Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЗБУЛАТОВ Ғәле Мөхәмәҙи улы

ҠАЗБУЛАТОВ Ғәле Мөхәмәҙи улы (21.5. 1954, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а.), зооинженер. А.х. ф. д‑ры (2007). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Стәрлетамаҡ тоҡомсолоҡ берекмәһендә, 1977 й. алып Күгәрсен район- ара тоҡомсолоҡ берекмәһендә эшләй. 1978 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 2000 й. алып малсылыҡ...

ҠАЗЫЙ

ҠАЗЫЙ (фарсы – тәғәйенләүсе, хөкөм итеүсе), мосолман илдәрендә шәриғәт нигеҙендә хөкөм эштәрен башҡарыусы судья. Ҡ. эшмәкәрлеге фикһ нормалары м‑н көйләнә. Ҡ. ил етәксеһе йәки уның наместнигы тарафынан тәғәйенләнә. Рәсәйҙә рәсми Ҡ. институты Ырымбур мосолман диниә назараты (ЫМДН) ойошторолғас барлыҡҡа...

ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы

ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы (16.7.1960, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Уръяҙы а.), хәрби табип. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). Мед. хеҙмәте полк. (2000). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ГДР‑ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк мед. пункты һәм мед. хеҙмәте нач., 1989 й. алып Волга...

ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы

ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы (1811—?), кантон башлығы, сотник (1861). Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы Тартыш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шыршы-Тартыш а.) башҡорто. 1848 й. алып 11‑се, 1856 й. — 16‑сы башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1858 й. башлап 15‑се, 1861—62 йй. 16‑сы башҡ. кантондары башлығы....

ҠАЙБЫШЕВ Оскар Әкрәм улы

ҠАЙБЫШЕВ Оскар Әкрәм улы (28.3.1939, Мәскәү — 2.6.2017, Анталья ҡ., Төркиә, Өфөлә ерләнгән), металлофизик. БР ФА акад. (1991), техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында...

ҠАЙБЫШЕВ Рөстәм Оскар улы

ҠАЙБЫШЕВ Рөстәм Оскар улы (2.5.1963, Мәскәү), инженер‑механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996). О.Ә.Ҡайбышевтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1993 й. башлап лаб. мөдире) эшләй. 2008 й. алып Белгород милли...

ҠАЙМАША, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠАЙМАША, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡаймаша й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 713 кеше; 1920 — 689; 1939 — 398; 1959 — 184; 1989 — 209; 2002 — 222; 2010 — 224 кеше....

ҠАЙМАШАБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠАЙМАШАБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 880 кеше; 1920 — 931; 1939 — 686; 1959 — 566; 1989 — 366; 2002 — 359; 2010 — 323 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп...

ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы

ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы [4.11.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Салауат районы) — 27.5.2016, Алма‑Ата ҡ., Ҡаҙағстан], тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1972). Ҡаҙағстан тау‑металлургия институтын тамамлаған (1958). 1943 й. алып Ҡаҙағстан геофизика...

ҠАЙРАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠАЙРАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км  һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 103 км алыҫлыҡта Алпыяҙ й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 510 кеше; 1920 — 564; 1939 — 573; 1959 — 569; 1989 — 603; 2002 — 571; 2010 — 585 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ҠАЙРАҠЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ҠАЙРАҠЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Аксёнов т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 985 кеше; 1920 — 1244; 1939 — 882; 1959 — 858; 1989 — 279; 2002 — 264; 2010 — 186 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аксёнов...

ҠАЙЫН

ҠАЙЫН (Betula), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә Ҡ. ҡыҙғылт көрән...

ҠАЙЫН БӘШМӘГЕ

ҠАЙЫН БӘШМӘГЕ (Leccinum scabrum), базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Эшләпәһенең диам. 20 см тиклем, ярымшар, һуңыраҡ мендәр формаһында, һорғолт һәм көрән, ҡайһы берҙә ҡара төҫтә. Гименофоры ваҡ күҙәнәкле, аҡһыл йәки һорғолт. Һабының оҙонлоғо...

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 616 кеше; 1920 — 708; 1939 — 606; 1959 — 380; 1989 — 279; 2002 — 267; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар...

ҠАЙЫНЛЫҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫНЛЫҠ, Заготскот, Илеш р‑нындағы ауыл, Йөннө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 2 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 85 кеше; 1989 — 124; 2002 — 109; 2010 — 80 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 50‑се йй. “Заготскот” дәүләт берекмәһенең...

ҠАЙЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 142 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 739; 1939 — 701; 1959 — 372; 1989 — 211; 2002 — 189; 2010 — 197 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАҠ

ҠАҠ, ҡ а ғ ы т, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Башҡорттар Ҡ. алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һ.б. емештәрҙән әҙерләй (баҡса емештәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡырағай емеш-еләктән эшләгәндәр). Ҡ. яһау өсөн емеш- еләкте иләк аша үткәрәләр (Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында алдан...

ҠАҠЫ

ҠАҠЫ (Bunias), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 6 төрө билдәле, Европа һәм Урта Азияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ла үҫә. Күп, ҡайһы берҙә ике йыллыҡ үлән. Һабағы йыуан, төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, ҡытыршы, бейеклеге 25—100 см. Япрағы ҡыҫҡа тармаҡлы...

ҠАЛА

ҠАЛА, халҡы а.х. м‑н шөғөлләнмәгән торама пункт. Торама пунктты ҡалаға әйләндереү ҡануниәт тарафынан башҡарыла, төп критерий булып халыҡ һаны һәм ул үтәгән сәнәғәт, мәҙәни, сәйәси, административ һ.б. функциялар иҫәпләнә. РФ өсөн Ҡ. — халыҡ һаны 12 меңдән ашыу торама пункт, шуларҙың 85%‑ты а.х. м‑н шөғөлләнмәй....

ҠАЛА АГЛОМЕРАЦИЯҺЫ

ҠАЛА АГЛОМЕРАЦИЯҺЫ, тығыҙ производство, хеҙмәт, мәҙәни-көнкүреш, рекрацион бәйләнештәре һәм уртаҡ транспорт инфраструктураһы булған торамаларҙың (башлыса ҡала торамалары) төркөмләп урынлашыу рәүеше. Терр. структураһы б‑са бер үҙәкле — тирә-яғындағы ҡалған бөтә торамаларҙы үҙ йоғонтоһона буйһондорған...