡ. Төҫө йәйен ерән, ҡышын һоро. Башы бәләкәй, ата Ҡ. тар‑ маҡлы мөгөҙлө (3—4...

ҠОРАЛАСЫҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҠОРАЛАСЫҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 155 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1180 кеше; 1920 – 1435; 1939 – 1183; 1959 – 858; 1989 – 554; 2002 – 562; 2010 – 528 кеше. Татарҙар,...

ҠОРАЛАСЫҠ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ҠОРАЛАСЫҠ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Ҡораласыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1172 кеше; 1920 – 1395; 1939 – 1242; 1959 – 1160; 1989 – 694; 2002 – 638; 2010 – 553 кеше....

ҠОРАЛЛЫ ФОРМИРОВАНИЕЛАР

ҠОРАЛЛЫ ФОРМИРОВАНИЕЛАР, дәүләткә (законлы Ҡ.ф.), партияға, милли, дини йәки башҡа соц.-сәйәси ойошмаға буйһонған ҡораллы кешеләр берләшмәһе. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән тәүге даими Ҡ.ф. булып Өфө гарнизоны (хеҙмәтле кешеләр, башлыса стрелецтар һәм казактар)...

ҠОРАЛЛЫ ХАЛЫҠ ХӘРБИ ОЙОШМАЛАРЫ

  ҠОРАЛЛЫ ХАЛЫҠ ХӘРБИ ОЙОШМАЛАРЫ (ҠХХО), Көньяҡ Уралдағы Ҡыҙыл гвардия отрядтары. 1917 й. йәй-көҙөндә Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы тарафынан Өфө губернаһында тәртип һаҡлау өсөн эшсе милиция дружиналары (отрядтары) булараҡ ойошторола. Сент. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ирекле эшсе...

ҠОРАМА, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠОРАМА, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Әсейылға й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 553 кеше; 1920 – 746; 1939 – 473; 1959 – 458; 1989 – 361; 2002 – 417; 2010 – 505 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ҠОРАУЛЫ ПОЛИМЕРҘАР

ҠОРАУЛЫ ПОЛИМЕРҘАР, берҙәм арауыҡ селтәре барлыҡҡа килтергән полимер сылбырҙарының макромолекуляр структураһы. Арҡыры бәйләнешле өс үлсәмле йәки селтәрле полимерҙар. Селтәрҙең структураһы ҡоралыу төйөндәренең концентрацияһы һәм функционаллеге, улар араһында сылбырҙарҙың молекуляр‑масса бүленеше м‑н...

ҠОРБАН БАЙРАМЫ

ҠОРБАН БАЙРАМЫ, Ҡ о р б а н ғ ә й е т е, иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Зөлхизә айының (һижрәттең 12‑се айы) 10‑сы көнөндә, хаж тамамланған көндә башлана, 3—4 көн дауам итә. Ҡ.б. тарихы Ҡөрьәндә бәйән ителгән Ибраһим пәйғәмбәргә (Библияла Авраам) Алла тарафынан тоғролоғон тикшереү өсөн ебәрелгән...

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ, илаһтарға, изгеләргә, ата-бабаларға, төрлө әруахтарға һ.б. мәрхәмәт күрһәтеү һәм шөкөр ҡорбандары килтереүҙән торған дини йола. Бөтә диндәрҙәлә бар. Ҡанлы (кеше, хайуан), ҡанһыҙ (аҙыҡ‑түлек, әйбер һ.б.) ҡорбандар була, күмәкләп йәки айырым башҡарыла. Башҡорттарҙа Ҡ.к. исламға тиклемге...

ҠОРБАН, балыҡ

ҠОРБАН, т а р а н (Abramis brama), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Төньяҡ, Балтик, Аҡ, Баренц, Ҡара, Каспий, Азов һәм Арал диңгеҙҙәре басс. йәшәй. Кәүҙәһе яҫы, ялпаҡ, оҙонлоғо 25—45 см, ауырлығы 1 кг тиклем. Ҡорһағы көмөш төҫлө, арҡаһы һорғолт йәшел. Аналь йөҙгөсө оҙон. Бер...

ҠОРБАНАЕВА Флора Шәйхи ҡыҙы

ҠОРБАНАЕВА Флора Шәйхи ҡыҙы [30.11.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1977). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1977), БАССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965). Х.А.Ҡорбанаеваның ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) Йомағужа р‑н дауаханаһында, 1952...

ҠОРБАНАЕВА Хәлимә Абдулла ҡыҙы

ҠОРБАНАЕВА Хәлимә Абдулла ҡыҙы [27.12.1900, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 2.4.1972, Өфө], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). З.А.Биишеваның апаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1918 й. алып — Ҡыпсаҡ кантоны, Мораҡ районы,...

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Артур Ришат улы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Артур Ришат улы (14.12.1980, Өфө ҡ. — 9.9.1999, Дағстан Республикаһы Новочуртах а. янында, Ҡытаутамаҡ ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999). Герой исеменә 106‑сы гвардия һауа-десант дивизияһы 119‑сы гвардия парашют‑десант полкының взвод командиры урынбаҫары гвардия сержанты Ҡ. 1999 й....

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы [21.11.1859, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой улусы Миҙиәк а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 7.12.1919, Стәрлетамаҡ ҡ.], суфыйсылыҡ вәкиле, ишан. Ахун (1890). Ырымбур губ. Троицк мәҙрәсәһендә уҡыған. 1883 й. алып Миҙиәк а. мәсетенең имам-хатибы. Миҙиәк мәҙрәсәһенә...

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Марат Шамил улы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Марат Шамил улы (26.5.1949, Үзбәк ССР‑ы Хатырчи а. — 9.2.2022, Өфө ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2015) һәм атҡаҙанған (2006) артисы. Ҡазан театр училищеһын тамамлағандан һуң (1971) һәм 1981—93 йй. Урал өлкә драма театры (Ҡаҙаҡ ССР‑ы), 1979 й. алып Краснодар край драма театры, 1993 й. — “Старый...

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Мөхәмәт-Ғәбделхәй Ғәбиҙулла улы [1889, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Миҙиәк а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 22.8.1972, Силәбе ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиевтең улы. Миҙиәк мәҙрәсәһен тамамлаған. Арғаяш кантоны башҡорттарынан делегат булып 1—3 башҡ. ҡоролтайҙарында (ҡара:...

ҠОРБАНҒӘЛИЕВА Суфия Шәрифулла ҡыҙы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВА (Сафиуллина) Суфия Шәрәфулла ҡыҙы [13.2.1949, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Байғужа а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], актриса. РФ‑тың атҡ. (2000), БАССР‑ҙың халыҡ (1990) һәм атҡ. (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1985). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) БАДТ...

ҠОРБАНҒӘЛИЕВА Юлиә Рөстәм ҡыҙы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВА Юлиә Рөстәм ҡыҙы (12.11.1984, Өфө ҡ.), спортсы. Пуля м‑н атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2008). 26‑сы СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Б.Гулак). Шәхси зачётта Рәсәй кубогының бронза призёры (2005), РОСТО чемпионаты еңеүсеһе (2 тапҡыр, 2000)....

ҠОРҒАҘАҠ, сығанаҡ

ҠОРҒАҘАҠ, урғылыусы карст минераль һыу сығанағы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Комсомол а. эргәһендә урынлашҡан. Юғары һәм урта карбон эзбизташтарынан торған Йүрүҙән й. һул ярында сыға. Дебиты 125 л/с тиклем. Һыуы сөсө (0,5 г/л), шифалы, бальнеологик, гидрокарбонатлы магний‑кальцийлы, радонлы;...

ҠОРҒАТ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ҠОРҒАТ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ҡорғат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 140 км алыҫлыҡта Аҡа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 642 кеше; 1939 – 497; 1959 – 527; 1989 – 402; 2002 – 350; 2010 – 278 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....